Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Ноябрь 2018, 11:39

Мандарин нервыларҙы тынысландыра

Мандаринда бик күп С витамины бар. Әлеге емеш пектиндарға, минераль тоҙҙарға, Д, К, В1, В2 витаминдарына һәм эфир майҙарына ла бай.

Составында лимон кислотаһы булыу сәбәпле, мандариндың йомшаҡ өлөшө нитраттарҙы һәм башҡа зарарлы матдәләрҙе үҙенә йыймай. Мандаринда лимон кислотаһы күп, шуға күрә унда бер ҡасан да нитраттар булмай.
Иң файҙалы үҙенсәлектәренең береһе – мандарин организмға көөҙгө-ҡышҡы осорҙа юғалған витаминдарҙы ҡайтарырға мөмкинлек бирә. Эсәһе килеүҙе баҫа, организмды кәрәкле күләмдә С витамины менән байыта, шулай уҡ тән температураһын төшөрөргә ярҙам итә. Ҡабығы аш эшкәртеүҙе яҡшырта, йүтәлде йомшарта.
Ғалимдәр мандаринды йыш ашау йөрәк ауырыуҙарын киҫәтә, ҡан тамырҙарындағы холестеринды кәметә тигән һығымтаға килгән. Витаминдарға бай блы емеш аппетитты арттыра, күҙ күреүен, матдәләр эш¬сән¬леген яҡшырта.
Мандарин файҙалыраҡ булһын өсөн, уны таҙартҡандан һуң ҡалған аҡ тышсаһы менән бергә ашарға ҡушалар. Унда йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығытыусы матдәләр бар.
Мандарин – бик шәп антидепрессант. Уның төҫө нерв системаһын тынысландыра, организмдың тонусын күтәрә. Мандаринды бигерәк тә ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға ашарға кәңәш ителә. Сөнки йөклелектең икенсе триместрында организмда С витаминына ҡытлыҡ һиҙелә башлай. Шулай ҙа мандарин аллергия килтереп сығарырға мөмкин. Әмма норманы һаҡлаған осраҡта ҡуркынысы юҡ. Мандарин ҡабығынан яһалған төнәтмә (1 мандарин ҡабығы + 1 стакан ҡайнаған һыу) токсикозды кәметә, күңел болғаныуын, ҡоҫоҙны бөтөрә.
Емештең өлгөргән булыу-булмауын ҡабығына ҡарап самаларға мөмкин. Һыуһыл, баллы мандарин тығыҙ, шыма булырға тейеш. Ҡабығын усҡа һалып ҡыҫҡандан һуң һут бүленеп сыға икән, тимәк, өлгөргән. Етмәгән емеш башҡаларына ҡарағанда ауырыраҡ та була. Ҡабығы йәнселгән, бәрелгән, йомшарған икән, ундайын һатып алмауың хәйерлерәк.
Эсәктәрендә йоғошло ауырыуҙар булғандарға, ашҡаҙан йәрәхәтенән интегеүселәргә мандарин ашарға ярамай. Мандарин ашҡаҙандағы әселекте арттыра һәм эсәкттәрҙең лайлалы тышсаһына кире йоҡонто яһый, бөйөрҙәргә лә зарар килтерергә мөмкин. Гепатит, нефрит һәм холецистит булғанда, мандарин ашауҙан тыйылып торорға кәңәш ителә.
Мандарин составында шәкәр күп, уны кәрәгенән артыҡ ашау шәкәр ауырыуы килтереп сығарырға мөмкин. Иң көслө аллергендарҙың береһе ул. Шуға күрә баланың көнөнә күпме мандарин ашағанын контролдә тоторга кәрәк.
Читайте нас: