Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Апрель , 13:33

Уҡыусылар май байрамдарында нисек ял итә?

Был турала мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итә. 

Уҡыусылар май байрамдарында нисек ял итә?
Уҡыусылар май байрамдарында нисек ял итә?

 2024 йылда Беренсе май байрамдары 4 көн дауам итәсәк: 28 апрелдән башлап 1 майға ҡәҙәр: 27 апрелдә (шәмбе) уҡыусылар  – 29 апрель  (дүшәмбе) көнө өсөн уҡыясаҡ. Белем биреү учреждениеларына был көндә дәрестәрҙе ҡыҫҡартырға кәңәш ителә.

29 һәм 30 апрель – уҡымай торған көндәр.

Шаршамбы, йәғни 2 майҙа, һәм йома көнендә, 3 майҙа балалар уҡыясаҡ.  2 майҙа  барлыҡ мәктәптәрҙә лә республика байарғын күтәреү, гимн башҡарыу буласаҡ һәм сираттан тыш “Разговоры о важном” дәресе уҙасаҡ.

4, 5 май (шәмбе, йәкшәмбе) ял көндәре һанала.  

“Хөрмәтле ата-әсәләр, балалар! Көнкүрештә, йәмәғәт урындарында, велосипедта, самокатта йөрөгәндә хәүефһеҙлектең гади кагыйдәләре тураһында онотмағыҙ! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен,  һыуҙа һәм тимер юл объекттарындағы ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәм: бәлиғ булмаған балаларға киске 22.00 сәғәттән һуң урамда өлкәндәрһеҙ йөрөргә ярамай”, – тип мөрәжәғәт итә республиканың фән һәм мәғариф министры Илдар  Мәүлетбирҙин. 

Башинформ. 

Уҡыусылар май байрамдарында нисек ял итә?
Уҡыусылар май байрамдарында нисек ял итә?
Автор:
Читайте нас: