Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Апрель , 22:38

Уҡыусылар шиғриәт байрамына йыйылды

Айыт урта мәктәбендә Ярлы Кәрим ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте

Уҡыусылар шиғриәт байрамына йыйылды
Уҡыусылар шиғриәт байрамына йыйылды

Бөгөн Айыт ауылында ике бер туған шағирҙы данланылар. Тәүгеһе - патриот-шағир Фәтих Кәримға арналған сара ауылдың күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә булһа, икенсеһе – Ярлы Кәрим (Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы) ижадына арналған шиғыр бәйгеһе Ф.Кәрим исемендәге урта белем биреү мәктәбендә ойошторолдо.

Иң тәүҙә һәммәһен дә Айыт урта мәктәбе директоры  Гөлнара Наил ҡыҙы ҡыҙы Мөхтәсимова сәләмләне һәм, барыһына ла уңыштар теләгәндән һуң, һүҙ сараны алып барыусыларға бирелде.

Күренекле башҡорт шағиры, милли хәрәкәт эшмәкәре, журналист Ярлы Кәримдең әҫәрҙәре күп түгел. Мәктәп уҡыусылары Радмила Сәфәрғәлиева һәм Алмаз Муллағолов уның тормош юлына һәм ижадына байҡау яһаны.

Был көндә сәхнәлә шиғыр тигән бөйөк рухи көс тантана итте. Айыт, Ҡаныҡай, Бишбүләк һәм Йылбулаҡтамаҡ мәктәптәренән килгән уҡыусылар Ярлы Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләне. Шиғыр арты шиғыр яңғырап торҙо, ә залдағылар уларҙы алҡыштар менән оҙатты. Барыһынан да бигерәк, 7-cе класс уҡыусылары Сәфәрғәлиева Радмила (Айыт мәктәбе, етәксеһе Мөхтәсимова Э.М.) һәм Хәмитова Илүзә (Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе, етәксеһе Кинйәбаева И.Р.) үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә һүҙ оҫталары ғына түгел, сәнғәт оҫталары итеп тә танытты. Яҙыусы, М.Аҡмулла премияһы лауреаты Фәнис Фәтих улы Янышев уларға  “мең  ырыуы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы исеменән I дәрәжә диплом тапшырҙы һәм киләсәктә лә әүҙем булыуҙарын теләне.

Конкурста ҡатнашҡан балаларҙың күбеһе милли кейемдәрҙә килгәйне. Жюри ағзалары конкурсанттарҙың дөрөҫ интонация мҽнән һөйләүҙәрен,  тексты белеү кимәлен баһаланы. Айыт мәктәбенең 7-се  класс уҡыусыһы Сәетгәрәев Данияр һәм 10-сы класс уҡыусыһы Ғабдуллина Азалия (етәкселәре Мөхтәсимова Э.М.), шулай уҡ Ҡаныҡайҙан Халиҡова Лияна (етәкселәре Батраева Д.М.) II дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Бәйгелә балаларҙың үҙҙәрен тотоштары, шиғырҙы матур итеп тамашасыға еткерә белеүе һоҡландырҙы. Иң йәш шиғыр һөйләүселәр 2-cе класс уҡыусылары Халиҡов Ленар (Ҡаныҡай, етәксеһе Батраева Д.М.) һәм Ғәйзуллина Зилә (Йылбулаҡтамаҡ, етәксеһе Кинйәбаева И.Р.) шағирҙың “Наҙлы гөлкәйем” шиғырын хисләнеп, әҫәрләнеп, бер ерендә лә яңылышмай башҡарҙылар. Айыт мәктәбенең 7-cе класс уҡыусылары Батраев Байрас һәм Сәлихова Регина (етәкселәре Мөхтәсимова Э.М.), шулай уҡ Бишбүләк 2-cе мәктәбенең 8-cе класс уҡыусыһы Мөхәмәтова Алия (етәксеһе Маликова А.М.) III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Шиғыр бәйгеһендә ҡатнашҡан башҡа уҡыусыларға ла район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. “Мең ырыуы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов уҡыусыларға ғына түгел, ә сараны ойоштороусы Элиза Ғаяз ҡыҙына һәм башҡорт теле уҡытыусыларына ла бүләктәр алып килгәйне.

Мәктәп уҡыусыларының  йырҙары, бейеүҙәре менән үрелеп барған сара иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткәндәрҙең һәммәһенә лә “афарин!” тип әйтке килә.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

 

Уҡыусылар шиғриәт байрамына йыйылды
Уҡыусылар шиғриәт байрамына йыйылды
Уҡыусылар шиғриәт байрамына йыйылды
Уҡыусылар шиғриәт байрамына йыйылды
Уҡыусылар шиғриәт байрамына йыйылды
Уҡыусылар шиғриәт байрамына йыйылды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: