Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ноябрь 2018, 15:33

Ҡабаҡтың шифаһы бар

Ҡабаҡ файҙалы матдәләргә бик бай. Ҡабаҡ йомшағында һәм төштәрендә һаулыҡты нығытырга ярҙам итеүсе күп кенә матдәләр, ферменттар, еңел үҙләштерелеүсе углеводтар һәм аҡһым, епселле туҡыма һәм пектиндар, сахароза һәм тәбиғи кислоталар бар.

Был файҙалы йәшелсәләрҙә тәнебеҙ өсөн кәрәкле матдәләрҙең – фосфор, кремний тоҙҙары, баҡыр булыуы ла билдәле. Ҡабаҡ витаминдарға ла (бигерәк тә В төркөмөндәге) бай. Ҡабаҡтың төштәре лә бик файҙалы. Уларҙа аминокислоталар, эфир майҙары һәм алыштырғыһыҙ С витамины күп. Ҡабаҡтың йомшағы һәм төштәре, тәү сиратта, тәндәге һыу һәм тоҙҙар алмашына йоғонто яһай, бөйөрҙәрҙең таҙартыу эшен көсәйтә, тәндән тиҙ арала хлоридтарҙы сығарырға ярҙам итә, ашҡаҙан эшсәнлеген яҡшырта, эс кибеүҙе булдырмай. Шул уҡ ваҡытта пектин матдәләр артыҡ холестерин, ағыу һәм ҡалдыҡтарҙан арынырға ярҙам итә, тәндең һыуһыҙланыуына юл ҡуймай, аш эшкәртеү юлдарына бәйле ауырыуҙар ваҡытында зыян килгән тукымаларҙың тышсаһын тергеҙергә ярҙам итә, лайлалы тышсаны тәнгә ризыҡтар менән кергән зыянлы матдәләрҙең йоғонтоһонан һаҡлай. Ҡабаҡтың йомшағы оҙаҡ ваҡыт эс кипкәндә ярҙам итергә һәләтле.

Ҡабаҡ күптәр өсөн файҙалы. Иң беренсе сиратта ул ҡан тамырҙары ҡыҫылыу, һимереү, төрлө йөрәк ауырыуҙары (бигрәк тә шешенеүҙәр булһа) сәбәпле ҡан тамырҙарына тоташтырғыс туҡыма үҫеүҙән ғазапланған кешеләргә ярҙам итә. Ҡабаҡтың йомшағы һәм төштәре шәкәр ауыруы, үт ҡыуығының оҙайлы ялҡынһынуы, бөйөр туҡымаһы, ашҡаҙан, тура эсәк ялҡынһынғанда, тоҙ ултырыу ауырыуы күҙәтелгәндә, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙа шыйыҡлыҡ тотҡарланғанда йәиһә ырыуҙан ҡалыу осоронда гормондар тигеҙлеге боҙолғанда ярҙам итә. Тән өшөгәндә, бешкәндә, тире ҡыҙарыу ауырыуы күҙәтелгәндә, яралар һәм шешле ҡыуыҡсыҡтар булғанда, ҡабаҡты ҡырып, йәрәхәтле урынға ҡуйһаң, ярҙам итмәй ҡалмаҫ. Халыҡ та, табиптар ҙа ҡабаҡ нигеҙендә яһалған дарыуҙарҙы бөйөрҙәр, үт һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙары ваҡытында, матдәләр алмашыныу боҙолғанда дауаланыу һәм ауырыуҙарҙы булдырмау, шулай уҡ сыуалсандарҙы ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланырға тәҡдим итә.

Ҡабаҡ һыуы дауаһы. Дөрөҫ эскән осраҡта, ҡабаҡ һыуының бөйөрҙәрҙән ваҡ таштарҙы һәм ҡомдо сығарыу ҙа фәнни яҡтан иҫбатланған. Ҡабаҡ һыуы ялҡынһыныуҙы кәметеү, һыуһауҙы баҫыу, тынысландырыу һәм бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә. Бәүел бүленеүҙә тотҡарлыҡтар булғанда, табиптар юҡҡа ғына ҡабаҡ һыуын эсергә ҡушмайҙыр. Сыуалсандарҙы бөтөрөү өсөн киптереп таҙартылған 300 г ҡабаҡ төшөн яҡшылап иҙегеҙ, бал йәиһә ҡайнатма өҫтәгеҙ. Был ҡатнашманы аҡрын ғына (1 сәғәт дауамында) ас ҡарынға ашағыҙ. Унан һуң тоҙло эс йомшартҡыс һыу эсегеҙ һәм ярты сәғәттән тура эсәккә шыйыҡлыҡ индерегеҙ.

Үт ҡыуығы ялҡынһынған ваҡытта. Үт ҡыуығы һәм бауыр ялҡынһыныуҙары ваҡытында өйҙә “ҡабаҡ һөтө” эсеү файҙалы. Уны еңел генә әҙерләргә була. 50 г таҙартылған төшкә һыу (80 мл) һәм шәкәр ҡомо (20 г) һалып иҙегеҙ. Унан һуң файҙалы “һөт”тө ас ҡарынға эсегеҙ. Ауырыу бауырға ҡабаҡ орлоҡтары төнәтмәһе лә ярҙам итер. 250-500 г орлоҡҡа 0,5-1 л ҡайнар һыу һалына, 2 сәғәт төнәтегеҙ. Төнәтмәне 1 сәғәт дауамында эсегеҙ.

Үт ҡыуҙырыу өсөн. Ҡабаҡ йомшағын турап, тары ботҡаһы бешерегеҙ. Бутҡаға май, һөт, бал өҫтәгеҙ. Бындай бутҡаны һәр көндө ашағыҙ. Үт ҡыуығы ауырыуҙары ваҡытында уның файҙаһы инде күптән һыналған.
Читайте нас: