Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Апрель , 17:01

Бишбүләк делегацияһы - Өфөлә

Бөгөн "Торатау" конгресс-холында 2023-2024 йылдарҙа "Айыҡ ауыл" республика конкурсы йомғаҡтары буйынса еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.

Бишбүләк делегацияһы - Өфөлә
Бишбүләк делегацияһы - Өфөлә

Республикала конкурс 2011 йылдан алып уҙғарыла. 2019 йылдан проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ҡабаттан тергеҙелгән. Һандарға килгәндә, ошо арауыҡ эсендә 3000-дән ашыу ауыл проектта ҡатнашҡан, улар араһында муниципаль этап еңеүселәре – 261, республика этабы еңеүселәре – 39. 25 апрелдә был исемлекте тағы 12 ауыл тулыландырҙы.

Конкурс йылдан-йыл камиллаша бара. Ҡатнашыусылар яңы форматтар эҙләй, төрлө фәһемле саралар үткәрә, ҡайһы бер райондар берләшеп ниндәйҙер идеяларҙы тормошҡа ашыра, күрше өлкәләрҙе лә тәжрибә уртаҡлашырға саҡыра. Ғөмүмән, Башҡортостандың "Айыҡ ауыл"ды ойоштороу, үткәреү тәжрибәһе башҡа төбәктәр өсөн ҡыҙыҡлы, ул уникаль күренеш булып тора. Конкурстың ойоштороусылары, координаторҙары булараҡ, хеҙмәттәшлек өсөн һәр саҡ асыҡбыҙ, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашырға әҙербеҙ. Беҙҙең "Айыҡ ауыл" проектының хәҙер етди норматив базаһы, аныҡ һөҙөмтәләре бар, - тип белдерҙе Эльвира Ринат ҡыҙы проекттың биш йыллыҡ әһәмиәтен билдәләп.

Республика конкурсының һөҙөмтәләренә килгәндә, быйыл түбәндәге райондар һәм ауылдар проекттың еңеүселәре булды:

"Эре тораҡ пункттар" номинацияһында:

I урын – Бөрйән районы, Байназар ауылы;
II урын – Иглин районы, Ҡалтыман ауылы;
III урын – Учалы районы, Сәфәр ауылы.

«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында:

I урын – Йәрмәкәй районы, Әбделкәрим ауылы;
II урын – Салауат районы, Әлкә ауылы;
III урын – Яңауыл районы, Байғужа ауылы.

«Урта тораҡ пункттар»номинацияһында:

I урын – Хәйбулла районы, Оло Әбеш ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Степановка ауылы;
III урын – Тәтешле районы, Сорғолды ауылы.

«Бәләкәй тораҡ пункттар»номинацияһында:

I урын – Асҡын районы, Төлгөҙбаш ауылы;
II урын – Саҡмағош районы, Иҫке Ихсан ауылы;
III урын – Стәрлебаш районы, Түбәнге Аллағыуат ауылы.

Шулай уҡ республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ҡатнашыусыларҙың күп һанлы үтенестәре һәм теләктәре нигеҙендә, Башҡортостан Хөкүмәтенең еңеүселәргә генә түгел, ә бөтә финалсыларға финанс ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарары ҡабул ителде. Уға ярашлы, быйылдан башлап конкурстың республика этабында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла (еңеүселәрҙән тыш) 200 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк алды. Финанслау ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә тәғәйенләнгән. Шулай итеп, конкурстың приз фонды 2024 йылдан алып 8,4 миллион һумға артты һәм 50 миллион һум самаһы тәшкил итә.

bashgazet.ru

 

 

 

 
Бишбүләк делегацияһы - Өфөлә
Бишбүләк делегацияһы - Өфөлә
Бишбүләк делегацияһы - Өфөлә
Бишбүләк делегацияһы - Өфөлә
Бишбүләк делегацияһы - Өфөлә
Автор:
Читайте нас: