Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ноябрь 2018, 18:36

Ауырыу контролдә булһын

14 ноябрь – Бөтә донъя диабет менән көрәш көнө. Планетала бөгөн 230 миллиондан ашыу кеше шәкәр диабеты менән ауырый. Был – Ер шарындағы халыҡтың 6 проценты.

Ләкин, тикшеренеүҙәр күрһә¬теүенсчә, рәсми теркәлмәгән ауырыуҙар һаны күпкә артыҡ. Рәсәйҙә ауырыуҙар – яҡынса 9 миллион. Фараздар буйынса, 2025 йылға ауырыусылар ике тапҡыр артасаҡ һәм, Халыҡ-ара диабет федерацияһы иҫәпләүенсә, 2030 йылға был диагноз 500 миллион кешелә буласаҡ. Дәуаланмаған диабет бөтә мөһим органдарҙың зарарланыуына һәм үлемгә килтерергә мөмкин.

1991 йылдан Халыҡ-ара диабет федерацияһы һәм Бөтә донья һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы башланғысы менән Бөт донъя диабет менән көрәш көнө билдәләнә. 1922 йылдың ғинуарында Канаданың йәш ғалимы Фредерик Бантинг инсулин инъекцияһы яһап, ауыр формалағы шәкәр диабеты менән ауырыусы 14 йәшлек малайҙың ғүмерен һаҡлап ҡала. Инсулинға патент алып, иҫ киткес байыу урынына, ғалим барлыҡ хоҡуҡтарын Торонта университетына бирә. Һуңынан инсулин етештеркү хоҡуғы медицина тикшеренеүҙәре буйынса Канада советына күсә һәм 1922 йыл аҙағында яңы препарат барлыҡҡа килә. Был асыш миллионлаған кеше ғү

мерен һаҡлап ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәкәр диабетынан бөгөн дә тулыһынса һауығып булмай. Ләкин кешеләр авырыуҙы контролдә тоторга өйрәнде.

Диабет менән ауырыу хәүефен булдырыусы факторҙарҙы ла иҫтә тоторға кәрәк. Беренседән, нәҫелдәнлек. Шуға күрә ҡан буйынса туған булған кешеләрегеҙ араһында шәкәр сире менән ауырыусылар бар икән, тикшеренеп тороу кәрәк. Икенсенән, артыҡ ауырлыҡ. Икенсе типтағы диабет менән ауырыған 10 кешенең 8-ҙе артыҡ ауырлыҡтан интегә. Күп ауырыуҙарға ҡандағы шәкәр миҡдарын кәметеү өсөн артыҡ килограмдарҙан ҡотолоу ҙа етә. Аҙ хәрәкәтләнеү – өсөнсө фактор. Физик активлыҡ ауырлыҡты нормала тоторға ярҙам итә, ҡандағы шәкәрҙе энергия эшләүгә йәлеп итә, күҙәнәктәрҙең инсулинға һиҙгерлеген арттыра, ҡан йөрөшөн яҡшырта. Тағын бер хәүеф – йәш факторы. 45 йәштән уҙғандарға һаулығына айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа икенсе типтағы диабет менән ауырыусылар араһында балалар һәм йәштәрҙең артыуы күҙәтелә.

Әлбиттә, ҡайһы бер факторҙар менән көрәшеп булмай. Ә бына кәүҙә ауырлығын һәм тормош рәүешен һәр кем контролдә тота ала. Диабет йоғошло ауырыу түгел һәм күп шәкәр ашағандан ғына килеп сыҡмай.

Диагноз ҡуйылғансы, кеше ауырыуын күпме ваҡыт белмәй йөрөргә мөмкин? Тәү сираттар беренсе типтағы диабетты баштағы айҙарҙа уҡ асыҡлайҙар, сөнки ул киҫкен һәм тиҙ килеп сыға. Ә икенсе тип үҙен озаҡ һиҙҙермәҫкә мөмкин. Ваҡытында асыҡлау өсөн даими тикшерелеп торорға кәрәк.

Әгәр гел генә дөрөҫ итеп диетала тороп булмаһа? Тулыһынча камил кешеләр юҡ. Төрлө ситуациялар булырға мөмкин. Байрамдар, ҡунаҡҡа барыуҙар. Диетаны боҙғанһығыҙ икән, үҙегеҙҙе “ашамағыҙ”. Яңынан тыныс ҡына дөрөҫ туҡланыуҙы дауам итегеҙ. Ләкин йыш боҙғанда проблемалар килеп сығырға мөмкин.

Алкоголь рөхсәт ителәме? Әгәр ауырыуығыҙ ныҡлы кон¬тролдә икән, бер аҙ ғына алкоголь ҡулланырға ярай. Ас килеш эсергә һис кенә лә ярамай! Ябығырға теләү¬селәр өсөн алкоголь бөтөнләй кәрәкмәҫ.

Бала имеҙергә яраймы? Эйе. Имеҙеү бала өсөн бик файҙалы. Шулай уҡ ул әсәгә лә ярҙам итә: ҡандағы шәкәрҙе кәметә, артыҡ ауырлыҡты бөтөрә.

Тәмәке тартырга яраймы? Тартыу һәр кем, айырыуса диабет менән ауырыусылар өсөн, бик зарарлы. Йөрәк өйәнәге, аяҡтар параличы һәм гангренаһы хәүефен арттыра.



Читайте нас: