Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Август 2018, 23:04

«Ҡорғаным — күңелем шишмәһе»

Ауыл тарихы буйынса китап дoнья күрҙе

Татарҙар йәшәгән Ҡыңғыр-Мәнәүез Бишбүләк районының ҙур, социаль объекттар күп төҙөлгән күркәм ауылдарының береһе. 1762 йылда нигеҙ һалынған ауылды ерле халыҡ Ҡорган тип йөрөтә. Районда иң беренсе булып 1976 йылда ауылга тәбиғи газ керетелә башлай, ике йылда тулыһынса үткәрелеп бөтә. Рәшит Нурғәли улы Ахунов хужалыҡ етәксеһе булған осорҙа Ҡорғанда ете күпер, 600 баш һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексы, 1300 башҡа иҫәпләнгән сусҡа фермаһы, ике ҡатлы мәктәп, магазин, интернат, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы төҙөлә. Юлдар тoзөкләндерелә. Был йылдарҙа барлыҡҡа килгән склад биналары хәҙер төрлө ойошмаларға хезмәт итә. Ауылдың үҙ гәзите, үҙ милли ансамбле, халыҡ театры булыуы ла ҡорғандарҙың туған телгә , мәҙәниәткә битараф булмауын иҫбатлай.

Ауылда заманса йортларҙың йылдан-йыл артыуы йәштәрҙең тыуған ерен үҙ итеүе тураһында һөйләй. Киләсәк — йәштәр ҡулында. Ауыл тыуған телде, милләттең киләсәген, мәҙәниәттебеҙҙе, тарихыбызҙы һаҡлый. Шул ҡәҙерле усаҡты һүндерергә ярамай!

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы төрлө өлкәлә дан ҡаҙанған ихтирамлы улдары-кыҙҙары менән ғорурлана. Улар араһында фән докторҙары, авыл хужалығы хезмәткәрҙәре, дәүләт эшмәкәрҙәре, алдынғы уҡытыусылар, артистар, тиҫтәләгән офицерҙар бар.

Ауыл халҡы заманға һылтанмай, гөрләтеп дoнья көтә, уҡый, үҫә. Иртәгәһе көнгә өмөт менән ҡарай. Бөгөн инде ҡорғандарҙың үҙ ауыл тарихы китабы ла бар. Китап Ҡыңғыр-Мәнәүез (Ҡорған) ауылының үткәнен һәм бөгөнгө тормошон, унда йәшәүсе кешеләрҙең көнкүрешен тасуирлай. «Ҡорғаным — кyңелем шишмәһе » ул — ауылдың үткәне, уның икенсе һулышы, яңырыуы hәм мәңгелеккә юл алыуы. Китап сабыр йәнле, аҡыллы, инсафлы, оло йөрәкле, «Бисмилла»лы булган Ҡорған ауылында ғүмер итеп баҡыйлыҡҡа күскән барлыҡ ғәзиз әсәләрҙең яҡты иҫтәлегенә бағышлана.

Китап матур эшләнгән, бай йөкмәткеле, һәр бүлеге төрлө осорҙағы ауыл тарихын, кешеләр яҙмышын, мәҙәниәтен, мәғариф өлкәһен, социаль мөхитен киң планда сағылдыра. Һәр өлөшөндә бай рухлы ауыл тормошо, уның уңған, милли үҙаңға бай кешеләре күрһәтелә. Ҡушымтала ауыл гәзите «Ҡорганым»дың 10-сы һаны урын алған.

«Йыйынтыҡ, ҙур hәм данлыҡлы ауылдың потенциаль көс-ҡеүәтен уятып ебәрергә, ауыл тарихының был китапҡа кермәгән өлөштәрен асыҡларға, яңы эҙләнеүҙәр башларға этәргес булыр, тигән ышаныс тыуа күңелдә», — дип яҙа педагогия фәндәре кандидаты, Башкорт дәүләт университеты доценты Лилиә Сәғиҙаллы ҡыҙы «Һәр кемдең үҙ Ҡорғаны бар» мәҡәләһендә.

Китапты сығарыусылар тарихи материалдарҙы ла, айырым шәхестәрҙең иҫтәлектәрен дә, төрлө сығанаҡтарҙан алынған документларҙы ла уңышлы hәм урынлы файҙаланған. Мәктәп музейында һаҡланған бай тарихи хазина ла китап сығарыусыларҙың ярҙамсыһына әйләнгән. Тыуған яҡ, тығган ер тарихын өйрәнеүселәрҙе диңгеҙ төбөнә төшөп ынйы э:ләүселәргә тиңләргә була. Уларҙың эше лә шундай уҡ яуаплы, ауыр, әммә һөҙөмтәһе — ҡыуаныслы.

«Бөгөн беҙ ҡулыбыҙға алған «Ҡорғаным — күңелем щишмәһе» китабы ла тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Ауыл халҡының иҫтәлектәрен бергә туплаған ҙур хезмәт емеше. Был китап ҡулдан-ҡулға, быуындан-быуынға күсеп йөрөр, тип ышанам», — тип яҙа Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин.

Ауылга ғүмерлек бүләк булыр мираҫтың ташҡа баҫылыуын тәьмин итеп, матди сығымдарҙы Ҡорғандың хеҙмәт һөйөүсән, тәүфиҡлы улы — Нәжип Хәлит улы Йәмилев үҙ өҫтөнә алган. Тарихи баҫма әле 300 дана булып басҫтырылып, халыҡҡа тәҡдим ителде. Ҙур көс, күңел йылыһы һәм ентекле хеҙмәт һалынған был эште тормошҡа ашырыу өсөн алты йыл ваҡыт кәрәк булды.

Атаҡлы мәғрифәтсе, яҙыусы Ризаэтдин Фәхретдин: «Матур китап — хаҡы осһоҙ, файҙаһы күп һәр яҡлап. Шуның өсөн, китап алғанда һаранланмағыҙ, китапларҙан айырылмағыҙ! » — тигән. «Ҡорғаным — күңелем шишмәһе» лә үҙ уҡыусыһын табыр тип ышанабыҙ!

Илшат ХӘЙРЕТДИНОВ.
Читайте нас: