Өҫтәл артында журнал тултырып ултырған оло йәштәге уҡытыусы эргәһендә ҡыйыр-ҡыймаҫ бишенсе синыф уҡыусыһы өйөрөлә. Өҫтәлдең әле бер яғына, әле икенсе башына сыҡты. Уҡытыусыһының иғтибарын нисек йәлеп итергә белмәй уйланып торҙо ла:
– Йәмилә Маратовна, өләсәйем һеҙҙе белә, – тине.
Уҡытыусы яҙып ултырған ерҙән башын күтәрҙе, ҡара бөҙрә сәсле, күмер күҙле был малайҙы үҙе лә сырамытҡандай булды.
– Һеҙ атайымды ла уҡытҡанһығыҙ...
– Кем улы булаһың һуң? – тип йылмайҙы уҡытыусы танышлыҡ эҙләп торған был йәтеш малайға ҡарап.
– Мин Айрат улы Айҙар. Өләсәйем Нәфисә. Тик ул был районда түгел, Һаҡмар буйында йәшәй.
Аңлашылды. Дүрт тиҫтә уҡытыу ғүмерендә ике генә мәктәптә эшләне Йәмилә: тәүгеһе – тыуған яғындағы һаҡмар буйында, икенсеһе – килен булып төшкән Ҡыҙыл һыуы буйында.
– Бик һәйбәт, – тине уҡытыусы йылмайып. – Тимәк, Ғәзизовтар тоҡомонан. Өләсәйең килгәне бармы?
– Кисә генә килеп ҡайтып китте. Ул һеҙгә сәләм әйтергә ҡушты.
– Рәхмәт, балаҡай. Өләсәйең тағы килһә, миңә мотлаҡ ҡунаҡҡа килһен, – тип тағы йылмайҙы Йәмилә Маратовна был сос малайға ҡарап.
Эскерһеҙ баланың өләсәһенән сәләме Йәмиләнең күңел һандығындағы һыуынып бөткән хәтерҙе баҙлатҡандай итте, үҙе белгән генә сер йомғағын һүткәндәй тойолдо, тәүләп уҡытып йөрөгән йылдарына ҡайтарҙы.
Уҡытыусы яҙмышы үҙе уҡытҡан балаларҙың яҙмышына ҡайһы берҙә туранан-тура инеп китә, ҡушылып аға, бөгәлсәләр яһай, утрауҙар ҡалдыра. Йәмиләнең күңелендә Айҙарҙың өләсәһе Нәфисә еңгәнең яҙмышына бәйле әллә күпме сыуалсыҡ, яуап тапмаҫ һорауҙары менән үҙ утрауы ҡалған. Күңел төбөндә уҡыусыһы Айрат ана бөгөн дә класындағы иң артҡы парталарҙың береһендә ике ҡулы менән яңағына таянып, төпһөҙ моң баҫҡан күҙҙәре менән алыҫтан ғына уны күҙәтә кеүек.
Уҡытыусы үҙ йөрәге аша үткән уҡыусылары яҙмышына бер ҡасан да битараф түгел. Шуға ла бөгөн килеп Айҙарҙың үҙен танытыуынан һуң, был ваҡиғаға шаһит булған күптәрҙең гүр эйәһе булған ерҙә, онотолоп бөткәс тигәндәй, ҡалҡып сыҡты бьи уй йомғағы. Кәрәге бөткәс, бер кемде ҡыҙыҡһындырмағанда, әйтерһең, килешһеҙ йөй һымаҡ...
...Шәмбе көнө Йәмилә ҡаҙҙарын һуйып алырға булды. Шылтыратып, икенсе ауылдағы һеңлеһен саҡырҙы. Икеһенә ун ҡаҙ, моғайын, таҙартып өлгөрөрҙәр. Мәктәп завхозынан ҡаҙҙарын салдыртты. һеңлеһе Сәлимә автобус менән килеп еткәнсе, салынған ҡаҙҙарҙың ҡултыҡ аҫтындағы харам йөндәрен йолҡоп, муйынындағы тиреләрен нескә генә еп менән тамсы ла ҡандары сыҡмаһын, өҫтөндө лө, йолҡҡан саҡта таҙа йөндәрҙе лә бысратмаһын өсөн бөтә нескәлеге менән ихласлап бәйләне.
Ул арала килеп еткән һеңлеһе тиҙ генә өҫтөн алыштырып, апаһына ярҙамға ашыҡты. Тик ҡаҙҙарҙың шырт йөндәрен бөгөн кем өтөп бирер икән? Мәрхүм ирен иҫкә төшөргәс, Йәмиләнең ҡулындағы ҡаҙы төшөп китә яҙҙы. «Ҡәҙерлекәйем минең! Анауындай донъяны төҙөп, балаларҙы үҫтерештең дә, йәлләмәй, бер үҙемде ҡалдырып, гүр эйәһе булдың да ҡуйҙың», тип үпкәләгәндәй уйланды Йәмилә. Үҙе теләп китмәне лә һуң. Эш урынында кинәт йөрәге туҡтағас, үле кәүҙәһен генә тейәп алып ҡайттылар. Йәмилә ҡапыл арҡаһын турайтты, ғәйепле кешеләй, һеңлеһенә күҙ һирпте.
– Еҙнәмде иҫеңә төшөрҙөңмө, апай, – тине бер ҡараштан бөтәһен аңлап өйрәнгән һеңлеһе. – Еҙнәм иҫән булһа, бөксәңдәп йөрөп тә ятмаҫ инең, бөйөрөңә таянып, ҡаҙан эргәһендә торор инең, аш-һыу яраштырып. Иҫләйһеңме, апай, иллеләп ҡаҙыңды туған-тыумаса менән бер көндә таҙалап-тәрбиәләп биреп китә инек. Еҙнәм барып ала, алып барып ҡуя, ихлас ҡунаҡ итә ине. Әле автобустың тәҙрәһенән ҡарап, шуларҙы иҫләп, күңелем тулып килде, – тип һөйләй генә башлағайны:
– Һаумыһығыҙ, – тип көлөп- йылмайып берәү тауыш бирҙе. Күтәрелеп ҡараһалар – Нәфисә еңгә.
– Өмәгеҙ ҡотло булһын, – тип күреште ул.
– Бергә булһын, – тип йылмайҙы Йәмилә. – Ҡалай уңайһыҙ, Нәфисә еңгә, һеҙҙең килерҙе белмәй, беҙ эш башлағайныҡ...
– Уңайһыҙ була тиме, бигерәк мәслихәт, бергә эш тә эшләрбеҙ, рәхәтләнеп һөйләшербеҙ ҙә, – тип тилбер генә эшкә тотондо ла китте. Йәмилә өҫтөн алыштырырға кейем бирергә генә өлгөрҙө.
Ауырһынып ҡына башланған эш көтмәгәндә шулай еңел тамамланды. Нәфисә еңгәнең уңғанлығы иҫ киткес ине. Былар берәрҙе йолҡҡансы, ул икене йолҡоп:
– Уҡытыусылар шулай инде, һүҙ һөйләргә генә оҫта, еңгәгеҙҙән ҡалышаһығыҙ әле, – тип төрттөрөп тә алды.
Шул тиклем ихлас ярҙам итеп йөрөгән Нәфисә еңгәнең Йәмиләгә артыҡ туғанлығы ла юҡ. Ауыл ғәҙәте буйынса ғына, ире Солтан ағай шул ауылдыҡы булғас, ситтән килен булып төшкән апайҙарға еңгәй тиҙәр.
Былай ҙа форсатын табып, Йәмиләгә Сәлимә:
– Апай, һинең Нәфисә тигән еңгәң бар икәнен белмәй инем әле, – тип ғәжәпләнеүен һиҙҙермәй ҡалманы.
Тура ярып һөйләргә яратҡан һеңлеһе Сәлимәнең Нәфисә еңгәне сит күреп тормаһын тип уйлаған Йәмилә апайҙарса ҡәтғи генә:
– Беҙҙән өс өй аша ғына йәшәне ул, һин ситтә уҡытып йөрөгән кеше белмәүең дә ихтимал, оҙаҡ йәшәмәне ул өйҙә, әллә ни белмәгәнеңде һиҙҙермә, – тип тыйып ҡуйҙы.
Уларҙың ата-әсәһе Йәмилә – университет, Сәлимә унды тамамлаған йылы күрше ауылдан өй һатып алып, шунда күсеп китте. Сәлимә һаҡмар түбәнендәге ауылдың береһенә уҡытырға китте, ситтән тороп университетҡа уҡырға инде, ауылға һирәк ҡайтты. Йәмиләгә Байгилделә эшләргә урын булып, ата-әсәһе менән бергә йәшәп, шунда уҡытты. Сәлимәнең бындағы кешеләрҙе яҡшы белмәүе ғәжәп түгел ине. Әммә һүҙгә сос, эшкә тилбер был еңгә уның да күңеленә тәмле һүҙе менән еңел инеп китте.
– Һеҙ күсеп килгән йылы бишенсе балама ауырлы инем. Сәлимәне ялға ҡайтып, Һаҡмар мәкеһенән һыу алып торғанында осраттым. Марат ағайҙың икенсе ҡыҙы бигерәк сибәр икән, – тип, хайран ҡалғайным шунда. – Балам тыуһа, төҫкә уның һымаҡ һылыу булһын инде, тип теләнем хатта, – тип көлә-көлә һөйләй Нәфисә еңгә. – Ҡыҙым тыуғас, Сәлимә тип һинең исемеңде ҡуштым, – тигән һүҙҙәре Йәмиләнең һеңлеһе йөрәгенә лә майҙай һыланды ла ҡуйҙы.
Эш тамамланғас, мунсала йыуынып, матур табын артына ултырҙылар.
– Еңгә, һин килеп инмәһәң, әле һуҙылып эшләп йөрөр инек, – тип ҡәнәғәтлеген белдерҙе Йәмилә. – Бөгөн миндә ҡунаһығыҙ, шылтыратып, ҡайтмаҫыңды иҫкәртеп әйтергә кәрәктер, еңгә.
– Кәрәкмәҫ, мин, көтмәҫһегеҙ, тип, аңғарта биреп киттем. Бигерәк тә өлкән ейәнем Айҙар ҡыуанып ҡалды бында киткәнгә, – тип һөйләшеүҙе дауам иткәнде көткәндәй һынап ҡараны Нәфисә еңгә.
– Ейәнең үҙеңә оҡшап, сос, шәп, – тип һүҙ ялғаны Йәмилә. – Бигерәк отҡор, ауыҙыңдан сыҡҡанды һауала уҡ тотоп ултыра. Зирәк малай. Айратың ул тиклем үткер булып иҫемдә ҡалмаған...
– Күңелемде һаҡлап әйтәһең инде, Йәмилә... – Шарҡылдап, хәбәрен сәсрәтеп торған күңелсәк еңгә ҡапыл ғына баҫалҡыланып, Сәлимә яғына күҙ һирпте. – Һинең өйгә килгәнеңде, йәш кенә булыуыңа ҡарамаҫтан, аҡыллы ғына кәңәштәр биреп маташыуыңды ла иҫләйем мин. Икебеҙ ҙә эсә инек бит. Солтан ағайың да, мин дә... Балалаларҙы йыш табып, бишәү итеп ташлағайным, һыйыр һауыу эше былай-алаймы, ауыр. Эй, уға ғына бирешмәҫ инем әле. Атайҙан иртә етем ҡалғас, быуыным да ҡатмаған көйө әсәй менән тубыҡтан тиҙәк кисеп, фермала аҙ йөрөмәнем, уға ярҙамлаштым, кесе туғандарымды аяҡҡа баҫтырыштым. Эштән ғүмерҙә лә биҙмәнем мин, һау кешегә эш тә булдымы ауырлыҡ. Ағайыңды ла шул һауынсылар слетында осраттым бит инде. Солтан ағайығыҙҙы иҫләйһегеҙҙер әле, бигерәк матур, бигерәк тә шәп ине лә ул...
Йәмилә һирпелеп кенә Нәфисә еңгәгә ҡараны. Йәтеш кенә кәүҙәһе ултырған ултырғысында орсоҡ кеүек әйләнә, йөҙөнән тулҡын-тулҡын нур тарала, күҙҙәрендә сабыр моңһоулыҡ. Яратҡан кеше генә ошолай йәйғор төҫөнә инә алалыр, һөйөлгән йөрәк кенә ошолай көлтә-көлтә йылылығын тараталыр...
Мазут кейемендәге күмер кеүек ҡара күҙле, ҡара сәсле Солтан ағай тракторы янында соҡоноп йөрөгән көйө иҫендә ҡалған Йәмиләнең. Ҡышын Урал төп- көлөндәге кәбәндәрен һөйрәп алып килгәндә атаһы мәрхүмдең арт ҡапҡаны асып йөрөгәндәре, мәрхүмә әсәһенең көтөп алынған бесәндең тәләфләнмәй килеүенә шатланып, Солтан ағайҙы ҡәҙерләп, түренә ултыртып һыйлағаны хәтерендә. Борон ауыл кешеләре ошо Солтан ағай кеүек егәрле, әрһеҙ, эшкә талымһыҙ кешеләр арҡаһында донъя көтә ине. Кеше бер-береһе өсөн ҡәҙерле ине элек.
– Ире менән ғорурланмаған, ирен хөрмәт итмәгән кеше ир менән йәшәй алмай. Уға минең яратыуым етә, башҡаларға ымһыныр, тип уйламай инем. Бергә эшләгән Сәйҙә, һаҡмар аръяғына ҡайтыу алыҫ, иртәнге һауымға һеҙҙән йөрөү еңел, тип, көн дә кис килеп ҡуна башланы. Күңелем киң, өҫтәлемдә ризыҡ мул, Сәйҙә лә буш килмәй, ҡуйынына яртыһын ҡыҫтырып килә. Ашайбыҙ, эсәбеҙ, ятып йоҡлайбыҙ. Ир төпкө өйҙә, мин балалар менән алғы өйҙәге урындыҡта, әхирәтем урындыҡтың икенсе башында. Мәлһеҙ уянып, тышҡа сығып инәйем тиһәм, әхирәтемдең урыны буш. Ынтылып, ир ятҡан карауатҡа күҙ һалһам, ана яталар ҡушарлап. Быуынһыҙ булып урыныма барып яттым...
Нәфисә ҡапыл ытырғанып килеп үҙен ҡосаҡланы. Сәлимә керпектәрен аҫҡа төбәне. Ошондай кисерешендә кешегә нисек төбәлеп ултырһын. Йәмилә тыныс тауыш менән өҙөлгән хәбәрҙе кире ялғап алып китте.
– Үткәрҙең, еңгә, барыһын да... Беҙ, йәш уҡытыусылар, ул осорҙа ферманан ҡайта белмәйбеҙ, агитатор ҙа, пропагандисбыҙ ҙа. Сәйҙә апай иң алдынғы һауынсы, «Йәшен» гәзите сығарып, маҡтап элеп китәбеҙ, иртәгәһенә барыуға гәзит йыртылып, мөйөштә ята...
– Әлеге мин, йәнәһе, бөтә үсемде шул гәзиттән алам инде. Үҙем иргә лә, Сәйҙәгә лә бер һүҙ ҙә әйтә алмайым. «Киләйемме?» – тип һораһа, «Күберәк араҡы алып кил», – тием. Күберәк әсәм дә, балаларҙы ҡосаҡлайым да йоҡлайым. Йәнәһе, күҙем күрмәһен, ҡолағым ишетмәһен.
– Илдең ауыҙын иләк менән ҡаплап булмай, – тип уйланып дауам итте Йәмилә. – Һеҙҙең ғаилә тураһында ғәйбәт таралды. Сәйҙә апайҙы күралмаҫ хәлгә әйләндем, һеҙҙе лә аңлай алмайым. Ғорурлығы юҡмы икән, ниңә түбәнһенә икән, тип уйлайым...
– Иремдән айырылғым килмәй. Сәйҙәне лә йәлләйем...
– Ниңә йәлләргә уны? – тип зәһәрләнеп һүҙгә ҡушыла Сәлимә.
– Сәйҙә апайҙың да үҙ тарихы бар ине шул, – тине ипләп кенә Йәмилә. – Ут күрше Шағбан ағай менән Разифа апайҙы беләһең бит, Сәлимә.
– Эйе, беләм. Биш ҡыҙҙары бар ине. Разифа апай беҙгә килеп, оҙаҡ-оҙаҡ сәй эсеп ултырыр ине, йәнем көйә ине, – тип өҫтәне Сәлимә.
– Ул көн дә инә, әсәйем менән сәй эсә, ә атайым уның инеп йөрөгәнен яратманы. Атайым Разифаны хөрмәт итмәгәндер, тием. Әсәйем менән дә һүҙгә киләләр ине. «Күрше хаҡы – тәңре хаҡы» тип еңә ине әсәйем.
– Сәйҙә апайҙың ни ҡыҫылышы бар улар ғаиләһендә? – тип ғәжәпһенде Сәлимә.
– Туранан-тура, – тип һүҙҙе ялғап алып китте Нәфисә еңгә. – Сәйҙә ун һигеҙе тулыр-тулмаҫ Шағбанға кейәүгә сыҡҡан булған. Мин дә шул осорҙа Байгилдегә килен булып төштөм. Ауылға шәфҡәт туташы булып Разифа эшкә килде. Ҡайһы аралалыр Шағбандың башын өйләндереп, Сәйҙәне айырттырып, уға кейәүгә сыҡты. Сәйҙә иренән айырылғандың икенсе көнөнә үк малай тапты, Разифа ла күп йөрөмәй, ҡыҙ бала тыуҙырҙы. Бер мәлдәрәк тыуҙы балалар. Ун һигеҙ йәшенән ирһеҙ ултырҙы Сәйҙә, балаһын ҡарт әсәһе көттө, үҙе алдынғы һауынсыға әйләнде, – тип һүҙен дауам итте Нәфисә еңгә. – Иремде лә, әхирәтемде лә күрә алмайым, ә иң үкенеслеһе – үҙемде аңлай алмайым. Кешеләрҙең төрлөһө бар, ҡайһыһы йәлләй, Разифа кеүек йүнһеҙе этлеккә өйрәтә.
Йәмилә Нәфисә еңгәгә ҡарап, ул йылдарҙағы ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырырға тырыша. Ысынлап та, аҡ дебет шәл ябынып, ыҡсым ғына фуфайка кейгән Нәфисә еңгәне йә һыу ташығанын, йә эшкә йүгергәнен күрә, тик мәктәпкә йыйылышҡа йөрөмәй. Балалары әллә ни эш боҙған балалар түгел, тик насар уҡыйҙар, етмәһә, күҙҙәрендә йәшәү йәме юҡ.
Мәктәп директоры көн дә бер уҡытыусыны улар ғаиләһенә ебәрергә тырыша. Бына шул ваҡытта уларҙа булғайны Йәмилә. Ир менән ҡатындың татыулығы булмаған, мөхәббәте ҡасҡан йорт нисек була, уларҙа ла шулай ине.
Тәү ҡарағанда, бөтәһе лә урында һымаҡ, хатта балалар ҙа дәрес әҙерләгән кеше булып, өҫтәл артында ултыра. Әммә өйҙә йәнһеҙлек хөкөм һөрә, хатта балаларҙың да йәне ҡайҙалыр боҫҡан, ҡурҡҡан кеүек.
– Ниңә көн һайын килеп бимазалайһығыҙ. Башҡа эшегеҙ юҡмы? Эшегеҙ аҙ тойолһа, ана, фермаға барып эшләшегеҙ. Ә мин ҡайтып, балаларымды ҡарармын... Тәүҙә үҙегеҙ кейәүгә сығып, бала табығыҙ, шунан өйрәтерһегеҙ, – тигән әсе һүҙҙәре ишеккә ҡыҫылып ҡалды.
Күңеле тулып ҡайтып инде Йәмилә. «Үҙе рәнйеүле кеше сит кешенең дә йөрәген аямай, рәнйеүеңде үткәреп ебәрергә тырыш, балам», – тип йыуатты уны әсәһе.
Нәфисә еңгәнең ғаиләһендәге фажиғәне бөтә ауыл белә, яман шеш кеүек ҙурайғандан-ҙурая, әммә береһе лә ҡотҡарыу юлын тапмай ине.
Ул арала Йәмилә күрше район үҙәгендә эшләп йөрөнө, үҙе менән бергә уҡыған егеткә кейәүгә сығып китте. Бер туған ҡайнағаһының биш бала менән яңғыҙ йәшәгәнен күреп (ҡатынын аҙғынлығы, эскелеге арҡаһында әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәйнеләр), Сәйҙә апайҙы димләне. Ҡайнағаһы ауылға барып, ул ҡатынды күргәндән һуң, бик оҡшатып, әйләнергә булып, артынан эйәртте лә ҡайтты.
Сәйҙә апай биш баланы ауырһынмай көтөп, Йәмиләнең ҡайнағаһы менән арыу ғына йәшәне лә китте. Тик әсәһенән Йәмиләгә ошо сәләмде еткертте. «Балам, Сәйҙә инеп сыҡты бер көндө, – тине әсәһе һаҡ ҡына. – Һиңә үтенесе бар икән. Сәйҙә үҙенең үткәндәре өсөн борсола. Иреңә лә, ҡайнағаңа ла бер нәмә лә һиҙҙермәүеңде һорай». Йәмилә әсәһенең күҙҙәрендә шомло борсолоу эҙҙәрен күрҙе. Эйе, кеше яҙмышы менән шаярыу яҡшы нәмә түгел. Йәмиләгә лә был аҡыл әсә һөтө менән бирелгән ине. Ни тиклем ире менән татыу йәшәп, араларында бер остоҡ та йәшерен һүҙҙәре булмаһа ла, Сәйҙәнең намыҫына тейгән серҙе һаҡлай белде. Апһындар булып, татыу йәшәнеләр. Йылдар үҙ ағышы менән үтте.
Бер ҡунаҡҡа килгәнендә әсәһе:
– Нәфисә киленде осраттым Темәс баҙарында, – тине.
Ниңә ул Байгилделә йәшәмәйме ни?
– Эй, улай булғас, һин белмәйһең икән. Нәфисә еңгәңдең тормошонда ла үҙгәрештәр булып алды бит. Һин Сәйҙәне ҡайнағаңа димләп алып биргәндән һуң, Нәфисә лә Солтанды ташлап, балаларын тейәп, ҡайтты ла китте тыуған ауылына. Тәүҙә ферма өйөндә йәшәгән, тинеләр, һуңынан үҙенә йәтеш кенә өй әтмәләгән, туғандары ярҙам иткән, тинеләр. Эсеүен ташлаған, Талҡаҫ буйындағы ҡымыҙныйҙа бейә һауып, матур ғына йәшәп киткән. Балаларын да өйөрөп үҙе көтөп ултыра тигәйнеләр.
Солтаны ғына ауылда ике эттең береһе булып эсеп йөрөнө. Шулай инде. Ир башы менән бер түгел, ике ҡатындан көлөп, ғаиләһен мыҫҡыл иткән кешегә ней һан булһын. Бөгөн килеп, инәлеп, Нәфисә еңгәңә, балалары эргәһенә барып һыйынған икән. Әсеүен ташлаған, ауырый, ауырыһа ла тракторҙа эшләп йөрөй, ти. Нәфисә еңгәң һиңә шуны әйтергә ҡушты: «Йәмилә Сәйҙәне ҡайнағаһына димләп, мине көндәштән ҡотҡарҙы. Гаиләмә ырыҫым, бәхетем әйләнеп ҡайтты. Ҡыҙығыҙҙың бик бәхетле икәнен ишетәм, шул бәхете ташламаһын, ике донъяның да рәхәтен татып, матур ғүмер итһен. Иткән изгелеге үҙенә әйләнеп ҡайтһын...»
Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, ғәләмәт күңеле булды Йәмиләнең.
Ә бөгөн, күпме ғүмерҙән һуң, Нәфисә еңгәһен түренә ултыртып һыйлап ултыра, һыйлап тигәс тә, табынға араҡы ла, вино ла ултыртылманы.
– Эсмәйем, – тине Нәфисә еңгә. – Былай ҙа Байгилде ауылы кешеләрен күрһәм, оятымдан ер тишегенә инерҙәй булам. Ҡайһындай оятсылыҡ килтерҙем ауылға. Солтан ағайың менән кире йәшәп киткәс, ултырып-ултырып һөйләштек. Шул замандарҙы иҫкә алдыҡ.
– Нимә тип иҫкә алдығыҙ инде? – тип һорай ҡуйҙы Сәлимә.
Нәфисә еңгә көтмәгәндә сыңғырҙатып көлөп ебәрҙе.
– Икебеҙ ҙә ғәйепле, тип һөйләшкән булдыҡ. Мине еңел генә икенсе бисәгә бирҙең, минең өсөн көрәшмәнең, тигән була Солтан.
– Солтан ағайығыҙ ҡапыл үлеп киткәс, ҡыйын булды барыбер. Насармы, яҡшымы, ирем булған икән дә һуң. Хәйерен биреп, аятын уҡытып торам. Тик Сәлимә генә ғәфү итмәй атаһын. «Эй, шуны», – тип, телгә алып һөйләгәнде лә яратмай...
Төн ҡундырып, матур яулыҡ ябып, тәмле күстәнәстәр менән ҡапҡа тышына сығып, оҙатып ҡалды Йәмилә. Йәтеш кәүҙәле, теремек күҙле Нәфисә еңгә лә ихлас һаубуллашты.
Нәфисә еңгәне оҙатҡандан һуң, Йәмилә менән Сәлимә ҡаҙҙарҙың эсенә тоҙ һирпеп, туңдырғыс эсенә тултырырға тотондо. Эш менән мауығып, улар һөйләшмәй генә йөрөнө.
– Һине аңларға тырышып йөрөйөм, апай. Сәйҙә апай тураһындағы серҙе еҙнәмдән, ҡайнағаңдан йәшергән өсөн үҙеңде улар алдында гонаһлы һанамайһыңмы? – тине телгә килгән Сәлимә.
– Әллә... Төрлө сағым бар. Кешене хөкөм итеүе генә еңел. Әле бына Нәфисә еңгәнән Сәйҙә апай тураһында берәй насар һүҙ ишеттеңме?
Сәлимә үҙе бер, күлдәге менән ике ҡат булған эскерһеҙ Нәфисә еңгәне күҙ алдына баҫтырғас, йылмаймаҫ еренән йылмайҙы.
– Йөй белдермәй йәшәүеңә һоҡланып та ҡуям, апай, – тине һенлеһе Йәмиләгә хушлашҡанда.
– Йөй белдермәй... Әйтеүе генә анһат...
Сәйҙә апайҙы үҙенә туған итеп, апһындар булып йәшәп китһә лә, тәүҙәрәк Йәмилә тартынып, уға сәйерһенеп ҡараны. Күңеленән Нәфисә еңгәнең ғаиләһенә оятһыҙ рәүештә килеп ҡыҫылыуын ғәфү итә алмай ыҙаланы. Әммә биш баланы үҙенеке кеүек тәрбиәләп, ҡайнағаһының да күңелен күреп, матур йәшәп киткәстәре, уларҙың ғаилә бәхетенә оронсоҡлап, иҫкеләрҙе иҫкә алманы. Килен, тип, алсаҡланыуын ихлас ҡабул итте.
Кешегә баһа йәшәй-йәшәй, өйрәнә-өйрәнә, күрә-күрә биреләлер. Йәмилә лә Сәйҙә апайҙың үгәй балаларҙан йәлләп, ҡыҙғанып, өҙөп ултырғанын, һаранланғанын, күңеленең тарлығын күрмәне. Шуғалыр ҙа ҡайнағаһының ғаиләһенә Сәйҙә апайҙың малайы менән ҡарт әсәһе лә һыйҙы. Бөтәһен дә аяҡҡа баҫтырҙылар, туйҙарын үткәрҙеләр. Тормоштары ыңғай барған ерҙән фажиғә бер-бер артлы килде. Сәйҙә апайҙың әсәһен ерләгәндән һуң, күп тормай, улы менән килене, ейәнсәре бер көндә өйҙәрендә янып үлделәр. Янғындың нимәнән сыҡҡанын да айырып әйтә алманылар, әллә төҙөк булмаған розетканан, әллә янып ятҡан усаҡтан. Йәмиләнең иренең үлеменә йыл тигәндә, ҡайнағаһы кинәт кенә үлеп ҡуйҙы. Ҡайғыларға ике йыл да үтмәне, Сәйҙә апайға «яман шеш» диагнозы ҡуйҙылар, уң яҡ түшен ҡырҡып ташланылар. Ул дауаханала саҡта йыш эргәһенә барҙы Йәмилә, һөйләшеп ултырҙы. Йәшәүҙән төңөлөүен һиҙҙермәй, «йүнәлеп китһәм», тигән ышанысы ҙур кеүек Сәйҙә апайҙың.
– Килен, арҡама массаж яһа әле, – тигән булды һуңғы килгәнендә. Кейемен күтәреп, арҡаһын һыйпаштырҙы. Ҡултыҡ аҫтынан арҡаһы шеш, тәне ҡара янып күгәргән. Йәмилә шикләнеүен һиҙҙермәй, өҫтөн ябып, аяҡтарын юрған эсенә төрҙө, йөҙөнә күҙ төшөрҙө. Йомарлам май шикелле, ап-аҡ ҡына булып, йәмле генә ята. «Ни йәнекәйе менән түҙә икән, меҫкенкәй», – тип өҙөлөп уйланды Йәмилә. «Дарыу көсө менән ята, күп ҡалмаған», – тине дауалаусы табиб.
Шул саҡта Йәмиләнең күңеленә яман уй ояланы ла ҡуйҙы. «Нәфисә еңгәнең өйөнә йөрөгәндә, ниҙәр кисерҙең?» тип һорағыһы килеп тик тора, йәмһеҙ уйҙарынан арына алмай ҙа ҡуя. Хөкөм итергә хаҡы юҡ икәнен дә аңлай. Бәндәләрҙең үлеме йәшәүенә оҡшағанын, йәшәүенә ҡарап тәҡдире килгәнен күреп тороу уны тәҡәтһеҙ итә.
Сәйҙә апайҙың мәйетен өйөнә алып ҡайтҡас, үгәй ҡыҙҙарының әсәләренең күкрәгенә ҡапланып: «Әсәй, әсәкәйем! Ниңә ташлап киттең беҙҙе?» – тип тәгәрәп илағанын күреп, Йәмилә һиҫкәнде. «Сәйҙә апай, ғәфү ит мине, минең аяуһыҙ хөкөмөмдө ярлыҡа инде», – тип, быуынһыҙ булып ул да түгелеп иланы. Хөкөмдар булырға хаҡы юҡлығын шунда төшөндө.
Күргәндәре-белгәндәренән фәһем алып, кисерештәренә һығымта яһай алмай ыҙалана ҡай саҡта. Әҙәмдең хаҡ яҙмышы, булмышы шулайҙыр инде. Ошо ерҙә Нәфисә еңгәнең: «Сәйҙәнең улы, килене, ейәнсәре – бер юлы үлгәс, Шағбан да ерләшергә барған, тинеләр. Улын тыуғанында ҡабул итмәгәс, ерләшергә нимә уйлап барҙы икән, тип гел уйлайым», – тигән һүҙҙәре иҫенә төштө. Яуап табып булһа икән.
Нәфисә еңгәнең өйҙәрендә булып китеүе Йәмилә йөрәгендәге күптән һыҙлап торған яраһын бөтәштергәндәй, күңелендәге тынысһыҙ уйҙарын бөтәйткәндәй итте. Уҡыусыһы Айҙарҙы күҙ алдына баҫтырыу менән бөтә булмышы яңырҙы ҡарт уҡытыусының.
Зөһрә Усманова.
фото т.роза