Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Август 2018, 16:25

Башҡа бындай һөнәр юҡ

Бәриә Тимерғәли ҡыҙы Әхмәтйәнова кеүек үҙ эшенең ошондай оҫталарына уҡысылары мөхәббәт, ҙур хөрмәт белдерә

Бәриә Тимерғәли ҡыҙы 1982 йылда Бәләбәй пелагогия училищеһын тамамлағандан һуң, мәктәпкә килә. Үҙенең хеҙмәт юлын пионервожатый булып башлай. Балалар менән бергә Советтар Союзының күп кенә мөйөштәренә экскурсияға бара, Бишбүләк һәм Миәкә районының иҫтәлекле урындары буйынса ике көнлөк походҡа йөрөй. Шул йылдарҙа уҡ уҡыусылар менән проект эшсәнлеге менән шөғөлләнә, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын ҡабул иткәндән һуң был турала күп һөйләйҙәр. Мәктәп уҡыусылары уның етәкселегендә ауыл хужалығы эштәре барышында “Боевой листок”тар, байрамдарға тематик гәзиттәр сығара. Патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә: һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәренән интервью алалар, уларға ярҙам итәләр. Бәриә Әхмәтйәнова шул уҡ йылда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай.

1993 йылда ситтән тороп Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Уның педагогик стажы — 36 йыл.

2002 йылдан алып беренсе, 2007 йылдан алып — юғары квалификация категорияһына эйә. Ун йылга яҡын уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.

Фән өлкәһендә тәрән hәм төрлө яҡлы белемле булыу педагогия процесының үҙенсәлектәрен белеү Бәриә Тимерғәли ҡыҙына мәғариф процесста актив ҡатнашырға, заманса технологияларҙы һөҙөмтәле ҡулланырға мөмкинлек бирә.

Уҡытыусы һөнәри-педагогик культураның юғары дәрәжәһен, психология нигеҙҙәренең яҡшы белемен, стандартһыҙ хәлдәрҙә эшләү фекерләүен күрһәтә. Ул күп яҡлы ысулдар hәм эш алымдары менәи иркен эш итә, үҙенең педагогик эшсәнлеген һөҙөмтәле төҙөй белә.

Педагог инновацион алымдар hәм ысулдар менән эш итә: проект эшсәнлеге, модульле hәм шәхси-йүнәлешле уҡытыу мөмкинлегенә эйә. Ул дәрестә төрлө вариант формаларын ҡуллана: әҙәби-музыкаль, пресс-конференция дәресе, ситтән тороп экскурсия дәресе, был уҡытыусы менән уҡыусының аралашыуын тағы ла байыта. Уның дәрестәре ул — мәҙәниәткә тартылыу дәрестәре, hәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, хисле, тәрән йөкмәткеле.

Уҡытыусы кластан тыш эшкә лә ҙур иғтибар бирә. Олимпиадаларҙы, викториналарҙы, конкурстарҙы, әҙәби кисәләрҙе, проекттар өҫтөндә эшләүҙе ойоштороу һәм үткәреү — быларҙың барыһы ла ижад өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙыра.

Бәоиә Әхмәтйәнова район күләмендә уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашҡан. Остаз булараҡ, Бәриә Тимерғәли ҡыҙы хеҙмәттәштәренең һөнәри дәрәжәһен арттырыуға ҙур иғтибар бирә, йәш уҡытыусыларға, практика үтеүселәргә методик ярҙам күрһәтә, мәктәптең методик эше эшсәнлеге менән етәкселек итә. Унда бурыс, әҙәплелек хисе үҫеш алған.

Һәр яҡлап әүҙем булыуына ҡарамаҫтан, Бәриә Тимерғәли ҡыҙы –оҫта ҡуллы хужабикә, уңған баҡсасы, туғандары өсөн яҡшы кәңәшсе һәм таяныс.

Рәүзиә Әхмәтова,

Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.

Фото Бәриә Әхмәтйәнованың шәхси архивынан.
Читайте нас: