Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь 2018, 16:10

“Фанта” менән йыуығыҙ...

Һәр хуҗабикә лә сәйнүктәге юшҡынды бер ниндәй ҙә фильтрҙар бөтөрә алмағанын бик яҡшы белә.

Сәйнүктә юшҡын башта аҙ ғына булһа, ваҡыт үтеү менән уның ҡатламы ҡалыная. Был сәйнүктең насар эшләй башлауына килтерә. Әлбиттә, ҡайһы бер электр сәйнүктәре ватылмаҫҡа ла мөмкин. Әммә һеҙ сәй эскәндә үҙегеҙҙең һауытығыҙҙа юшҡын киҫәктәре күрәсәкһеҙ. Быны булдырмаҫ өсөн сәйнүкте йыш таҙартып торорға кәрәк.

1-се ысул. Бер стакан һыуға 1 сәй ҡалағы сода ҡушып яһалған ҡатнашма һалып ҡайнатырға тәҡдим ителә. 2-3 сәәғәттән һуң ҡайнар һыу менән сайҡап алырға кәрәк.

2-се ысул. Таҙартылған бәрәңге ҡабығын һыуға һалып, 1 сәғәт ҡайнатырға кәрәк.

3-се ысул. Лимон кислотаһы йәки һеркә. Был осраҡта ҡайнатырға кәрәкмәй. Лимон кислотаһы йәки һеркә һалып, сәйнүкте күпмелер ваҡытҡа алып ҡуйырға кәрәк. Әлеге матдәләр юшҡынды эретә. Тик был ысулды электр сәйнүген таҙартҡанда ҡулланырға кәңәш ителмәй.

4-се ысул. Газлы һыуҙар (“Кока-Кола”, “Спрайт”, “Фанта”). Әлеге эсемлектәрҙе лә сәйнүк таҙартҡанда ҡулланырға мөмкин. Тик ҡулланыр алдынан эсемлектең газын сығарырға, ә сәйнүкте эсемлек менән яртылаш ҡына тултырырға кәңәш ителә. Эшләү схемаһы: һыуҙы һалабыҙ, ҡайнатабыҙ һәм йыуабыҙ.

Юғарыла күрһәтелгән ысулдарҙың ҡайһыһын ғына ҡулланһағыҙ ҙа, сәйнүкте яҡшылап йыуырға онотмағыҙ. Сөнки “химия” ҡалдыҡтары, лимон кислоталары һ.б. ағыуланыуға килтереүе мөмкин. Ә иң яҡшыһы сәйнүктә бер нисә тапкыр һыу ҡайнатып таҙартыу.

Йәйге аяҡ кейемдәрен дә йыуып, ситкә алып ҡуйыр ваҡыт етте. Кеды, кроссовкиларҙы нисек таҙартырға һуң?

Тәү сиратта, шнурҙарын, олтораҡтарын (йәбештерелмәгән булһалар) алығыҙ. Шунан аяҡ кейемдәрен кер йыуыу өсөн тәғәйенләнгән махсус селтәр ҡапсыҡҡа (әгәр ундый әйбер булмаһа, иҫке мендәр тышын ҡулланырға була) һалырға. Шунда уҡ шнурҙарҙы ла һалһағыҙ була. Кер йыуыу машинаһына һалғас, йыуыу режимын “деликатный”ға ҡуйығыҙ, һыу температураһы 40 градустан артмаҫҡа тейеш, һыуын һығыу әйләнеше минимумда торорға тейеш.

Олтораҡтарҙан насар еҫ килә икән, уларҙы ике сәғәткә уксуслы һыуға һалып тороғоҙ, шунан сайҡатығыҙ ҙа, содалы йылы һыуға һалып тотоғоҙ. Еҫ юҡҡа сығыр.

Кер йыуыу машинаһында бер пар аяҡ кейемен генә йыуырға ярай.

Йыуылып бөткәс, дөрөҫ итеп киптерергә кәрәк. Ҡояш аҫтында һәм ба¬тареялә киптерергә ярамай.

Әйткәндәй, аҡ табан ағарһын өсөн теш щеткаһы һәм пастаһы менән таҙартығыҙ. Ап-аҡ булыр.
Читайте нас: