Михайловка ауылынан Добрейкиндарҙың ҡапҡаһын асып инеү менән ысын әкиәт иленә килеп эләгәһең: кергәндә ҡунаҡтарҙы крокодил Гена менән Чебурашка, хулиган сысҡан балалары менән бесәй Леопольд ҡаршылай, «ҡаяла» бөркөт ғорур ултыра, шаян Маша йылмая, павлин маһайып, муйынын һуҙған, түтәлдәр араһында бәшмәктәр hәм «царевна-лягушка» йәшеренгән, «курочка-ряба» үҙенең шуҡ себештәрен «саҡыра», быларҙың барыһын фазан, һуйыр, ҡарсыга күҙәтә. Кеше кулы менән тыуҙырылған барлык был матурлыҡ — ғаилә башлығы Василий Николаевичтың эше.
— Бала саҡтан рәсем яһарға яраттым, балсыҡтан әйберҙәр әүәләү менән шөғөлләндем, график портреттар яҡшы килеп сыға ине. Рәсем уҡытыусыһы Солтан Гәрәй улы Гәрәевҡа ҙур рәхмәтлемен, уның дәрестәре арҡаһында тирә-яҡтағы гүзәл тәбиғәтте күҙәтергә, ваҡ ҡына детальдәрҙе күрергә өйрәндем, —тип һөйләй Василий Николаевич.
Василий Добрейкин Кесе Мәнәүез ауылында тыуған. Уның ата-әсәһе Михайловка ауылында эшләгән hәм йәшәгән, шуға күрә биш йәшенә ҡәҙәр малайҙы олатаһы менән өләсәһе тәрбиәләгән. Михайловкала мәктәпте тамамлағас, Абдулино тимер юл транспорты техникумына уҡырға инә. Һөнәр алғас, армияға ҡәҙәр Аксаковола тимер юлда контакт селтәрҙәре электр монтеры булып эшләй. Ике йыл Монголияла хеҙмәт итә. Өйөнә ҡайтҡас, күрше Петровка ауылынан һөйгән ҡыҙы Надеждаға өйләнә. Йәш пар Аксаковола төпләнә, йорт һала. Василий Николаевич элекке эшенә ҡайта. Әммә 1988 йылда булған янғын ир белeн хатындың яйға һалынған бөтә көнкүрешен аҫтын өҫкә килтерә: йорт яна, hәм уларға барыһын да яңы биттән башларға тура килә.
Добрейкиннар Михайловкалатора башлай. Василий Николаевич менән Надежда Николаевна коррекцион мәктәп-интернатында эшләй: ире — хезмәт дәресе уҡытыусыһы, ҡатыны — тәрбиәсе. Василий Николаевич тагы педагогик белем дә ала — Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тeмамлай. Ирле-ҡатынлы улар ике ҡыҙ үҫтерә. Татьяна менән Галина икеһе лә медицина юлын һайлай.
Ағас скульптуралар авторҙың яҡшы зауығы һәм сикһеҙ фантазияһытураһында һөйләй. Тирә-яҡ тәбиғәт уға ижад итеүгә илһам бирә. Сөнки, әгәр иғтибар менән ҡараһаң, теләһә ниндәй кескәй деталь уйып рәсем яһаусыны буласаҡ әҫәр өсөн көтөлмәгән идеяға йүнәлеш бирә. Барлыҡ буш ваҡытын ул яратҡан шөғөлөнә бағышлай.
— Эске дәрткә буйһоноп, бер ваҡыт мин ҡулыма бер нисә агас менән эшләү ҡоралы алдым. Yҙ эшемдең һөҙөмтәһе мине илhамландырҙы, ғаиләләгеләр ҙә хупланы. Мин аңланым — ағас тап бына минең күңелемә ятҡан материал. Сираттағы идеяны башыңда йoрөтәһең, ә ҡулдар үҙҙәренән-үҙҙәре эшкә тартыла, — дип йылмая Василий Николаевич.
Агастан һындар уйып яһау — ювелир теүәллек талап итеүсе процесс. Бер әйберҙе яһауға ике аҙна, ә ҡатмарлы булһа, ҡайһы берҙә күберәк тә ваҡыт сарыф ителә.
—Әлеге бөркөттө мин ике йыл эшләнем, — тип уй-хистәре менән уртаҡлаша Василий Николаевич. — Килеп кенә сыҡмай бит. Ә унан һуң нисектер ныҡлап тотондом да ике сәғәт эсендә эшемде тамамлап та ҡуйҙым.
Оҫтаның ҡулында мөғжизәләр, ябай ағас түмәренән ысын шедевр тыуа. Материал булып ябай тирәк хеҙмәт итә. Төҫ биреү өсөн буяуҙар ҡуллана. Оҫта үҙенең скульптураларын туғандарына hәм яҡындарына, дуҫтарына рәхәтләнеп бyләк итә. Уларҙың ҡайһы берҙәре, ауылға кереү урынындағы сәскә түтәленә урынлаштырылып, Михайловканың визит карточкаһы булып тора. Мәктәп-интернат территорияһында да улар аҙ түгел. Ә оҫта рәссамдың агасҡа икенсе ғүмер бүләк итеүенә күптәр шатлана.