Ә бына рак әҙерәк булған төбәктәр исемлегендә Өфө, Ағиҙел, Октябрьский, Салауат, Нефтекама, Күмертау ҡалалары, шулай уҡ Мәләүез, Яңауыл, Туймазы, Мәсетле, Баймаҡ, Дыуан, Ҡалтасы, Ейәнсура райондары бар.
- Ракты иртә асыҡлау өсөн, тәү сиратта, медицина хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу, фельдшер-акушер пункттары, тикшереү кабинеттары, беренсел звено белгестәре эшен активлаштырыу зарур. Һәм, әлбиттә инде, халыҡты диагностика үтеүгә йәлеп итәргә кәрәк. Кеше һуңғы стадия онкология ауырыуы менән килгән осраҡта табиптар бер нимә лә эшләй алмай. Шуға ла диагностика һуң эшләнгән тип табиптарҙы ғына ғәйепләү дөрөҫ түгел, - ти ведомство башлығы.
Әлеге вакытта республикала онкология сиренә тарыған 82 мең кеше иҫәптә тора. Шуларҙың 57,7 проценты диагноз ҡуйылғандан һуң биш йылдан ашыу йәшәй.
Иң йыш осрай торған яман шештәр араһында күкрәк, эсәк, үпкә, ашҡаҙан рактары атала.
Республикала яман шештәрҙән үлеүселәр өлөшө -14,6 процент. Был Рәсәй күрһәткесе менән бер дәрәҗәлә. Әммә үлем күрһәткесе уртаса Рәсәйҙекенән түбәнерәк. Хәйер, һуңғы биш йылда ул 23 процентҡа тиерлек артҡан. Туғыҙ айҙа был һан 100 мең кешегә 183,8 (5584 кеше) тәшкил итте. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, 3,7 процентҡа артығыраҡ.