Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Октябрь 2018, 12:31

Яңы закондар тормошобоҙҙо нисек үҙгәртәсәк

Октябрҙә үҙ көсөнә инәсәк яңы закондарға һәм ҡағиҙәләргә күҙәтеү

Быйылғы көҙҙән тормошобоҙҙоң байтаҡ өлкәләренә үҙгәрештәр ҡағыласаҡ. Уларҙың иң мөһимдәренә байҡау яһап үтмәксебеҙ.

Автомобилдәрҙе теркәү

БР Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 6 октябрҙән автомобилдәрҙе теркәүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде.

Транспорт сараһының электрон паспорты (ПТС). Хәҙер автомобиль хужалары транспорт сараһын электрон паспорт нигеҙендә иҫәпкә ҡуя ала. Ғәҙәти ҡағыҙ ПТС-тар ҙа ғәмәлдә ҡала, әммә теләге булғандар уларҙы электрон документҡа алмаштыра ала. Әгәр ул юғалһа йәки сафтан сыҡһа, теләк буйынса ҡағыҙ йәки электрон паспорт юлларға мөмкин. Ә киләһе йылдың 1 ноябренән электрон ПТС-тар бөтә яңы автомобилдәр өсөн мотлаҡҡа әйләнәсәк.

Дәүләт номерын һаҡлау ваҡыты 180 тәүлектән 360-ҡаса оҙайтыла. Ошо ваҡыт дауамында ЮХХДИ автомобилегеҙҙең дәүләт теркәүе пластинаһын бушлай һаҡларға һәм һеҙ һорау менән яңы транспорт сараһына бирергә тейеш.

Бынан тыш, транзит номерҙарының яраҡлылыҡ ваҡыты 20 тәүлектән 30-ға тиклем оҙайтылды.

Двигателде алмаштырыу. Двигателде техник характеристикаһы һәм ҡеүәте буйынса тап килгән төргә алмаштырған осраҡта, дәүләт автоинспекцияһына яңыһының документтарын күрһәтергә кәрәкмәй. Бары тик автомобилгә тикшереү үткәртеү генә шарт. Шуның һөҙөмтәһе нигеҙендә яңы двигателдең иҫәп һаны транспорт сараһының паспортына һәм Дәүләт автоинспекцияһының мәғлүмәт системаһына индерелә.

Транспорт сараһын утилләштереүҙе раҫлаусы документтар исемлеге киңәйтелде. Хәҙер автомобилде юҡҡа сығарыуҙы был хаҡта төҙөлгән акт ярҙамында ла раҫларға мөмкин.

Транспорт сараһын теркәүҙәге үҙгәрештәр менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының 2018 йылдың 26 июнендәге 399-сы бойороғо раҫлаған «Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһында

автомототранспорт сараларын һәм уларға тағылмаларҙы дәүләт теркәүе ҡағиҙәләре»ндә танышырға мөмкин.

Никахты теркәүгә ҡағылышлы яңы ҡағиҙәләр

Октябрҙә буласаҡ ғаилә парҙарына никах көнөн алдан һайлауҙы рөхсәт иткән закон үҙ көсөнә инде. Элек быны бер ай алдан ғына эшләү мөмкин ине.

БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында аңлатыуҙарынса, Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексындағы үҙгәрештәргә ярашлы, ғариза биргәндән бер ай үткәс һәм шул йыл дауамында өйләнешергә мөмкин. Мәҫәлән, 1 ғинуарҙа ЗАГС-ҡа ғариза биргән осраҡта, никахлашыу өсөн 1 февралдән 31 декабргәсә үҙең теләгән көндө һайларға мөмкин. Ғаризаны ситтән тороп, дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла бирергә була. Етди сәбәптәр булған осраҡта, ЗАГС органдары ғариза биреү көнөнән бер ай үтеп өлгөрмәһә лә, никахлашыуҙы рөхсәт итә.

Буласаҡ пенсионерҙар иҫәбе

Октябрҙән эш биреүсе компаниялар квартал һайын халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә пенсия йәшендәге хеҙмәткәрҙәр тураһында отчет бирергә бурыслы. Яңы талаптар пенсияға сығыу йәшенә етеп тә, әлегә үҙенең яңы статусын документтар менән раҫламаған хеҙмәткәрҙәргә генә ҡағыла. Эшләп йөрөүсе пенсионерҙар, төрлө сәбәп арҡаһында хаҡлы ялға алдан сығыусылар иҫәбе буйынса отчет талап ителмәй.

— Буласаҡ пенсионерҙарға ҡағылышлы отчет биреү зарурлығы компанияларҙа документтар әйләнешен арттырасаҡ, әлбиттә, — тип билдәләй Рәсәй пенсионерҙары союзының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе Александр Кузнецов. — Әммә пенсия йәшенә яҡынлаған кешеләргә эштән китеү, яңы эшкә алыуҙан баш тартыу кеүек күренештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Ғәҙәттә, эш биреүселәр тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеген юғары баһалай.

Төҙөлөш ойошмаһы һәм чиновниктар өсөн штрафтар

Октябрҙән өлөшләтә төҙөлөш өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡағылышлы штрафтар ғәмәлгә инә. Әгәр компаниялар өлөшләтә төҙөлөш тураһында мәғлүмәтте Торлаҡ төҙөлөшөнөң берҙәм мәғлүмәт системаһына ваҡытында индермәһә, ойошма етәкселеге лә, чиновниктар ҙа административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Был сервис быйыл эшләй башланы. Системаға

өлөшләтә түләүселәрҙең аҡсаһын ҡулланып тормошҡа ашырылыусы проекттар, төҙөлөш өсөн яуаплы компанияның эшмәкәрлеге һәм объекттар төҙөүгә рөхсәте тураһында мәғлүмәттәр индереү зарур.

Быйылғы йылдың июлендә Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы 13.19.3-сө статья менән тулыланды. Унда һүҙ төбәк башҡарма власы органдары һәм төҙөлөш өсөн яуаплылар Торлаҡ төҙөлөшөнөң берҙәм мәғлүмәт системаһына тейешле мәғлүмәт ҡуймаған йәки был эште хаталы башҡарған осраҡта ҡаралған яуаплылыҡ тураһында бара.

Бындай тәртип боҙоуҙар өсөн яуаплы вазифа биләүселәргә 15-30 мең һум, юридик шәхестәргә 50 меңдән 200 мең һумғаса штраф түләргә тура киләсәк. Ҡабатлап ҡылынған тәртип боҙоу өсөн яза тағы ла ҡатыраҡ: чиновниктарға ҡаралған штраф күләме — 40 меңдән 80 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә — 200 меңдән 400 мең һумғаса. Вазифа биләүселәр өс йылға тиклем эшенән бушатылыуы ла ихтимал.

Бынан тыш, өлөшләтә төҙөлөш проекттарына ҡағылышлы нигеҙһеҙ документ биргән өсөн етәксе урында эшләүселәргә 50-100 мең һум күләмдә штрафтар ҡаралған.

Хәүефле объекттарҙағы хәлдәр өсөн яуаплылыҡ

Хәүефле объекттарҙағы хәл-ваҡиғалар өсөн яуаплылыҡ ҡәтғиләштерелә. Быға тиклем кеше һаулығына зыян килтергән осраҡ өсөн 80 мең һумғаса йәки хеҙмәткәрҙең ярты йыллыҡ эш хаҡына торошло штраф ҡаралһа, хәҙер был сумма 400 мең һумға тиклем арттырылды йәки йыл ярымлыҡ эш хаҡына тиңләштерелде. Өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү һәм айырым эшмәкәрлек төрҙәре менән шөғөлләнеүҙе тыйыу кеүек яза төрҙәре үҙгәрешһеҙ ҡалды.

«Яровая пакеты»

1 октябрҙән интернет һәм мобиль элемтә бәйләнешенә ҡағылышлы «Яровая пакеты» тип аталған талаптар ғәмәлгә инде. Белеүегеҙсә, йәмәғәтселек Ирина Яровая һәм Виктор Озеров тарафынан террорға ҡаршы тороу маҡсатында эшләнгән закондарға шундай атама бирҙе. Кәрәҙле бәйләнеш операторҙары һәм интернет компаниялар тауышлы, яҙма хәбәрҙәрҙе, СМС-тарҙы, фотоһүрәттәрҙе, видео һәм ҡулланыусыларҙың башҡа электрон мәғлүмәттәрен 30 көн дауамында һаҡларға һәм махсус хеҙмәттәр һорауы

буйынса бирергә бурыслы. Был террорсыларҙың телефон һәм интернет аша бәйләнешен күҙәтергә булышлыҡ итәсәк.

Белгестәр билдәләүенсә, был яңылыҡтар элемтә һәм интернет бәйләнеше менән ҡулланыусы ябай кешеләргә бер нисек тә ҡағылмаясаҡ.

Юридик шәхестәрҙе теркәү ябайлаша

Юридик шәхес булараҡ теркәлергә теләүсе кеше документтар пакеты тулы булмаған йәки уларҙа хата табылған осраҡта ике тапҡыр түләргә тейеш түгел. Хаталарҙы төҙәтеүгә һәм документтарҙы теүәлләүгә өс ай ваҡыт бирелә. Ошо ваҡыт эсендә ҡағыҙҙарын урын-еренә еткереүселәр юридик шәхес булараҡ теркәлеү өсөн дәүләт пошлинаһын (бөгөн ул дүрт мең һум тәшкил итә) ҡабатлап түләмәй.

Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:

— Был закондарға ихтыяж күптән бар ине. Тормош бер урында ғына тормай. Автотранспортты теркәүгә бәйле үҙгәрештәргә килгәндә, мәғлүмәт системаларының үҫеше, халыҡта автомобилдәр һанының артыуы, электрон документ әйләнешенә күсеү закондарға ла үҙгәреш индереүҙе талап итте. Закон граждандар өсөн уңайлылыҡты, уларҙың ваҡытын һәм аҡсаһын сарыфламауҙы күҙ уңында тотоп булдырылды. Ул шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе органдарҙың эшмәкәрлеген ябайлаштыра. Пенсия йәшенә яҡынлашыусы граждандарҙы яҡлауға йүнәлтелгән үҙгәрештәр ҙә әлеге пенсия реформаһы үткәрелгән осорҙа бик көнүҙәк. Өлөшләтә төҙөлөш өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн ҡаралған яуаплылыҡты ҡәтғиләштереү ҙә бик нигеҙле һәм ваҡытлы сара. Үкенескә күрә, был тармаҡта хәл ителмәгән мәсьәләләр етерлек әле. Төҙөлөшкә өлөш индереүселәрҙең мәнфәғәтен яҡлау тейешле ҡарарҙар ҡабул итеүҙе күптән талап итә ине. Хәүефле объекттарҙағы хәлдәр өсөн яуаплылыҡ хаҡында ла шулай тип әйтергә мөмкин. Интернет һәм мобиль элемтә менән тәьмин итеүсе компаниялар тарафынан мәғлүмәттәрҙе һаҡлауға ҡағылышлы яңы закон да бик көнүҙәк. Был үҙгәрештәр экстремизм һәм террорға ҡаршы тороуҙы, халыҡтың һаулығын, ғүмерен һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.
Читайте нас: