Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июль 2018, 14:13

Ашнаҡсы Светлана Иванова

“Октябрь” кооперативынан Светлана Иванова хеҙмәткәрҙәр өсөн тәмле борщ, кәтлиттәр, ҡарабойҙай әҙерләй

Теләһә ниндәй һөнәр эйәһен барынан да бигерәк уны эше өсөн хөрмәт итәләр. Егәрле ашнаҡсының ҡулы менән әҙерләнгән ризыҡ ҙур теләк менән ашалһа, уның хеҙмәте һәр ваҡыт хөрмәт һәм танылыу яулай.

- Мин Бишбүләктә тыуҙым һәм үҫтем, ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ инем. Мине артыҡ иркәләнеләр, тип әйтмәйем. – ти “Октябрь” кооперативы ашнаҡсыһы Светлана Николаевна. – Тормышта эштең һәм һөнәрҙәрҙең күп төрөн эшләп ҡарарға тура килде: балалар баҡсаһында эшләнем, ләкин 1984 йылда, Йылбулаҡтамаҡ-Матвеевканан механизатор Валерий Ивановҡа кейәүгә сыҡҡас, урындағы ауыл хужалығы кооперативында ашнаҡсы булып эшләй башланым.

Быйыл Светлана Иванова ике юбилей датаһын – ашнаҡсы эшенең 35-йыллығын һәм үҙенең 55 йәшен билдәләй. Ул йыл һайын марттан алып октябргә тиклем иртә таңдан алып ашхананың иҫке, ләкин йыйнаҡ бинаһына эшкә килә, ул хужалыҡтың машина-трактор паркы территорияһында урынлашҡан. Бында көн һайын 15-20 кеше туҡлана.

- Мин бер үҙем эшләйем. Ризыҡ әҙерләргә, һауыт-һаба йыуырға, ризыҡ ҡабул итеү залын таҙа тоторға тырышам. Яҙғы сәсеү кампанияһы һәм ураҡ өҫтө мәлендә киске аштар ҙа әҙерләргә тура килә. Сөнки баҫыуҙа эштәр төн еткәнсе дауам итә, - тип уртаҡлаша Светлана Иванова. – Ит, бәрәңге, ҡарбойҙай һәм һөттө хужалыҡтан яҙҙырып алам. Икмәкте райпонан, ә макарон әйберҙәрен, шәкәр һәм майҙы – күмәртәләп алына торған магазиндан һатып алабыҙ. Ашханала һеҙгә 50 һумға салаттар менән беренсе һәм икенсе аштарҙы, шәкәр менән сәй тәҡдим итәбеҙ. Баҫыуҙа механизаторҙар һәм мал көтөүселәр төшкө ашты бушлай ашай ала.

Утыҙ биш йыл бергә ғүмер итеүсе ирле-ҡатынлы Светлана Николаевна менән Валерий Николаевич өс ҡыҙ:Марина, Елена һәм Валентинаны тәрбиәләп үҫтергән. улар инде хәҙер үҙҙәре эшләй һәм ата-әсәләренә ейәндәре Денис һәм Ксенияны бүләк итеп өлгөргән. Ивановтар күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҙур баҡса үҫтерәләр. Баҡсала һәм барлыҡ торлаҡ бүлмәләрҙә йорт хужабикәһе яран, миләүшә һәм сағыу петуниялар үҫтерергә ярата.

Владимир Смолов.
Читайте нас: