Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Июль 2018, 11:53

Тырнаҡгөл

Тырнаҡгөлдө тәү күргәнемде шуға күрә бөгөнгөләй асыҡ хәтерләйем. 1964 йылдың йәйе, Өфө аэропорты (ул урында хәҙер аграр университет).Газонда үҫкән ҡыҙғылт-һары сәскә иғтибарымды тартты. Мин тәбиғәттә бындай тҡлөһөг күргәнем юҡ ине. Тиҙҙән ул ауылда ла үҫтерелә башланы, һәм мин уның тырнаҡгөл икәнен белдем. Яңынан-яңы сәскәләр уны матурлығы, сағыулығы менән баҫып китте, әммә мин уны гел бала сағым иҫтәлеге итеп сәсә килдем. Ә бына шифалы сифаттарын, ни ҡыҙғаныс, күп йылдар үткәс кенә белдем..

Беҙ бәләкәй саҡта ауыл ерендә әллә ни сәскә үҫтермәнеләр. Урман, болон тулы сәскә — нимә тип мәшәҡәтләнергә, эйе лә?.. Күп тигәндә төрлө төҫтәге баҡса ромашкаһы – космея осраштыра ине.
Ниндәй генә ауырыуҙарҙың “билен һындырмай” ҙа ниндәй генәһенән ҡурсымай икән! Уның тап ошо алтын сәскәһе – алтындарға торорлоҡ дарыу! Пәйғәмбәр тырнағы тигән икенсе атамаһы булыу ҙа күпте һөйләй. Йәйҙәрен мотлаҡ сәйгә ҡушып эсегеҙ. Аллергия ғына булмаһа инде. Һиндостанда уны изге үҫемлек, Ҡытайҙа оҙон ғүмерлелек билдәһе тип һанауҙары бер ҙә юҡтан түгел. Холецистит, гастрит, колит, гепатит, ашҡаҙан, бөйән яраһы, гипертония, стенокардия, аритмия, невроз, тромбофлебит, арпа, күҙ эренләү һ.б… Ярҙамы тейгән сирҙәрҙе һанап та сығырлыҡ түгел.
“Календула” тигән кремды беләһегеҙме? Тап ошо сәскәнең исемен йөрөтә ул, сөнки шунан эшләнгән. Ул төрлө йәрәхәттәрҙе, сабыртмаларҙы йүнәлтә.
Гиппократ уҡ әле: “Ашағаныбыҙ беҙгә дарыу булһын, ә дарыуыбыҙ ризыҡтан булһын”, — тигән. Шуның өсөн мин үҫемлектәрҙең дарыу ғына түгел, ризыҡ булырлығын да һайлап алам. Йәйгеһен бешергән торттарҙы биҙәгәндә, еләктәр араһындағы ерлеккә сәскәһен ҡаҙайым, телдәрен дә һибеп сығам.
Тырнаҡгөл — табында:
Тырнаҡгөлдө дөгө бутҡаһына һалырға тейешле йылы һөттә тотоп, һарҡытып алһағыҙ, ризығығыҙ матур алтынһыу төҫкә инер. Ҡамырға ла шул рәүешле ҡушырға мөмкин.
һеркәһенә, шыйыҡ майға һалынған сәскә уларға матур төҫ бирер.
Турама:
200 г тырнаҡгөл сәскәһе, 200 г ҡыяр, 100 г кишер, бешкән бер йомортҡа, ҡаймаҡ, укроп, һуған, тәменсә тоҙ.
Йәшелсәне шаҡмаҡлап турайбыҙ, сәскәләрҙе 5 минут самаһы ҡайнар һыуҙа тотоп һарҡытабыҙ ҙа кипшетеп алабыҙ. Тоҙ, ҡаймаҡ ҡушып болғатабыҙ. Турама өҫтөнә укроп, һуған, ҡырғыс аша үткәрелгән йомортҡа һибәбеҙ.
Читайте нас: