Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2018, 14:50

Таш быуаттан уҡ килә торған ауырыу

Был сир Гиппократ заманында уҡ билдәле булған, Александр Македонский, Христофор Колумб, Борис Годунов, Петр I, Бетховен, Яуыз Иван, Иван Тургенев, Чарли Чаплин әлеге сир менән яфаланған.

Һүҙ подагра тураһында бара. Латинсадан подагра «аяҡҡа тоҙаҡ» тип тәржемә ителә.

Ысындан да, подагра аяҡҡа тоҙаҡ һала шул. Был – быуындарҙың ялҡынһыныуы менән бәйле иң йыш осрай торған ауырыу, күпселек осраҡта аяҡ һәм ҡул бармаҡтары, балтыр һәм үксә, теҙ быуындарына, һирәгерәк – терһәк быуындарына зыян һала. Ялҡынһыныу урындары бик ҡаты ауырта.

Подаграның барлыҡҡа килеү сәбәбе – организм һейҙек кислотаһын үҙенән-үҙе сығарып бөтөрә алмай, һөҙөмтәлә, кислота ҡанда кәрәк күләмдән артып китә, быуындарҙа, бөйөрҙә туплана башлай, уларҙың эшсәнлегенә зыян һала. Ауыртыу өйәнәге көтмәгәндә килтереп тота, быуындар ҡатып ҡалғандай була, ауыртҡан урын ҡыҙарып, шешмәкләнеп сыға. Ә өйәнәкте алкоголь эсеү, ит ашау, туңыу, саманан тыш физик эш, йәрәхәт ҡуҙғатырға мөмкин. Кайһы бер осраҡтарҙа ауырыу өйәнәге бер нисә көнгә һуҙыла. Һуңыраҡ быуын кире үҙ халәтенә ҡайта. Ләкин өйәнәктәр ошолай ҡабатлана торған һайын, быуындар ҙа туҙа бара, ауыртыу ҙа көсәйә генә.

Подагра ирләрҙә йышыраҡ осрай, барлыҡ ир-аттарҙың 15 проценты был сирҙән интегә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа подагра һирәгрәк күҙәтелә, ғәҙәттә 40-45 йәштән һуң барлыҡҡа килә. Ләкин был сир ололарға ғына янай икән, тип уйлау дөрөҫ түгел. Ауырыу йылдан-йыл йәшәрә бара. Сәбәбе лә билдәле: йәштәр алкоголле эчемлектәрҙе, айырыуса һыраны йыш эсә, күп итеп ит (ә ул төрлө өҫтәмәләр ҡушып һимертелгән малдан алына), майлы ризыҡ, тиҙ әҙерләнә торған ашамлыҡтар (полуфабрикаттар) ашай, дарыуҙарҙы (һейҙек ҡыуҙыра торған препараттар, никотин кислотаһы) үҙ белдеге менән генә ҡуллана, һыуҙы етерлек күләмдә эсмәй, аҙ хәрәкәтләнә, бынан тыш йәштәрҙә төрлө паразиттар, бауыр һәм бөйөр ауырыуҙары ла йыш осрай. Подагра менән ауырыусыларҙа бөйөр һәм йөрәк-ҡан тамыры системаһы ауырыуҙары, шулай уҡ шәкәр диабеты барлыҡҡа килеү ихтималлығы арта.

Быуындар ялҡынһыныуын бары тик комплекслы дауаланыу ғына туҡтата ала. Дөрөҫ, хәҙерге ваҡытта «ауыртыуҙы ҡул менән һыпырып алғандай» тәьҫир итә торған дауаланыу ысулдары ла юҡ түгел. Ләкин улар ауыртыу өйәнәген генә туҡтатып тора, сирҙең үҙен дауаламай. Бер быуындағы ауыртыуҙы туҡтатып торған арала подагра башҡа быуындарға ла күсергә өлгөрә. Шуға күрә ауыртыу өйәген генә туҡтата торған түгел, сирҙе тулыһынса дауалай торған дәуаланыу ысулын һайларға кәрәк.
Читайте нас: