Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Август 2018, 17:19

Ураҡ өҫтө еңел булмаясаҡ

Районда иген культураларын урып-йыйыуға старт бирелде

Ураҡ өҫтө еңел булмаясаҡ

Районда иген культураларын урып-йыйыуға старт бирелде

Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларны урып-йыйыу, орлоҡ hәм фураж ашлығы әҙерләй башлау алдынан Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында семинар-кәңәшмә булып уҙҙы, унда райондың авыл хужалығы идараһы белгестәре, ауыл хужалыгы ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Быйыл бындай сараның Пленар өлөшө яңы уңышты ҡабул итеүгә әҙерләнгән ындыр табағында, ә практик өлөшө ауыл хужалығы кооперативының ужым баҫыуҙарының береһендә булды.

Йыйылыусылар ҡаршыһында семинар-киңәшмәнең программаһын райондың ауыл хужалыгы идараһы начальнигы Ғәзинур Хисмәтов уҡып ишеттерҙе. Ғәзинур Мөхәммәт улы республика буйынса ураҡ өстө старт алды, районда ужым культураларын урыуға «Марс» ауыл хужалыгы етештереү кооперативында, Калинин исемендәге йәмғиәттең Хомутовка зонаһында төштөләр, дип белдерҙе. Урак еңел булмаясаҡ. Беҙҙең район эҫелектән иң ныҡ зыян күргән райондар рәтендә, төбәктә йәйгеһен ямғыр булманы тиерлек. Сарала ҡатнашкан район хакимиәте башлыгы Наил Ғатауллин моменттың мөhимлеген билдәләне hәм ауыл хужалығы етештереүселәренә бар көстө ошоға йүнәлтергә саҡырҙы.

— Быйыл ҡатмарлы hауа торошо аркаһында мал аҙыгы hәм иген культураларының уңышлылығы түбән. Yҫтергәнде йыйып алыу hәм һаҡлау өсөн барлыҡ сапҡыстарҙы көйләргә, юғалтыуҙарҙы булдырмаҫ oсөн, ашлыҡ һуҡтырыу комбайндарын, уңыш ташыуҙа ҡатнашкан транспорт сараларын тулыһынча герметизацияларға кәрәк. Иген баҫыуҙарының торошона ҡарап, айырым урыу hәм туры һуҡтырыу ысулдарын ҡулланырға кәрәк. Сығымдар үҙен аҡларга тиеш.

- Мал һанын ҡыҫҡартыу буйынса борсолор урын юҡ, мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ. МТС билдәләгән урып-йыйыу хаҡтары күптәр өсөн ҙур, шуға күрә үҙ-ара ярҙам итеү мөһим. Августың икенсе декадаһынан ужым сәсеүгә төшөргә кәрәк. Ужым 15000 гектарҙан да кәм булырга тейеш түгел. БР Ауыл хужалығы министрлығы маржиналь культуралар: рапс, нут, горчицага ориентир бирҙe. Авыр хәлдә ҡалмаҫ өсөн, фураж культураларын да һаҡлап ҡалырга кәрәк. Склад биналарын әҙерләгәндә, иҫке уңышты яңыһы менән бутарга ярамай. Техника hәм уңышты һаҡлауҙы тәьмин итeргә кәрәк, — тине Наил Ғабдулла улы.

Ауыл хужалығы предприятиеларында эш барышы тураһында хужалык етәксеһе Олег Рузаков һөйләне. Сиҙәкбашлылар ауыл хужалығы етештереүҙең традицион тармаҡтарын —малсылыҡ менән үҫемлекселекте — һаҡлап ҡалырга тырыша. Һыйыр малы һаны 830 баш, аттарҙыҡы 73 баш тәшкил итә. Йыл әйләнәһенә пилорама менән тирмән эшләй.

Сәсеү майҙаны 3939 гектар, уларҙа 13 төрлө ауыл хужалыгы культураһы үҫтерелә. Ҡоролоҡ үҙен күрһәтте: уңыш былтырғы менән сағыштырғанда, аҙыраҡ булсаҡ. Урып-йыйыуға техника әҙер, ремонт эштәре өсөн күп сығымдар талап ителмәй. Хужалыҡ киләһе йыл уңышы өсөн беренсе репродукцияле дүрт тонна ужым арышы орлығын һалып ҡуйған, ЗАВ менән ындыр табағы иген ҡабул итергә әҙер, склад биналарында дезинфекция үткәрелгән hәм ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртелгән.

Аграрийҙарға был көндәрҙә күләмле эш башҡарырға тура килеүе хаҡында Ғәзинур Хисмәтов һөйләне. Урып-йыйыуҙы 53000-ҙән ашыу гектар мeйҙанда башҡарырға кәрәк, шул иҫәптән, 13000 гектар техник культура йыйып алырға кәрәк. Ул ҡорылоҡ буйынса иҫәпләнгән һандарҙы телгә алып үтте. Эҫе hауа торошо аркаһында 14 мең гектарҙа тамырында hәләк булған уңыштың бер өлөшөн ҡаплатыу буйынса ниндәй ҙә булһа субсидия булыр, ахыры. Кем ваҡытында ашлама кереткән heм үҫемлектәрҙе өҫтәмә туҡландырған, шул быйыл яҡшы уңыш аласаҡ. Бер иген йыйыу комбайнына йөкләмә 650 — 660 гектар тәшкил итә.

Кәңәшмәлә район авыл хужалығы идараһының төп белгестәре сығыш яһаны. Баш агроном Иван Южанинов страховка культураһы — ужым арышын туры баҫтырыуға hәм майҙандарҙы арттырыуға баҫым яһаны. Хезмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса баш инженер Вәғиз Кәримов урып-йыйыу эштәрендә янғынға ҡаршы хeәүефһезлек, хәүефһеҙлек техникаһы hәм хеҙмәтте һаҡлау тураһында һөйләне.

Техникаларҙың, уңыштың hәм мал-тыуарҙың һаҡланышы мәсьәләләре буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлыгының Бишбүләк районы буйынса начальнигы Азат Хазиев сығыш яһаны. «Россельхознадзор» Федераль дәүләт учреждениеһының район филиалы етәксеһе Флорид Исламов иһә ауыл хужалығы культураларының ҡоротҡостарға hәм ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеү ысулдары hәм ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Орлоҡтарға анализ яһамайынса, ужым культураларын сәсеү ҡәтғи тыйыла. Сәсеү алдынан орлоҡтарҙы махсус рәүештә ағыу менән эшкәртергә кәрәк. Йыйылыусыларға яңы уңышты һалыу алдынан иген складын махсус препараттар менән эшкәртеү процесын күрһәттеләр. Тамыр системаһының үҫеүе ваҡытында орлоҡтарҙы химик препараттар менән ағыулау hәм ашламалар менән туҡландырыу үҫемлектәрҙең үҫеүенә һәм уңышлылығына нисек тәьҫир итеүе күрһәтелде.

Ауыл хужалығы кооперативының иген склады буйынса экскурсия пленар өлөштө тeмамланы. Склад биналарында бик яҡшы сорттарға айырылған уҙған йылғы иген сакланһа ла, улар яңы уnышты ҡабул итеүгә әҙер тиерлек. ЗАВ ашлык таҙартыу комплекстары, КЗС-40 ашлык киптереү hәм башҡа кәрәкле техника яҡшы хәлдә. Бында хужалыҡтың баш агрономы Владимир Абрамовның тырышлығы сағыла. Сара алдынан Владимир Николаевич yҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләгән. Был ғәжәйеп кеше әле булһа көслө һәм энергиялы, киләсәктә лә ул йәмғиәткә хеҙмәт итергә әҙер.

Семинар-киңәшмәнең практик өлөшөндә ҡатнашыусылар ужым арышы баҫыуында булды, унда Киров исемендәге кооперативтың барлык техникаһы теҙелгән, улар урып-йыйыу кампанияһына, туңға һөрөүгә һәм сәсеүҙе үткәрергә әҙер икәнлеген күрһәтте. Ауыл хужалығы идарараһының баш инженеры Виталий Ерофеев барыһына тулы мәғлүмәт еткерҙее hәм һоаруҙарға яуап бирҙе.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: