Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Октябрь 2018, 00:38

Балалар уҡытыу — маҡтаулы hәм иҫ киткес

Нина Яковлевна Михайлова — яратҡан эшенә бар күңеле менән бирелгән һәм дәртләнеп эшләүсе педагогтарҙың береһе

Михайловка урта мәктәбендe музыка, Башҡортостан тарихы hәм мәҙәниәте, дoнья сәнғәте мәҙәниәте, Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи мәҙәниәте нигеҙҙәре дәрестәрен ижади hәм мауыҡтырғыс итеп педагог Нина Яковлевна Михайлова алып бара. Шул уҡ ваҡытта ул китапханасы булып эшләй hәм мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән етәкселек итә. Нина Яковлевна мәктәпкә үҙенең 31 йыл ғүмерен бағышлаған, үзендә балалар уҡытыу тигән баһалап бөтөргөһөҙ һәләтте һаҡлаған, ул бер yк вакытта ауыр, маҡтаулы hәм иҫ киткес.

— Михайловка ауылында тыуып-үҫтем. Урта мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға индем, уны тиҙләтелгән программа буйынса тамамланым, ике йылдан һуң уҡытыусы сифатында тыуған мәктәбемә килдем, — тип һөйләй Нина Яковлевна. — Беренсе йылдарҙа ауыр булды, кластар ҙур ине. Миңә оҙайтылған көн төркөмө бирҙеләр. Был дүртенсе класс ине, балалар өлкән, улар менән алты сәғәт дауамында шөғөлләнергә кәрәк. Миңә, эш тәжрибәһе булмаған йәш педагогҡа беренсе аҙымдарымды яһарға мәктәп директоры Константин Арсентьевич Николаев ярҙам итте — кәңәштәр бирҙе, мораль яҡтан ярҙам күрһәтте.

Абруйлы педагог мәктәптә эшләүҙең беренсе көндәренән алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр мәктәп китапханаһы эшен дә алып бара.

— Yҙемде китапханасы hәм уҡытыусы итеп кенә хис итмәйем, — ти педагог. — Һәр ваҡыт эштә. Мин алып барған предметтар ҡыҙыҡлы, улар хатта күпмелер дәрәжәлә бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән.

Дүрт йыл Нина Яковлевна башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән. Ул йәш педагогҡа балалар тәрбиәләү, ата-әсәләр менән эшләү мәсьәләләрендә консультациялар биргән үҙенең остазы Галина Михайловна Белоногованы ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала. Ваҡыт үтеү менән Нина Яковлевна яңы предметтар алып бара башлай: тарих, Башҡортостан тарихы hәм мәҙәниәте, дoнья сәнғәте мәҙәниәте.

— Музыка уҡытыусыһы эштән киткәс, миңә музыка дәрестәрен дә алып барырға тәҡдим иттеләр. Мин йырларға ярата торғайным, уҡытыу методикаһын педучилищела өйрәндем, шуға күрә әлеге эшкә лә ҡурҡмайынса тотондом. Күптән түгел Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи мәҙәниәте нигеҙҙәрен уҡыта башланым, — тип һөйләй Нина Яковлевна.

Был уҡытыусы тураһында бары тик яҡшы һүҙҙәр генә һөйләп була. Дәрестәрендә ул балаларға патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар итә. Әле Нина Яковлевна етәкселек иткән мәктәп тыуған яҡты өйрәнеү музейына 25 йылдан ашыу. Мәктәп музейына нигеҙ һалыусы Людмила Ивановна Иванова лайыҡлы ялға киткәс, үҙенең ҡаҙанышын тап бына уға ышанып тапшыра.

Бер кластан тыш йәки район сараһы ла, бер семинар ҙа Нина Яковлевнаның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Сөнки сценарий төҙөүҙә hәм биҙәүҙә музыка уҡытыусының да, китапханасының да, музей етәксеһенең дә ярҙамы hәр ваҡыт кәрәк. Педагог күп ваҡытын төрлө мәктәп, муниципаль, зона, республика hәм бөтә Рәсәй конкурстарына әҙерләнеүгә hәм ҡатнашыуға бирә. Шулай, «Яҙғы тамсы» конкурсында муниципаль hәм зона этаптарын үтеп, тыуған мәктәбенең намыҫын республика дәрәжәһендә яҡлаған. 2006 йылда уның тәрбиәләнеүселәре «Сыуаш костюмы» тикшеренеү эше менән «Минең кесе ватаным» конкурсында ҡатнашҡан, Мәскәүҙә экология-биология үҙәгендә Башҡортостанды Рәсәй дәрәжәһендә тәҡдим иткән. «Кесе фәндәр академияһы» конкурсында муниципаль дәрәжәлә икенсе урынды яулағандар.

Мәктәптә эшләү - Нина Яковлевнаның тормошонда иң мөhим hәм яратҡан эше. Коллективта уның яуаплылығы, әҙәплелеге, асыҡлығы hәм күңел киңлеге өсөн хөрмәт итәләр. Көндәлек уҡытыусы эше күп көс талап итеүгә ҡарамаҫтан, Нина Яковлевна мәктәптә йәмәғәт эштәрен актив алып бара, бер нисә йыл дауамында секретарь эшен башҡарған.

Барлыҡ яңы башланғыстарында Нина Яковлевна hәр ваҡыт ғаиләһенең ярҙамын тойған. Тормош иптәше Леонид Алексеевич вахта ысулы менән Алыҫ Төньяҡта эшләй. Ҡыҙы Ольга күптән үҙ ғаиләһе менән йәшәй, өләсәй менән олатайҙы шатландырып ике ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә. Хужалыҡ буйынса мәшәҡәттәр уның елкәһенә төшһә лә, ул үҙенең мауығыуына ваҡыт таба: фотография, сәскә үҫтереү менән шөғөлләнә. Үҙе әйтеүенсә, ярты баҡсаһына сәскә ултыртылған.

— Мин бәхетле кеше, тип әйтә алам. Яратҡан эшем, эргәмдә тугандарым hәм яҡындарым. Тағын нимә тураһында хыялланырға мөмкин? — тип йылмая Нина Яковлевна.

Ирина ФОМИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: