Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Август 2018, 15:34

Ижадҡа табан һәр кемдең үҙ юлы

Балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы Алена Васильеваның эштәре донъяны сағыуыраҡ итә

Магазин һәм баҙар кәштәләре арзан зауыҡһыҙлыҡтан һығылып тора. Һәм шуның менән ҡулдан эшләнгән әйберҙәр үҙенә йәлеп итә лә инде. Уға күпме көс һәм ижад, ә иң мөһиме – оҫтаның күңеле һалынған. Балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы Алена Васильеваны “Оҫта” тип атауҙан ҡурҡмайым.

Алена Владимировна «Сәйлән артынан сәйлән» үҙгәртелгән программа буйынса эшләй. Сәйлән менән үреү – ҡул эштәренең иң боронғо төрө, ул Алена кеүек кешеләр ярҙамы менән беҙҙең көндәргә ҡабат әйләнеп ҡайта. Күңел ҡушыуы буйынса педагог булған Алена Владимировна балаларҙы сәйлән үреү серҙәренә өйрәтә, ул бала тормошон ижад шатлығы, иң ҡыйыу идеяларҙы үҙ ҡулдарың менән тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә. Бында шөғөлләнеү төрлө һәм ҡыҙыҡлы, программа өс дәрәжәгә бүленә: үҫтереү (“Сәйләндән әкиәттәр”), тәрән өйрәнеү (“Сәйләндән бижутерия”) һәм һөнәр алды (“Сәйлән һәм дизайн”). Программаны ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа мауығып үҙләштерә. Уның уҡыусыларының эштәре күп конкурстарҙа призлы урындар яулай.

Сәйлән һәм таштарҙан яһалған биҙәнеү әйберҙәре бөгөн модала. Ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар муйынсаларҙы һәм яҡаларҙа үҙ кейемдәренә ярашы һайлап ала. Һәм шуныһы һөйөнөслө: ҡул эштәренең әлеге төрө һорау менән файҙаланһа, ул йәшәй. Оҫта биҙәнеү әйберҙәре генә түгел, сувенирҙар, интерьер кәрәк-яраҡтары һ.б. әйбрҙәр ҙә яһай.

Сәйлән менән ун ике йыл эшләү досоронда Алена үреүҙең күп төрҙәрен өйрәнә. Был өлкәлә уның һуңғы ҡаҙанышы – сәйлән менән бәйләү. Әлеге техника элегант биҙәнеү әйберҙәре, бауҙар һәм ларнаттар, сумкалар. Янсыҡтар һәм хатта уйынсыҡтар яһарға мөмкинлек бирә. Сиратта – тәбиғи таштарҙан биҙәнеү әйберҙәре. Беренсе аҙымдар инде яһалған – тәбиғи лазурит һәм родонит менән алҡалар һәм кулондар барлыҡҡа килгән.

«Йылы йорт» акцияһы сиктәрендә Алена Васильева Бәләбәй сәнғәт галереяһында үткән декоратив-ғәмәли сәнғәт оҫталары күргәҙмәһендә ҡатнашҡан. Беренсе персональ күргәҙмәһе Алена юғары белем алған И.Я. Яковлев исемендeге Сыуаш дәүләт педагогия университетының технология-иҡтисад факультетында булған. Ул шулай уҡ «Студент яҙы»нда еңеү яулаған, «Стиль территорияһы» халыҡ-ара конкурсында «Уҡтыусылар» категорияһында беренсе урын алған. Бөгөн Алена Владимировнаның эштәре республика башҡалаһында «Урал» сәнғәт галереяһына ҡуйылған.

Ижадҡа табан һәр кемдең үҙ юлы, hәм ҡағиҙә булараҡ, ул бала саҡтан уҡ башлана. Yҙенең тәүге аҙымдарын Алена былай тип иҫкә ала: «Yҙемне белә башлагандан бирле, әсәйем hәр ваҡыт нимәлер яһай ине, ә мин ҡарап ултырам һәм ярҙамлашырға ынтыла торғайным. Уның оҫта ҡулдары менән беҙҙең өсөн яңы йыл кисәһенә күпме күлдәк тегелгән, күпме йылы кофталар бәйләнгән! Әлбиттә, әсәйем мине лә энәләр менән бәйләргә өйрәтте. Ә тыуған көнөмә миңә ырғаҡ менән бәйләү буйынса китап бүләк иттеләр, hәм мин мауығып, минең өсөн яңы техника үҙләщтерергә тотондом».

Артабан педагогия училищеһында хеҙмәт белеме биреү бүлегендә уҡый. Тап бына ошонда буласаҡ оҫта сәйлән менән сигеү техникаһын өйрәнә. Был класс етәксеһе Гүзәл Ғайса ҡызы Яhүҙина етәкселегендә уның диплом эшенең темаһы була. Сәйлән менән ысын-ысындан күрешеү ине. Алена атламдар яһарға өйрәнеүе, кәрәкле төҫтәге сәйләндәр эҙләүе, рәсем һайлауы тураһында иҫкә ала.

Педучилищены тeмамлағас, йәш педагог Балалар ижады үҙәгенә эшкә урынлаша. Бына шунда уның фантазияларына ирек бирелә! Балалар даими рәүештә яңы һәм ҡыҙыҡлы әйбер һорап тора. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул бик күп ҡул эштәре техникаһын үҙләштерә. Таҫма менән сигеү, гобелен, изонить, бәйләү — занятиеларҙа нимәләр менән генә шөғөлләнмәйҙәр. Сәйлән менән үреү күнекмәлре өсөн төркөм йыйырға Балалар ижады үҙәгенең ул саҡтағы директоры Светлана Даутова кәңәш итә.

Алена Владимировна — иҫ киткес педагог, яҡшы кеше. Бындай кешеләр беҙҙең дoньяны яҡтыраҡ hәм матураҡ итә. «Мин үҙ тормышомдо ижаттан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым», — ти ул.

Илзинә САБИТОВА,

Балалар ижады үҙәге методисты.

Автор фотоһы.
Читайте нас: