Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Апрель , 19:41

Тыуған көнөң менән, ветеран!

Район хәкимиәте башлығы Артур Мөхлис улы һәм ирекмәндәр Бөйөк Ватан һуғышы яугире Александр Петрович Мироновты ғүмер байрамы менән ҡотланы 

Тыуған көнөң менән, ветеран!
Тыуған көнөң менән, ветеран!

"Бишбүләк ауылында йәшәүсе Александр Петрович Мироновҡа 97 йәш тулды. Бөйөк Еңеүгә өлөш индергәндәр араһынан ул берҙән-бер иҫән фронтовик. Бөгөн үҙенең ғүмер байрамын билдәләүсе яугирҙы ҡотлап, ихлас теләктәребеҙҙе еткерҙек һәм ҙур булмаған бүләктәребеҙҙе тапшырҙыҡ. Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре уның тураһында репортаж әҙерләне. Миңә Александр Петрович һәм уның ғаиләһе менән аралашыу һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ тыуҙыра. Уның менән бергә булғанда, уға һәм уның үткәндәренә хөрмәт менән ҡарайһың. 

Олпат ветеран менән хушлашҡанда, Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы сарала осрашыу тураһында килештек. Түҙемһеҙлек менән был осрашыуҙы көтәм", - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Артур Зарипов.  


 

Тыуған көнөң менән, ветеран!
Тыуған көнөң менән, ветеран!
Тыуған көнөң менән, ветеран!
Автор:
Читайте нас: