Кем академик отпускыға хоҡуҡлы:
— белем алыу формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, колледж, техникум һәм юғары уҡыу йорттары студенттары;
— курсанттар;
— аспиранттар;
— ординаторҙар, адъюнкттар һәм ассистент-стажерҙар.
Сәбәптәре ниндәй булыуы мөмкин:
— ауырыу;
— йөклөлөк;
— ғаилә хәле;
— хәрби хеҙмәт;
— финанс хәле.
Академик отпускыны нисек алырға:
— деканатҡа ғариза яҙығыҙ, сәбәбен һәм ваҡытын күрһәтегеҙ - ғаризаны юғары уҡыу йортонда шәхсән яҙырға йәки почта аша ебәрергә була;
— ғаризаға кәрәкле документтарҙы беркетегеҙ;
— мөрәжәғәтте ҡабул иткәндән һуң 10 көн эсендә ҡарар ҡабул ителәсәк.
Ниндәй документтар кәрәк:
— ауырығанда йәки йөклө булғанда – һаулыҡ торошо буйынса академик ялға китергә нигеҙ бармы-юҡмы - юғары уҡыу йорто поликлиникаһындағы медицина комиссияһы йәки университет менән килешеү төҙөгән муниципаль клиника ҡарар итә. Медицина ҡарарын уҡыу йортона тапшырырға кәрәк;
— армияла хеҙмәт итеү өсөн - хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы;
— башҡа осраҡтарҙа документтар исемлеген уҡыу йортонда асыҡлағыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан