Дим буйҙары
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Октябрь 2018, 21:07

Быуаны ҡуртымға алыу тәртибе

акон буйынса беҙҙең илдә тәбиғәт ресурстары дәүләткә ҡарай. Рәсәйҙә ер һәм һыу сығанаҡтары хужалыҡ эше алып барыу өсөн файҙалы тип иҫәпләнә.

Һыу күләме буйынса бер миллион кубометрға тиклем булған ятҡылыҡтар быуа тип атала. Уны ҡуртымға алырға мөмкин, файҙалана белгәндәргә яҡшы килем килтерә. Унда балыҡ үрсетергә, түләүле балыҡ ҡармаҡлауҙы ойошторорға, ял итеү урыны булдырырға мөмкин.

1. Быуаны ҡуртымға алыр алдынан уның муниципаль, федераль йә шәхси хужаға ҡараған булыуын асыҡлау мөһим. Бының өсөн Федераль һыу ресурстары агентлығына һорау ебәрегеҙ. Барлыҡ мәғлүмәт Дәүләт һыу реестрында һаҡлана.

2. Урындағы муниципа­литет­ҡа быуаны ниндәй маҡсатта ҡуртымға алырға теләүегеҙҙе күрһәтеп ғариза яҙығыҙ. Шул уҡ ваҡытта төбәк һыу ресурстары бүлексәһенә лә ғариза бирергә кәрәк. Уға ЕГРИП-тан йәки ЕГРЮЛ-дан күсермәһен, өс йылға ҡуртымға алыу ва­ҡытында быуаны ҡулланыу схемаһын, гидротехник ҡорол­маны (әгәр булһа) ҡуртымға алыу килешеүен ҡушып һалырға кәрәк.

3. Ҡуртымға алыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителгәс, быуаны файҙаланыу буйынса үҙегеҙҙең хоҡуғығыҙ менән ныҡлап танышығыҙ. Беренсенән, һыу ятҡылы­ғының экологик таҙалығын күҙәтергә тейешһегеҙ. Икенсе­нән, ғаризала күрһәтелгән маҡсатта ғына файҙаланырға бурыслыһығыҙ. Әгәр ҙә был талаптарҙы үтәмәһәгеҙ, киле­шеү тарҡатыласаҡ. Һыу ятҡылығы урын­лашҡан ерҙе ҡуртымға алһағыҙ, быуаны ҡарау ҙа һеҙҙең иңгә һалына.