Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ноябрь 2018, 13:04

Гөлдәр - өй йәме

Гөлдө күсереп ултыртҡанда ебәрә торған биш хата

Беренсеһе. Һатып алгандан һуң гөлдө өйҙәгеләре янына ҡуйыу. Былай эшләргә ярамай. Әгәр яңы һатып алынған гөл ауырый икән, ул уны күршеләренә лә йоҡтора. “Карантин” бер-ике аҙна дауам итә. Был ваҡытта ул йорт һауаһына эйәләшә. Әлеге ваҡыт эсендә уға ашлама индерергә, күсереп ултыртырға ярамай.

Икенсеһе. Һатып алған гөлдө икенсе һауытҡа күсереп ултыртмайынса, элеккеһендә үҫтереү.

Эш шунда: табиғи грунтты сик аша асыҡ контейнерҙарҙа сығарыу тыйыла. Шуға күрә етештереүселәр гөлдө ваҡытлыса инерт матдәләр ҡушылған тупраҡҡа ултырта. Ул кокос сүбе, перлита (вулкан быялаһының табиғи формаһы) һәм оҙаҡ тәьҫир итә торған ҡатнаш ашламаларҙан тора. Бындай тупраҡта үҫемлек ваҡытлыса ғына йәшәй ала. Торфҡа ултыртылған гөлдәр ҙә өйҙә оҙаҡ йәшәмәй.

Өсөнсөһө. Дөрөҫ тупраҡ һайламау.

Хәҙер һатыуҙа һәр үҫемлек өсөн тупраҡ айырым һатыла. Әмма уларҙың барыһы ла нигездә бер үк. Шуға күрә гөлдө күсереп ултыртыу өсөн был тупраҡтың ҡайһыһын ғына алһағыҙ ҙа була.

Дүртенсеһе. Гөлдө һатыуҙағы тупрағы менән күсереү.

Һатып алынған гөлдөң тамырын субстраттан арындырырға кәрәк. Шуға күрә уны тупраҡтан алып, йылы һыуҙа йыуығыҙ.

Бишенсеһе. Гөлдө ваҡытынан иртә ашлау.

Күсереп ултыртҡандан һуң хуҗабикәләр гөлдәргә ашлама индерә. Әммә былай эшләргә ярамай. Гөлдө ай ярым-ике ай ваҡыт уҙмайынса ашлама индерергә тырышмағыҙ. Был ваҡытҡа тиклем ул терелергә, йәш япрактар, яңы һабаҡтар барлыҡҡа килергә тейеш.

Үлеп бара торған гөлдө йомортка ағы терелтә.

Ауырыу һәм оҙаҡ терелә торған бүлмә гөлдәренә бындай төнәтмә яһап һибергә була. 5-6 йомортҡа ағына 1 литр йылы һыу һалып, бер аҙна төнәтегеҙ. Тейешле ваҡыт уҙғас, шуны 10 литр һыу менән ҡушығыҙ. Төнәтмәнең минусы – хуш еҫле булмауында. Уның ҡарауы, ул гөлдәргә йәшлек элексиры булараҡ тәьҫир итә. Япраҡтары ялтырай, буйға үҫеп китә. Яңы үҫентеләр сығара.
Читайте нас: