Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Сентябрь 2018, 18:34

Баҫыу эшсәндәренең ҡыҙыу эш мәле

Крәҫтиән хужалығы коллективы тырыш хеҙмәте менән быйылғы урып-йыйыу эштәрен мөмкин тиклем тиҙерәк тамамларға ынтыла

Крәҫтиән хужалығы коллективы тырыш хеҙмәте менән быйылғы урып-йыйыу эштәрен мөмкин тиклем тиҙерәк тамамларға ынтыла

Милютин Александр Николаевичтың Крәҫтиән хужалығы районда иң эреләренең береһе, уның сәсеү майҙандары ғына 4063 гектар тәшкил итә. Ольховкала булған ерҙәрҙән тыш, күптән түгел элгәре Горький исемендәге кооператив ерҙәренең бер өлөшөн арендаға ала. Хәҙер хужалыҡта көҙгө ураҡ өҫтөн тиҙерәк тамамлау өсөн һәр аяҙ көндән файҙаланып ҡалалар. Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай: теҙмәләрҙе урып-йыялар, ужым культураларын сәсәләр, туңға һөрәләр.

Хужалыҡта 450 гектар майҙанда планлы ужым культураларын сәсеүҙе күптән тамамлағандар. Ужым культуралары гарантиялы уңыш бирә, шуның өсөн пар ерендә сәсеү дауам итә. Дөйөм сәсеү майҙаны 600 гектар тәшкил итәсәк. Сәсеү агрегаты менән йыhазландырылған Т-150К тракторында Владимир Павлов тритикале ужым культураһын сәсә. Владимир Александрович ҙур стажлы мезанизатор. Ул ғүмере буйы урындағы ауыл хужалығы кооперативында төрлө маркалы тракторҙарҙа эшләгән. Хәҙер ҙә, 64 йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ул элеккесә алдынғылар рәтендә. Яҙғы сәсеү эштәренән алып ураҡ тамамланғансы ул баҫыуҙа тир түгә. Сәскестәргә орлоҡ һалып, Владимир Павловтың агрегаты яңынан эшкә керешә. Сәсеү агрегатына орлоҡтарҙы Урал Мәүлетов һала.

— Һис арттырмайынса әйтәм, Владимир Александрович биш кешене алыштыра, — ти уның тураһында ауыл хужалығы башлығы Александр Милютин. — Уны hәр ваҡыт өлгө итеп ҡуям. Ул иң яҡшыһы, үҙ эшенең оҫтаһы. Үҙ эшенә бар күңеле бирелгән бындай кешеләр күберәк булһын ине.

Хужалыҡта киләһе уңыш тураһында ҡайғырталар. Бер баҫыуҙа ужым культураларын сәсһәләр, икенсеһендә инде туңға һөрәләр. Көҙөн туңға һөрөлгән ер яҙғы сәсеү ваҡытын шаҡтай кәметә, ауыл хужалығы культураларының уңышын арттырыуҙа ярҙам итә, шуның өсөн көҙ көнө шаҡтай майҙанды һөрөргә кәрәк. Был эште Т-150К тракторында Владимир Тимофеев башҡара, К-700-та — Владимир Максимов. КПГ-2,2 агрегаты менән комплекслы ике Т-150 тракторында тупраҡты яҫы киҫкес менән Владимир Куляков hәм Владимир Тимофеев эшкәртә.

Игенде урып-йыйыу тамамланыуға бара. Комбайнсылар «Палессе»ла Григорий Мягкенько, «Дон-1500»та Олег Игнатьев hәм «Нива» комбайнында Александр Кириллов бар көсөн һалып эшләй. Ашлыҡты Кам-АЗдарҙа Фәнил Янтурин менән Юрий Любимцев ташый. Склад мөдире Фәнзил Әхмәтшиндың был мәлдә эше айырыуса күп: барлыҡ талаптарҙы үтәп, йыйып алынған уңышты һаҡлауға ҡуйырға кәрәк. Уға был эштә склад эшселәре Рәмис Букаев менән Мәҡсүт Хажиев ярҙам итә.

Яҫмаларҙы һуҡтырғандан һуң, пресс-йыйғыста һаламды Петр Васильев менән Руслан Дәүләтбаев төргәктәргә ҡыҫа. Был иһә әҙерләнә торған тупаҫ аҙыҡтың юғары сифатын тәьмин итә. Механизаторҙар Сергей Игнатьев менән Илдар Сатыев төргәктәрҙе хужалыҡтың аҙыҡ базаһына ташый.

— 400 гектар майҙандан етен hәм 700 гектар майдандан көнбағыш йыяһы ҡалды, — тип хужалыҡтың кисектергеһеҙ бурыстары менән таныштыра Александр Николаевич. — Быйыл етен буйға самалы үҫкән, шуның өсөн урып-йыйыуҙы сәсеү йүнәлешенә арҡылы алып барабыҙ. Әлеге культураны үҫтереүҙең кyп йыллыҡ тәжрибәһе уның иҡтисади һөҙөмтәлелеген иҫбатланы: һатыу хаҡы килемле, эшкәртеү сығымдары түбән, шуның өҫтөнә, элек етен үҫкән баҫыуҙа иген уңа.

Етен баҫыуында өс агрегат — Петр Цыневтың үҙйөрөшлө сапҡысы, Валерий Григорьев менән Геннадий Ивановтың тағылмалы сапҡысы эшләй ине. Тиҙҙән әлеге баҫыуҙа комбайнсылар теҙемдәрҙе йыйырға һәм һуҡтырырға тотонасаҡ.

Баҫыу хеҙмәтсәндәре өсөн хужалыҡта ике тапҡыр ҡайнар аш ойошторолған. Ашнаҡсылар Маргарита Хәлимова, Валентина Ермолаева hәм Светлана Ибраева өйҙәге кеүек тәмле төшкө һәм киске аш әҙерләй. Механизаторҙарға уңайлы булһын өсөн, туҡланыуҙы баҫыуҙа ойошторғандар.

— Бына төшкө аш мәле етте лә, — тине Александр Николаевич, баҫыуға яҡынайыусы машинаны күреп ҡалып. – Был беҙҙең бригадир Владимир Захаров килә. Баҙлыҡ бригадаһының бөтә эше уның етәкселегендә башҡарыла. Ул хисапсы ла, яғыулыҡ һалыусы ла, баҫыуға төшкө һәм киске ашты алып килеүсе лә, тағы ла етмәһә табель дә алып бара — барыһына өлгөрә. Ольховка бригадаһында шундай уҡ эште Валерий Байбулдин башҡара. Улар минең төп ярҙамсыларым.

Механизаторҙарҙың, водителдәрҙең, белгестәрҙең hәм техниканың көйлө эшләүе арҡаһында көҙгө баҫыу эштәре йылдам бара. Баҫыу хеҙмәтсәндәренең төп бурысы — уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу hәм киләсәккә нигеҙ һалыу. Шуға күрә, көндәр аяҙ торғанда, баҫыуҙаорҙа эш ҡайнай…

Ирина ФОМИНА.

Автор фотолары.
Читайте нас: