Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь 2018, 18:58

Шундай hөнәр бар — Ватанды һаҡлау

Райондың хәрби комиссариатына — 80 йыл, РФ Ҡораллы Көстәренә 100 йыл тулды

Мәҙәниәт һарайында райондың хәрби комиссариатының 80 йыллығына, Башҡортостан хәрби комиссариатының 100 йыллығына hәм РФ Ҡораллы Көстәренең 100 йыллығына бағышланған ҙур байрам тантанаһы булып уҙҙы. Сараға бөгөн үҫеп килеүсе быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә ҡатнашыусылар, хәрби бурыслыларҙың хәрби иҫәпкә ҡуйыу, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу менән шөғөлләнеүселәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ветеран ойошмалары етәкселәре, Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәр ветерандары, айырыуса риск подразделениелары, район хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәре, Бишбүләк ауылы урта мәктәптәренең педагогтары hәм уҡытыусылары, дөйөм белем биреү урта мәктәптәренең директорҙары hәм тормош именлеге нигеҙҙәре уҡытыусы-ойоштороусылары, «Вектор» Йәштәр үҙәге хеҙмәткәрҙәре, Ҡушйылға ауылынан «Батырлыҡ» үҫмерҙәр клубы, Дим ауылынан «9 рота» эҙләнеү отряды етәкселәре hәм ағзалары ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы саҡырыуы буйынса әлеге байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың бишенсе саҡырылыш депутаты — Илдус Ришат улы Ғүмәров, БР хәрби комиссары генерал-майор Игорь Михайлович Харченко hәм Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй hәм Йәрмәкәй райондары хәрби комиссары подполковнигы Рөстәм Мәғҙән улы Сәхәбов махсус килгәйне.

Yҙ Ватаныңдың һаҡсыһы булыу ул — теләһә ҡайһы кеше өсөн дәрәжә. Был шулай булған hәм шулай буласаҡ! Ватанды һаҡлаусылар ул — Рәсәй армияһы hәм Хәрби-Диңгеҙ флоты, осоусылар, һалдаттар, диңгеҙселәр hәм сик буйында хеҙмәт итеүселәр. Һәр осорҙа иң маҡтаулы маҡтаулы hөнәр булып хәрби hөнәр иҫәпләнгән.

Ватанды һаҡлаусылар паркында Афғанстанда hәм Төньяҡ Кавказда hәләк булған хәрбиҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға, Үҙәк урамдағы скверҙа Чернобыль аварияһын бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар hәм ПОР атом һалдаттары хөрмәтенә ҡуйылған постаментҡа, Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында hәләк булған бишбүләктәр хөрмәтенә ҡуйылған hәйкәл янында бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң, райондың хәрби комиссары Валерий Шәрифуллин, район етәкселеге оҙатыуында мәртәбәле ҡунаҡтар тере сәскәләр һалды.

Был уңайҙан Мәҙәниәт һарайы фойеһында беҙҙең районыбыҙҙың 80 йыллыҡ дәүерендә тарихи батыр үткәнен яҡтыртыусы документаль hәм ысын экспонаттар менән ҙур экспозиция урынлаштырғандар. Дөйөм белем биреү мәктәптәре, район тарих-этнография музейы hәм үҙәк район китапханаһы йыйылған материалдар, һуғыш ветерандарының иҫтәлектәре hәм төрлө баҫмаларҙағы публикациялар буйынса бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләгән.

Ҡунаҡтар республика hәм Рәсәй дәрәжәһендәге ҙур hәм кесе кубоктар, миҙалдар hәм дипломдар һанына ғәжәпләнде. Улар физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Дмитрий Петров тарафынан балалар спорт мәктәбенең спорт ҡаҙаныштары тураһында ҡыҫҡа белешмәлә тәҡдим ителгәйне. Һәр урта мәктәп вәкиле, стенд hәм альбомдарҙы кyрһәтеп, белем биреү учреждениеларында хәрби-патриотик эш йүнәлештәрен яҡтыртты. Һөнәри хәрбиҙәр 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тураһында бөтә стенаға урынлаштырылған панорама янында оҙаҡлап туҡталды, Дим ауылынан Владимир Чернов етәкселегендә «9 рота»ның йәш эҙәрмәндәре ун йыл эсендә Ленинград өлкәһенән алып ҡайтҡан хәрби трофей экспонаттарын —һуғыштың телһеҙ шаhиттарын иғтибар менән ҡараны. Владимир Анатольевич БР хәрби комиссариатына һалдат медальоны күрһәтте, уның тәрбиәләнеүселәре быйылғы ҡаҙыныу эштәре ваҡытында ике метр ер аҫтынан был әйберҙе тапкан.

Юбилей форумында ҡатнашыусыларҙың иғтибарын Ҡуш-йылға ауылынан «Батырлыҡ» үҫмерҙәр клубы үҙенә йәлеп итте, уларҙы күп йылдар хәрби-десант ғәскәрҙәренең запастағы гвардия старшинаһы Николай Петров тәрбиәләй. Барыһын да бәйләнгән күҙҙәре менән 29 секунд эсендә Калашников автоматын һүтеп-йыйыусы Даниил Марков ғәжәпләндерҙе.

Зал команда буйынса тигәндәй, баҫа. «Встречный марш» аҫтында «Батырлыҡ» үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре РФ, БР hәм Бишбүләк районының флагтарын керетә. РФ hәм БР Гимндары яңғырай. Алып барыусылар ҡунаҡтарҙы тәҡдим итә һәм тарихҡа ҡыҫҡа ракурс яһай, уны Февраль буржуаз революцияһы, интервенттар hөжүме, дoньяла беренсе эшсе крәҫтиән дәүләте hәм 1918 йылдың февралендә уның армияһы барлыҡҡа килеүҙән башлап документаль кадрҙар менән оҙатылып барҙылар. 1938 йылдың авгусында СССР Халыҡ комиссариаты приказы нигеҙендә Бишбүләк районы хәрби комиссариаты формалаштырыла, ул Совет урамы, 23 адресы буйынса урынлашҡан була. Экранда хәрби комиссариаттың ул йылдарҙағы слайдтары күренә. Сәхнәгә район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин саҡырыла.

— Һәр ғаиләлә илде һуғыш йылдарында яҡлаған йәки тыныс ваҡытта уның сиктәрен һаҡлаған кешеләр бар. Күптәр хәрби хеҙмәтте бөгөнгө көндәрҙә үтә. Һәм уларҙың hәр ҡайһыһының өйҙәрендә туғандары hәм яҡындары көтә. Шуға күрә, әлеге байрам хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре өсөн генә түгел, ә райондың бар халҡы өсөн дә әһәмиәтле.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, әлеге датаны беҙ Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының 100 йыллыҡ юбилейы hәм Рәсәй Ҡораллы Көстәренең 100 йыллығы менән бер үк ваҡытта билдәләйбеҙ. Совет хөкүмәте барлыҡҡа килеү йылдарында ойошҡан республика хәрби комиссариаты Ҡыҙыл Армия формалашыуға шаҡтай oлөш индергән, Ҡораллы Көстәр сафына Башҡортостандан сығыусыларҙы ебәргән. Хәрби бурыслыларҙы иҫәпләү hәм уҡытыу, частәр комплектлаштырыу hәм ғәскәрҙәрҙе тәьмин итеү буйынса яуаплы мәсьәләләр хәл иткән. 1938 йылда булдырылған Бишбүләк хәрби комиссариаты әлеге мәсьәләләрҙе район территорияһында хәл иткән. Беренсе хәрби комиссар итеп Иван Федерович Ларионов билдәләнгән.

Район комиссариаты Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында айырым роль уйнаған. Был осорҙа граждандарҙы фронтка hәм оборона сәнәғәте предприятиеларын мобилизациялаy буйынса ҙур эш башҡарылған. Барлығы армия hәм флотҡа 11 меңгә яҡын командир hәм һуғышсы саҡырылған hәм ебәрелгән, ә хеҙмәт фронтына 3 меңдәнeн ашыу. Бишбүләк ере илгә 7 Советлар Союзы Геройы hәм Дан ордендарының ике тулы кавалерын биргән. Хәрби комиссариат армияны кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән. Район территорияһында эвакуацияланған граждандарҙы урынлаштырыу буйынса мәсьәләләр хәл ителгән. Быларҙан тыш хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтелгән. Былар барыһы да дошманды еңеүгә ҙур өлөш индергән. Ә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре ҙур ойоштороу тәжрибәһе туплаған, уларҙы алға таба ҡулланған.

СССР йылдарында хәрби комиссариат мобилизация hәм әҙерлек эштәрен алып барыуын дауам иткән. Комиссариат Афғанстан Республикаһында интернациональ бурыстарын башҡарыусы ғәскәрҙәрҙе комплектлаштырыуҙы тәьмин иткән. Бишбүләк районының 128 кешеһе Афған халҡына интернациональ ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашҡан, уларҙың өсөһө хәрби бурыстарына тоғро ҡалып, hәләк булған. Былар Владимир Исаев, Марсель Кашапов, Владимир Яковлев.

Хәрби комиссариат 1986 йылда Чернобыль аварияһы булғас, шаҡтай роль уйнаған. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә запастан махсус йыйымдарға 16 кеше hәм район хужалыҡтарынан техника саҡырылған.

СССР йылдарында йәштәргә тәрбиә биреү эшенә айырым иғтибар бүленә. Yҫеп килеүсе быуында дөрөҫ йүнәлеш биреү тәрбиәләнгән, Ҡораллы Көстәр рәтендә хеҙмәткә әҙерләгәнәр. Армияла хеҙмәт итеү һәм Ватанды яҡлау ул — бурыс hәм юғары дәрәжә икәнен һәр егет белгән.

Бөгөн әлеге данлы традициялар дауам итә. Бишбүләк хәрби комиссариаты, республикала иң яҡшылары булараҡ, армияның власть органдары hәм йәмғиәт менән тығыҙ элемтәһен тәьмин итә, актив хәрби-ойоштороу эшсәнлеген дауам итә. Төньяҡ Кавказда конституцион строй урынлаштырыу барышында райондан саҡырылған 166 кеше ҡатнашты. Беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың алтыһы хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған.

Беҙҙең егеттәребеҙ Грузияла тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса хәрби хәрәкәттәрҙә, Сүриәлә хәрби операцияларҙа ҡатнашты.

Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренең юғары hөнәри дәрәжәһе hәм уның ҡуйылған бурыстарын үтәүгә әҙерлеге тураһында стратегик команда-штаб уҡыуҙарында уңышлы сығыш яһауы, hәм шулай уҡ быйыл Рәсәй Ҡораллы Көстәр Генерал Штабы комиссияһе тарафынан үткәрелгән хәрби комиссариат базаһының әҙерлеген тикшереүен күрһәтте. Бишбүләк районы мобилизация йыйымының иң яҡшы базаһына Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан Республикаһын hәм Yҙәк хәрби округты тәҡдим итте. Был күп нәмә тураһында һөйләй.

Һәр заманда хәрби эш ил тормышонда мөhим роль уйнай. Был маҡсат менән армияны заманса ҡорал менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүленә. Ләкин бер ниндәй техника ла һалдатты — Ватанды һаҡлаусыны алыштыра алмай. Шуға күрә, хәрби комиссариат эшендә өҫтөнлөклө йүнәлеш — егеттәрҙе армияға саҡырыуға ҡәҙәр әҙерләү. Рәсәй һалдаты ул — яҡшы белемле һуғышсы ғына түгел. Беҙҙең һуғышсыларҙы һәр ваҡыт юғары әхлаҡи сифаттар айырып торған. Ә быға маҡсатсан хәрби-патриотик эш алып барып ҡына ирешергә мөмкин. Районда бындай тәрбиә менән үҙ эшенә ихлас бирелгән тулы команда шөғөлләнә. Беренсе сиратта, былар хәрби комиссариат, «Юнармии» район бүлексәһе, «9 рота» эҙләнеү отряды хеҙмәткәрҙәре, армияға саҡырыуға ҡәҙәр әҙерлек педагогтары. Уларҙы hәр ҡайһыһы һалдат тормошо мәшәҡәттәренә өйрәтә, тәжрибә тапшыра, алға таба кәрәк буласаҡ белемдәре менән уртаҡлаша. Һәм тап бына улар арҡаһында райондан сыҡҡандар илдең барлыҡ мөйөшөндә — Калининградтан алып Владивостокка ҡәҙәр намыҫлы хеҙмәт итә.

Район хәрби комиссариатының бөтә тарихында матди-техник тәьмин итеү, граждандарҙың хәрби иҫәбен ойоштороу, кеше hәм транспорт ресурстарын мобилизациялауға әҙерлекте тәьмин итyгә ҙур иғтибар бүленгән. Әлеге процесҡа төрлө йылдарҙағы хәрби комиссариаттар үҙ өлөшөн индергән, улар араһында Анатолий Владимирович Епифанов, Юрий Викторович Розяев, Анатолий Юрьевич Жаринов, Иван Анатольевич Иванов, Валерий Мөсәғит улы Шәрифуллин. Шуныһы мөhим, барлыҡ был эш Башҡортостан Хөкүмәте, республика хәрби комиссариаттары, район hәм ауыл биләмәләре етәкселеге менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә алып барыла. Бындай тығыҙ бәйләнеш арҡаһында комиссариаттарҙы матди тәьмин ителеше мәсьәләләрен хәл итеп, саҡырылыш пункттарының эшен тейешле дәрәжәлә тәьмин итеп була.

- Һеҙгә күп нәмә бәйле. Ил оборонаһын тәьмин итеү һеҙҙең ҡулдарҙа. Һеҙ күп егеттәр өсөн өлгө булып тораһығыһыҙ, тап бына һеҙҙә улар ғүмерҙәрендә тәү тапҡыр офицер күрә. Шуға күрә, һеҙгә ҙур яуаплылыҡ, ҙур намыҫ йөкмәтелгән.

Һеҙгә һаулыҡ, көс, эшегеҙҙә уңыштар hәм ғаиләләрегеҙҙә именлек теләйем! Байрeм менән! — тиде ул үҙенең докладында.

Наил Ғатауллин йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә һәм хәрби комиссариат эшенә кyп йыллыҡ өлөш индереүселәргә «РФ Ҡораллы Көстәренә 100 йыл» миҙалдары, район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары hәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Район хәрби комиссариатын илдең оборонаһын тәьмин итеүсе мөhим дәүләт институты, республикала иң яҡшылар иҫәбендә, тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың бишенче саҡырылыш депутаты Илдус Ғүмәров hәм район хәрби комиссары Валерий Шәрифуллинга Сәләмләү адресы тапшырҙы.

Сәхнәгә БР хәрби комиссары генерал-майор Игорь Харченко саҡырыла. Игорь Михайлович бишбүләктәрҙе юбилей датаһы менән ҡотланы, район хәрби комиссариаты артабан да ҡуйылған бурыстарын намыҫ менән үтәр һәм үҙенең төп күнәлештәре буйынса алдынғы позицияларын һаҡлап ҡалыр, тигән ышаныс белдерҙе. Ул район хакимиәте башлығына юбилей миҙалы һәм иҫтәлекле бүләк, райондың хәрби комиссарына Сәләмләү адресы, юбилей миҙалы hәм Башҡортостан хәрби комиссариатының 100 еллык юбилейына бағышланған «БР хәрби комиссариаттар булдырыу тарихы» китабын тапшырҙы. Генерал ҡулынан юбилей миҙалдарын, БР Хәрби комиссариаты Маҡтау грамоталарын, Рәхмәт хаттарын, шулай уҡ район армияға саҡырыу комиссияһе ағзалары, йәштәр менән хәрби патриотик эштең актив ҡатнашыусылары алды.

Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй hәм Йәрмәкәй райондары хәрби комиссары подполковнигы Рөстәм Сәхәпов район хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәрен юбилей датаһы менән ҡотланы hәм күп функциялы баҫма ҡоролмаһы бүләк итте.

Алып барыусылар һүҙҙе Бишбүләк районы хәрби комиссарына бирҙе, ул сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Валерий Мөсәғит улы хәрби комиссариаттың әлеге ваҡыттағы эше тураһында ҡыҫҡаса белешмә тәҡдим итте. Безҙҙең районда юғары хәрби уҡыу йорттарында 11 курсант уҡый. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ үзҙҙәренең хәрби бурыстарын ҙур илебеҙҙең төрлө мөйөшөндә үтәй, Сүриәлә халыҡ-ара террорсылыҡ менән көрәштә ҡатнаша. 80 йыл эсендә Бишбүләк хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә 28 мең кеше саҡырылған. Хәрби комиссар Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Биш телдә район гимнын башкарыусы үҙешсән артистар, Балалар сәнгәт мәктәбенең вокаль ансамбле, «Илhам» рус йыры халыҡ хоры, Афғанстанда hәләк булған дуҫы Марсель Кашаповҡа hәм уның Дүсән ауылында йәшәүсе яратҡан әсәһенә бағышланған бик яҡшы клибы менән Ғаяз Муллағәлиев, Алина Фролова, Ольга Данилова, Юрий Николаев, Елена Давыдова етәкселегендә өлгөлө хореография балалар ансамбле сығышы байрам кәйефе бүләк итте.

Владимир СМОЛОВ.
Читайте нас: