Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Октябрь 2018, 23:14

Ерҙәге тормош хаҡына

Ҡушйылға ауылынан Юрий Григорьев ауыл хужалығы етештереү кооперативы ойошторорға теләй

БР Ауыл хужалығы министрлығы масштаблы проект — барлыҡ ауыл хужалығы райондарында ауыл хужалығы етештереү кооперативтары төҙөргә тотондо

Аграрийҙарҙың ауыл хужалығы кооперативтарына берләшеү төбәктең ауыл хужалығына яңы импульс бирергә hәм уны юғары табышлы, агробизнес менән уңышлы шөғөлләнеү өсөн үҙенә йәлеп итерлек булырға тейеш.

— Ауыл хужалығы тармағында мин яңы кеше түгел hәм келәттәрҙә иген, өҫтәлдәрҙә ит менән һөттөң ниндәй хеҙмәт менән табылыуын яҡшы беләм, — ти Ҡушйылға фермеры. — Көн һайын ауылға ваҡлап һатыу селтәре аша төрлө продукция һатыу өсөн өс-дүрт машина килеүе бик аяныслы хәл. Ә бит киреһенсә булырға тейеш: ауыл барыһын да туйҙырырға тейеш. Беҙ ауыл хужалығы менән шөғөлләнерлек мул яҡта йәшәйбеҙ. Башланғыс ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға әҙер йәш, ныҡлы ҡулдар, яҡты баш кәрәк. Улар, hис шикһеҙ, буласаҡ. Уларҙан ҡурҡырға ярамай. Унан да бигерәк ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарын үҫтереү программалары аша ауыл хужалығы етештереүселәргә дәүләт ярҙамы планлаштырыла.

Ун йылдан ашыу Юрий Владимирович һөт продукцияһын: һөт, ҡаймаҡ hәм эремсек етештереү менән шөғөлләнә. Уның көтөү көтөр һәм мал аҙығы әҙерләү өсөн 340 гектар ере бар. Хужалыҡта 12 баш һыйыр малы, шуларҙың алтауһы — һауын һыйыры. Иртән иртүк улдары Антон атаһы менән механикалаштырылған һауындан һуң, һөттө сепараторҙа айырталар, бер өлөшө һатыуға әҙерләнә. Антон — уҡыусы етештереү бригадалары һыйыр һауыусылар араһында республика чемпионы. Махсус һауыттарға һалынған һөттө, ҡаймаҡты hәм эремсекте Михайловка, Аксаково ауылдары hәм Бәләбәй ҡалаһының сауҙа нөктәләрендә бик теләп алалар. Урындағы халыҡ күптән инде Григорьевтарҙың юғары сифатлы «һөт илен» лайыҡлы баһалаған.

— Айлыҡ табыш 40 мең һумдан алып 60 мең һумға ҡәҙәр тәшкил итә, — тип һүҙҙе дауам итә Юрий Григорьев. — Йәғни бер һыйыр ғаилә бюджетына 10 мең һумдан ашыу аҡса килтерә. Ауылда эш булмағанлыҡтан, был яҡшы ярҙам. Ут hәм газ өсөн ай һайын ваҡытында түләргә кәрәк. Балаларҙы yҫтерергә кәрәк. Халыҡта юҡҡа ғына һыйыр ул — ғаиләне туйындырыусы, тип әйтмәйҙер бит. Йылдан-йыл ауылдарҙа һыйыр малының һаны кәмеүен күреүе ауыр. Был дөрөҫ түгел. Ерҙә алдағы тормош хаҡына ауылды ашығыс рәүештә ҡотҡарырға кәрәк, унан инде һуң буласаҡ! Шуға күрә, килешеү нигеҙендә яҡын-тирә ауылдар халҡы менән һөт йыйыу буйынса ауыл хужалығы етештереү кооперативы ойоштороу уйы тыуҙы. Һәм үҙебеҙҙә ҡаймаҡ, эремсек кенә түгел, сыр ҙа етештерергә кәрәк.

Әлеге йүнәлештә конкрет аҙымдар яһаусы, ҙур эш тәжрибәһе, уйланылған бизнес-план менән табыш килтерерлек проекттар район программаһында ҡатнашыусы бының өсөн нимә эшләйәсәге тураһында һөйләй. Тәү сиратта, һөт тапшырыусы-кооператорҙарҙан һөт йыйыу өсөн һөт ташыу машинаһы, һаыту өсөн тағылма — модулле вагон (3Х5 м мини-цех) һатып алырға кәрәк.

Yҙенең һыйырҙары өсөн Юрий Григорьев 150 төргәк бесән әҙерләгән. Ҙур келәттә фураж запасы һаҡлана. Мал аҙығы менән проблема булмаясаҡ. Район хакимиәте, урындағы власть hәм район ауыл хужалығы идараһы ярҙамы менән яңы эш тормошҡа ашырыла башлар, тип ышанабыҙ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: