Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2018, 17:41

Көнөнә күпме һыу эсергә кәрәк?

Кеше ашамай 40 көн йәшәйалһа ла, һыу эсмәйенсә бер аҙна ла тора алмай.

Әҙәм балаһы үҙенең йәшәү дәүерендә бик күп һыу эсә. Бигерәк тә беҙҙең мосолман халҡы 2-3 мәртәбә сәй эсмәһә, ҡәнәғәт булмай. Сәйҙе тәмле итеп бешереү өсөн сифатлы һыу кәрәк. Күп ваҡыт беҙ сәйҙең ҡиммәтле сорттары, яҡшы сифаттары тураһында ғына уйлайбыҙ. Ә бына сәй ҡайнатҡан һыу тураһында уйлап та ҡарамайбыҙ. Ә бит ғалимдар әйтеүенсә, сәй бешереүҙә һыу әһәмиәтле элемент булып тора.

Кеше организмы 70 процентҡа ҡәҙәр һыуҙан тора. Шул уҡ ваҡытта ул көн һайын 2—2,5 литрға яҡын һыу юғалта. Ауыр эш башҡарғанда, артыҡ эҫе көндәрҙә тәндең һыу юғалтыуы хәтта 10 литрға ҡәҙәр етергә мөмкин. Был 2—2,5 литр һыуҙы кеше көн һайын ҡулланырға тейеш булһа ла, һәр кем дә көнөнә 2 литр һыу эсмәй, шулай итеп организм етешмәгән һыуҙы башҡа аҙыҡ-түлектән ала. Беҙ ашаған ризыҡтарҙа күп кенә һыу барлығы билдәле. Мәҫәлән, ҡыярҙа— 90, помидорҙа— 90, алмала һәм балыҡта—85, икмәктә—33 процент. Һөҙөмтәлә, кеше 2—2,5 литр урынына 1—1,5 литр ғына һыу эсә, ҡалғаны аҙыҡтар аша керә. Шуны ла әйтергә кәрәк, кеше организмы һыуҙы һәр ваҡыт бер режим менән ҡабул итергә тейеш. Әгәр организмға һыу етешмәһә, кешенең бөйөрҙәре насар эшләй башлай һәм уның баш мейе эшсәнлегенә лә ҙур зыян килә. Әгәр кеше һыу артыҡ ҡабул итһә лә , организмда көсөргәнешле хәл килеп тыуа. Бөйөр эшсәнлегенә көс килә, йөрәк тә ауырыраҡ эшләй башлай. Тимәк, һыу эсеүҙә лә сама хисен юғалтырға ярамай.
Читайте нас: