Төбәктәге бөтә белем биреү учреждениеларын эшкә йәлеп итәсәктәр. Был проект профилле министрлыҡтар булышлығында тормошҡа ашырыла, был эштә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм Республика балалар экология-биология үҙәге ярҙам итәсәк, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.
“Был йүнәлештә айырым саралар әҙерләнгән: балалар баҡсаһынан башлап экологик белемлелеккә уҡытыу, был эшкә муниципаль берәмектәрҙе, биләмә башлыҡтарын да йәлеп итәбеҙ. Бер төркөм медиапродукттар сығарыласаҡ. Был план хуплау тапты, шуға оҙаҡламай уға тотона алабыҙ. 1 сентябрҙән республиканың бөтә мәктәптәрендә лә Мәғариф министрлығы аша экологик белем биреү индерелә. Яҙғы миҙгелдә үк төрлө саралар уҙғарҙыҡ: экологик марафондар, экологик КВН-дар һәм башҡалар. Башҡортостан балаларҙы экологик тәрбиә биреүгә йәлеп итеү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Был идеологияны алып барасаҡбыҙ, бындай дәрестәр “Йәшел Башҡортостан” бренды нигеҙендә үтәсәк”, — тип белдерҙе республиканың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары Наталья Логунова.
– Был дәрес Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының башланғысы булып тора, – ти республика Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге етәксеһе Вәсилә Абдрахманова. – Барлыҡ мәктәптәр өсөн дә мотлаҡ булырмы ул, әллә урындағы мәктәп үҙе хәл итерме, уныһы айырым ҡарар менән билдәләнәсәк.