Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Сентябрь 2018, 16:49

Был бәләнең исеме – алкоголь

Алкоголдең кеше организмы өсөн зыянын баһалап бөтөрөү мөмкин түгел: ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, бауыр, бөйөр, баш мейе эшенә йоғонто яһай, кешенең аүын һәм тәртибен үҙгәртә

Токсикология мониторингы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың һигеҙ айында “Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” Һаулыҡ һаҡлауҙың Федераль бюджет учреждениеһының Бәләбәй төбәк-ара филиалы контроле аҫтында булған Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Миәкә райондары һәм Бәләбәй ҡалаһы территорияларындағы дауалау-профилактика учреждениеларында алкоголь һәм составында спирт булған продукция менән көслө ағыуланыуҙың 37 осрағы теркәлгән, шуларҙан 22 Бәләбәй ҡалаһында һәм районында, икеһе Әлшәй, береһе Йәрмәкәй, ике осраҡ Бишбүләк райондарында. Блы һандарға һигеҙ үлем осрағы (21,5 %) ла кергән. Сағыштырыу өсөн, 2017 йылда 24 осраҡ теркәлгән булған, шулар:ың дүртеһе үлем менән тамамланған.

Суррогат алькоголь, косметик, лак-буяу, техник спирт составына керә торған метил, изопропил һәм башҡа билдәле булмаған спирт менән ағыуланыуҙың юғары өлөшө (29,7 %) күҙәтелә. Башҡа ҡалған осраҡтар (70,3 %№ этил спирты менән ағыуланыу тура килә, ул аҙыҡ сеймалы булып иҫәпләнһә лә, теләһә күпме күләмдә көслө тәьҫир итеүсе ағыу.

Аҙ күләмдә ҡулланылған алкогол дә йөрәк туҡымаларына, ҡанды ойоштороу системаһына, үҙәк нерв системаһына, бауырға, бөйөргә тиҫкәре йоғонто яһай. Алкоголь кома үҫеше, йөрәк туҡтау, һулыштың киҫкен туҡтауы, ҡоҫоу массаларының аспирация һөҙөмтәһендә быуылыу, иҫерек хәлдә имгәнеүҙәр кеүек алкоголде сиктән тыш ҡулланыу һөҙөмтәләре тураһында һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк.

Тәҡдим ителгән аналитиканан түбәндәге һөҙөмтәләрҙе яһарға кәрәк: хатта сифатлы алкоголь продукцияһы ҡулланыу ҙа уны ҡулланған кеше һаулығына тиҫкәре тәьҫир итеп кенә ҡалмай, ә аҙыҡ булмаған спиртлы шыйыҡса ҡулланыу кеше ғүмеренә туранан-тура янай.

Алкоголь меән ағыуланыуҙан ҙуң беренсе ярҙам: һулыш юлдарын таҙартырға (ауырыуҙы ҡырын ятҡырыға, ауыҙын һәм танауын ҡоҫҡолоҡтан таҙартырға);

Ашығыс ярҙам саҡырырға – 03 телефонына шалтырыратырға йәки ауырыуҙы дауалау учреждениеһына алып барырға;

Аңға килгәс – ашҡаҙанын йыуҙыртырға (күп күләмдә йылы һыу эсерергә һәм ҡоҫторорға).

Руслан Усманов,

Врач-ординатор.
Читайте нас: