Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2018, 14:52

Ауылда йәшәүселәрҙе яңы һалым көтә

Дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыу өсөн, өҫтәгеләр тағы ла бер сара уйлап табырга йыйына. Яңыраҡ ҡына пенсия реформаһы менән шатландырғайнылар. Инде бына тағын яңылыҡ – Рәсәй Дәүләт Думаһына, ауыл ерендә йәшәп, шәх­си хужалыҡтарында мал-тыуар аҫраусы, ҡош-ҡорт үр­сетеп, йәшелсә, еләк-емеш үҫте­реү­селәрҙе эшҡыуарҙарға тиң­­ләү тураһында яңы закон проекты индерелгән.

Әлеге закон ҡабул ителгән осраҡта шәх­си хужалыҡтар патент алырға, йәғни һалым түләргә тей­еш буласаҡ.

Юғиһә “Шәхси хужалыҡтар тураһында”ғы РФ Законында аҡҡа ҡара менән “шәхси хуҗалыҡтарҙа етеш­терел­гән продукцияның үҙенән артҡан өлөшөн һатыу эшҡыуарлыҡҡа кермәй, – тип яҙылыуын проект авторҙары яҡшы бе­ләләр булыр. Белә­ләр, әм­мә дәүләт ҡаҙнаһына өҫтәмә аҡса сығанағы табыуҙың башҡа юлы ҡалмаған булһа кәрәк. Тәбиғибайлыҡтарҙан файҙаланыуҙы шәхси ҡулдарға биреп, тейешле табыштың бик аҙ өлөшө генә ҡаҙнала ҡалыуы йәки көн һайын миллиондарса һум аҡсаның төрлө юлдар менән ситкә сығарылыуы, е­тештереү сәнәғәтендә ҙур табыш китереүсе башҡа тармаҡтарға депутаттарыбыҙҙың теше үтмәйҙер, күрәһең.

Миңа ҡалһа, ауыл ер­ендә йәшәүселәргә өҫтәмә һалым һалыу күберәк табыш килтерер, тип фаразлау дөрөҫ түгел. Ил тарихында ундай яңылышлыҡтар шаҡтай булды бит инде. 1923 йылда керетелгән закон нигеҙендә ауылда һәр һыйырға 600 һум һалым түләтеү күп­ме ғаиләләрҙе астан үлергә мәж­бүр итеүен хәҙер инде иҫкә лә алмаҫҡа тырышабыҙ. Ит, йөн, йомортҡа һалымдары ла ауыл­­дың үҙәге­нә үткән. 1948 йылда шәхси хужа­лыҡ­тарҙағы һәр алмағас, һәр е­меш ҡыуағына һалым һалыу ҙа ил ҡаҙнаһына ҙур табыш килтермәгәндер.

Һалым түләүҙе өнәмәгән ауыл халҡының күҙ йәштәре аша ни ҡәҙәр алмағас, сейә һәм башҡа емеш ағастарын сабып ташлауын иҫәп­кә алғанда, бындай эштең файҙаһынан зыяны күберәк буласағы ла көн кеүек асыҡ.

Закон проектын тәҡдим итеүселәрҙе тыңла­һаң, бындай аҙым һис кенә лә ауыл кешеһе өсөн зыянға түгел икән. Киреһенсә, шәхси хужа­лығында күпләп мал аҫ­рау­сы, ҡош-ҡорт тотоусы,йәшелсә, еләк-емеш үҫте­реүселәр, махсус патент алып, үҙҙә­ренән артҡан продукцияны тыныс күңел менән баш­­ҡа­ларға һата аласаҡ, имеш.

Тик бына шайтан – башҡа, ен – башҡа тигәндәй, шәхси хужалыҡтарҙың да төрлөһө бар. Бөгөн ил күләмендә е­теш­терелеүсе бәрәңге, йәшелсә, еләк-емеш һәм башҡа ҡайһы бер продукцияның яртыһынан артығы шәхси ху­жа­лыҡтар өлөшөнә тура килә. Сер түгел, шәхси хужа­лыҡтар, файҙаһы булмаһа, был ҡәҙәр тырышмаҫтар ҙа ине.

"Росстат” мәғлүмәт­тә­ре­нән күренеүенсә, шәхси хужалығында тиҫтәләгән һауын һыйыры булған, күпләп ит, һөт, йәшелсә, еләк-е­меш етештерә алғандар шәхси хужалыҡтарҙың ни бары 3-5 процентын ғына тәшкил итә. Ауылдың барлыҡ шәхси ху­жалыҡтарын бер рәткә ҡуйып, патент алырға мәж­бүр итеү дәүләттең сираттағы яңылышыуы буласаҡ.

Ни өсөн тигәндә, шәхси хужалыҡтарҙың 90 проценттан артығы – эре шәхси хужа­лыҡтар йәнәшәһендә көс-хәл менән осон-осҡа ялғап барыусылар. Ундайҙар балаларын уҡырға керетергә, йортона йы­һаз алырға йәки башҡа маҡсаттарҙа берҙән-бер үгеҙен һатырға мәжбүр.

2016 йылда уҙған ауыл ху­жалығы иҫәбе алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, һуңғы ун йыл эсендә генә лә ауылда кәрәҫтиән-фермер хужа­лыҡта­ры һаны 46 процентҡа кә­ме­гән. Бөгөнгө ауылды башлыса шәхси хужалыҡтар тотоп тора. Уларға дәүләт ярҙамы;ла – ауыл хужалы­ғында продукция етеште­реүселәр араһында иң аҙы. Инде килеп, шәхсс хужалыҡтарҙы һалым менән дә быуа башлаһалар, хәлдең аҙағы бик аяныс булырын онотмаһаҡ ине.

Камил Сәғәҙәтшин.
Читайте нас: