Уның кеше өсөн дә бик файҙалы үҫемлек икәнен йылдар үткәс кенә белдем. Кальций, баҡыр, тимер, фосфор, магний, А, В, С витаминдары уны баһалап бөткөһөҙ дарыуға әйләндерә. Тамырынан башҡа һәммә өлөштәрен ошо маҡсатта файҙаланалар. Гепатит, мононуклеоз, ҡан аҙлығы, һыуыҡ тейеү, йүткереү, ҡурылдай быумаһы менән яфаланғанда туҡранбаш алыштырғыһыҙ үҫемлек икән.
Туҡранбаш һарҡындыһын шешектәргә, бешкән урынға ябалар.
Ҡыҙыл сәскәлеһен үләнсе-табиптар түш, түллек, лимфа системаһы яман шеше булғанда тәҡдим итә. Донъяның 33 илендә уны тап ракҡа ҡаршы ҡулланалар.
Бауыр, үт ҡыуығы, бәүел ҡыуығы, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалағанда, уны ҡулланыуҙың яҡшы һөҙөмтә биреүе асыҡланған. Тәндән төрлө ағыуҙарҙы ла сығарыуы билдәле.
Бешкән дөгөнө (120 г) 600 г самаһы туралған йәш туҡранбаш, петрушка (40 г), саҡ ҡына быҡтырып алынған 80 грамм һуған, дүрт сей йомортҡа менән ҡушып, тәменсә тоҙ, борос һалып әүәләйҙәр ҙә кәтлиттәр яһап, онда тәгәрәтеп алалар. Шуны майҙа ҡурып бешергәс, ҡатыҡ йә һөт соусы һалып, табынға бирәләр.
Уны һыуыҡ тейгәндә ҡулланалар. Эмалле һауытҡа ике стакан кипкән үләнде һалып, бер литр ҡайнар һыуҙа бешерәләр. Төнәтмәһен һарҡытып, көнөнә ике-өс тапҡыр эсәләр. Туҡранбаштың кипкән япраҡтары онтағын ашҡа ла һалырға мөмкин.