Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июль 2018, 21:22

Яҡшы һөҙөмтә биреүсе хеҙмәт

Исаҡай ауылынан Эльвир Мусин эшен крәҫтиән тырышлығы менән һәм баҙар шарттарын иҫәпкә алып фән буйынса ойоштора

2012 йылда “Шатлыҡ” йәмғиәте теркәлде. Уны үҙенең кескәй ватанына ғашиҡ, ауыл хужалығында ҙур тәжрибәһе булған, белеме буйынса агроном, Мораҙым ауылында тыуып үҫкән Эльвир Мөхтәсип улы Мусин ойошторған. Хужалыҡ эштәре рәсми документтар әҙерләү һәм конкрет эш йүнәлеше эҙләү арҡаһында бер аҙ туҡталып торғандан һуң, әкренләп үҫешә башлай. Биш йыл хужалыҡ итеүҙән һуң крәҫтиән хеҙмәтенең тәүге һөҙөмтәләре тураһында һөйләргә мөмкин.

- “Шатлыҡ” йәмғиәтенең беркетелгән ерҙәренең дөйөм майҙаны 2500 гектар тәшкил итте, - ти Эльвир Мөхтәсип улы. – Әгәр яҙ һалҡын булһа, баҫыуҙар күпкә яҡшыраҡ күренер ине, ә унан һуң ҡоролоҡ килде. Беҙҙең зонала көслө ямғыр ни бары бер тапҡыр ғына булды, уныһы ла күптән түгел. Беҙҙе барлыҡ культураларҙы тиерлек минераль ашламалар бөркөү юлы менән япраҡ аша туҡландырыу ғына ҡотҡарып ҡалды. Тап бына ул ҡоролоҡ мәлендә яҡшы һөҙөмтә бирҙе.

Еңел машинала тигеҙ булмаған урындарҙан йөрөп, беҙ әле бер, әле икенсе баҫыуҙа булдыҡ. Бейек ҡалҡыулыҡтан барлыҡ баҫыуҙар ҙа яҡшы күренә, уларҙы көнбайышҡа таба ағыусы Ыҡ йылғаһы айырып тора. Етен баҫыуы асыҡ-зәңгәр төҫтәр менән сағыла. Ә иге-сиге күренмәгән көнбағыш баҫыуында дүрт төрлө көнбағыш тиҙҙән сәскә атыр. “Веховская-1” сортлы арпаның асыҡ-йәшел төҫтәге башаҡтары өлгөрөп килә. Рапс, беҙҙең яҡтар өсөн ябай булмаған гәрсис, яҫмыҡ һәм нут күҙҙәрҙе иркәләй.

- Өс йыл юғары табышлы (маржиналь) культура үҫтереүгә баҫым яһайбыҙ, - тип дауам итә Эльвир Мусин. – Беҙҙең районда яҫмыҡ борсағы тап бына беҙҙә тәүләп сәселде. Ҡиммәтле орлоҡҡа сығымдар урып-йыйыу эштәренән һуң үҙен аҡланы. Шунда уҡ һатып алыусылар табылды, үҫтергән уңышты күпләп алдылар, бер тоннаһына 50 мең һумдан артыҡ тәҡдим иттеләр. Был арыш, бойҙай һәм башҡа иген культуралары менән сағыштырғанда, ап-арыу хаҡ ине. Уҙған йыл бар ил буйынса уңышлы йыл булды, был һирәк күренеш, һәм хаҡтар бер тоннаға 25 меңдән алып 30 мең һумға ҡәҙәр төштө. Башҡа хужалыҡтар менән сағыштырғанда, беҙ тағы оттоҡ. Етен, рапс һәм нут һатыу яҡшы килем килтерҙе. Рапс орлоғон былтыр беҙҙән килоһын 17,4 һумдан һатып алдылар. Юғары табыш килергән культуралар үҫтергәндә, игенде һатыу буйынса проблемалар булмаясағын беләһең. Һатып алыусылар риза булырлыҡ хаҡ тәҡдим иттек. Быйыл яҫмыҡ борсағын 200 га майҙанда, етен – 500 га, аҡ гәрсис – 350 га, рапстың “Краснокутский” сортын икешәр йөҙ гектарҙа сәстек. Юғары табышлы техник культура – көнбағыштың эксперимент вариантта дүрт сортын сәстек. “Тристан” гибридын 160, “Светлана” гибридын 110, эре орлоҡло “Алтайский” кондитер сортын 40 һәм юғары майлы һәм тиҙ өлгөрә торған “Алей” сортын 90 гектарҙа сәстек.

Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: барлыҡ һанап үтелгән культуралар етерлек күләмдә өҫтәмә туҡланыу микроашламаларҙы япраҡ аша алды. Тамыр системаһы нығытылды һәм яҡшы уңышҡа нигеҙ һалынды. Фәнни химия ҡулланмайынса, бөгөн ауыл хужалығында үҫемселек менән шөғөлләнеү файҙаһыҙ. Агроном булараҡ, мин быға күп тапҡырҙар инандым. Һәр ваҡыт яҡшы эш һөҙөмтәһе биреүсе хеҙмәт яҡлымын һәм әле лә шул фекерҙәмен.

Үҙ ваҡытында хужалыҡтың барлыҡ сәсеү майҙандарын эшкәртеү һәм ауыл хужалығын еңел булмаған эштәрен башҡарып сығыу өсөн техника һәм һәм эшсе ҡулдар кәрәк. “Шатлыҡ” йәмғиәтендә техникаға зарланырлыҡ түгел: улар барыһы ла төҙөк хәлдә. Сәсеү кампанияһы һәм урып-йыйыуҙа сезонлы эшкә ситтән эшселәр йәлеп ителә. Даими рәүештә биш кеше эшкә урынлаштырылған – дөрөҫөн әйткәндә улар барыһы ла Мусиндар ғаиләһе ағзалары.

- Мусиндарҙың крәҫтиән нәҫеле бәхетте ситтән эҙләргә күнекмәгән, - тип күңел түрендәге уй-хистәре менән уртаҡлаша Эльвир Мөхтәсип улы. – Минең атайым ғүмере буйы К-700 ҡеүәтле тракторында механизатор булып эшләне, тимерсе булды. БР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре исемен алды. Әсәйем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл беҙҙең аранан китте. Ул “Сухоречка” совхозында ҡышын һарыҡ бәрәстәре ҡараусы, ә яҙғы-йәйге айҙарҙа баҫыуҙа сөгөлдөр үҫтереүсе булды, орлоҡ ағыулауҙа йөрөнө. Улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хужалыҡ эштәрендә диспетичер – минең тормыш иптәшем Дания Ришат ҡыҙы. Исаҡай ауылында айырым йәшәүсе өс улым минең төп ярҙамсыларым. Ете ейәнебеҙ үҫеп килә. Ҙур улым Фидан сәсеү һәм урып-йыйыуҙа алыштырғыһыҙ. Игеҙәктәр – Илнар менән Илнур – бик яҡшы механизаторҙар. Төп ярҙамсыларым универсаль механизаторҙар Фәғил Мостафин менән Марат Хәйруллиндар хөрмәткә лайыҡ. Ике К-700 тракторында Сергей Павлов менән Сергей Михайлов эшләй.

Эльвир Мусин тәбиғәтте, балыҡ тоторға һәм ауға йөрөргә ярата. Балыҡ тотоу өсөн карп, бәрҙе, етеҙ алабуға һәм табан балыҡтары менән яһалма быуа бар. Ҙур хужалыҡты һәм техника паркын тоҡомло эттәр һаҡлай. Ер улының намыҫлы хеҙмәте бик күп тапҡырҙар район хакимиәтенең, БР Ауыл хужалығы минист рлығының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдары һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡултамғаһы ҡуйылған Почет Грамотаһы менән билдәләнгән.

Владимир Смолов.
Читайте нас: