Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2018, 21:34

Һүгенеү һаулыҡ өсөн зарарлы

Билдәле боронғо грек философы Аристотель: “Телмәрҙең өҫтөнлөгө – уның таҙалығында һәм түбән булмауында”, – тигән. Ләкин һуңғы ваҡытта цензураһыҙ һүҙҙәр, жаргондар йәки һүгенеү аргоһы бөтә кешелекте ялмап алды.

Һүҙҙәр ҙә бит хас кешеләр кеүек:

Берәүҙәре тора ҡысҡырып,

Икенсеһе – артыҡ баҫалҡы ла,

Өсөнсөһө – хатта ҡурҡыныс…

(Әнүр Вахитов).

Беҙҙә бөтәһе лә һүгенә: бабайҙар, әбейҙәр, атай-әсәйҙәр, йәштәр, үҫмерҙәр, хатта бәләкәй генә балалар ҙа. Урамда, мәктәптәрҙә, йәмәғәт транспорттарында, бер һүҙ менән әйткәндә, һәр мөйөштә, йүнһеҙ һүҙҙәр ишетергә мөмкин.

Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалайыҡ. Һуңғы 20 йыл эсендә балаларҙың физик һәм аң үҫеше яғынан ауырыу (етешмәгән) булып тыуыу осраҡтары 10 тапҡырға артҡан, яңы тыуған балаларҙың 80 проценты ауырыу, мәктәпте тамамлаусылар араһында унынсы бала ғына һау, ҡыҙҙарҙың күбеһе хроник сирҙәр менән ауырый, ә улар буласаҡ әсәләр, милләтебеҙҙең киләсәген дауам итеүсе кешеләр. Рәсәйҙә көнөнә 2500 кеше ғүмере менән хушлаша. Ирҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо буйынса Рәсәй башҡа илдәр араһында 133 урында тора, ә ҡатындар араһында – 100 урында, 80-се йылдар арауығында тыуған йәштәрҙең 54 проценты урта мәктәпте тамамлай алмаған. Был бәләнең бик күп сәбәптәре бар һәм һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланыу уға туранан-тура йоғонто яһай. Бөгөнгө көндә һүгенеү һүҙҙәрен уҡыусылар ҙа, йәштәр ҙә, оло ирҙәр ҙә һәм ҡатындар ҙа ҡуллана. Был һүҙҙәр телевизор экрандарынан да яуып тора. Был ниндәй ғәҙәт икән ул?

Кеше – ул космостың бәләкәй генә өлөшө, ул космос кеүек йәшәй. Космос – ул энергия сығанағы. Кешенең һүҙе шулай уҡ энергия һәм ошо энергия космос киңлегендә йөрөй, йөҙә. Әгәр ҙә матур һүҙҙәр әйтһәң – космос киңлеге яҡшы энергия менән тула һәм ул кемгәлер ярҙам итә. Әгәр ҙә һүгенеү аргоһын ҡулланһаң, космос бысрана. Кеше ошо энергияға юлыҡһа, ауырый, үҙен насар тоя башлай.

Тән яраһы төҙәлә, ә насар һүҙҙәр менән яраланған күңел төҙәлмәй, тиҙәр. Уларҙы ишетеп кәйеф төшә, зиһен тарала. Бер фәһемле хикәйәтте иҫегеҙгә төшөрөп китәйек әле: «Бер һунарсы үҙенә ҡунаҡҡа айыу дуҫын саҡырған. Хужабикәгә айыуҙың еҫе оҡшамаған. Ул айыуға тураһын әйткән. Айыу хужабикәнең һүҙенә бик ныҡ үпкәләгән һәм сығып киткән. Күпмелер ваҡыт үткәс, айыу менән һунарсы урманда осрашҡан. Айыу һунарсыға: «Мә һиңә балта, минең башыма яра булырлыҡ итеп һуҡ», – тигән. Һунарсы һуҡмаҫ өсөн төрлө дәлилдәр эҙләп ҡараған. Ахырҙа, айыуҙың башын яралағансы һуҡҡан. Тағы ла күпмелер ваҡыт үтә. Айыу менән һунарсы урманда осраша. Айыу һунарсыға: «Ҡара әле, башымдағы яра бөттө, ә хужабикәңдең ҡасандыр әйткән һүҙе һаман да йөрәгемде яралап ауырттырып тора», – тигән.

Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Боронғо Рус илендә һүгенеү һүҙҙәрен ҡара көстәрҙе саҡырыу өсөн ҡулланғандар. Ошо һүҙҙәр аша бәйләнешкә ингәндәр. Өй эсендә һүгенергә ярамаған, ендәр өйгә эйәләй, тип уйлағандар. Шулай уҡ урманда ла, һыу буйында ла һүгенеү тыйылған. Ләкин кешегә эсендәге боҙоҡлоҡто түгергә кәрәк булған, уның өсөн бер урын – баҫыу булған. Ошонан «поле брани» тигән һүҙбәйләнеш килеп сыҡҡан.

XIX быуатта һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланғандарҙы хатта язалағандар.

Батша Алексей Романов ваҡытында һүгенеү һүҙҙәрен бөтөнләй ҡулланмағандар. Был күренеште шул ваҡыттағы кешеләрҙең итәғәтле икәнлектәре, шулай уҡ сәйәсәттең дә уңышлы барғанлығы менән аңлатырға булалыр.

Ләкин «Заман башҡа, заң башҡа» тигәндәй, тормош бер урында тормай. Һүгенеү һүҙҙәрен тәүҙә кабактарҙа ҡуллана башлайҙар, аҙаҡ фабрика эшселәрең төп телмәренә әйләнә улар. Ә беҙҙең көндә был һүҙҙәр телмәр эмоцияһын күтәрер, кешене әрләү, агрессияны күрһәтер, ҡурҡыуҙы күрһәтмәү һәм башҡалар өсөн ҡулланыла.

Һүгенеүҙең үтә алама ғәҙәт икәнлеген бөтәһе лә яҡшы белә. Йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре лә, Ислам дине лә һүгенеүҙе тыя. Ҡөрьәндә: «Бер-берегеҙҙе төрлө ҡушаматтар, насар һүҙҙәр менән атамағыҙ», – тиелә. Әрләшкән, насар һүҙҙәр әйткән кешеләрҙең баҡыйлыҡта мотлаҡ яза аласаҡтары хаҡында ла иҫкәртелә. Шулай ҙа арабыҙҙа телмәрендә насар һүҙҙәрҙе ҡулланыусылар йыш осрай. «Мин һүгенмәйем, ә шулай һөйләшәм», тиеүселәр ҙә бар хатта. Һүгенеү һүҙҙәре һаулыҡҡа етди зыян килтерергә һәләтле, тип һанай ғалимдар. Нисек улай тиһегеҙме? Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, ҡайһы бер урындарҙа, йәки өйҙәрҙә күңелгә рәхәт, тыныс, ә икенселәрендә – шыҡһыҙ, хатта шомло. Күрәһең, гел әрләш-талаш булған ерҙәрҙә негатив энергия өҫтөнлөк итә, шуға ла унда йәм юҡ.

XX быуатта япон ғалимы Масару Эмото һыуға насар уйҙарҙың, әрләү һүҙҙәренең бик насар тәьҫир итеүен иҫбат итә. Һыуҙы туңдырып, микроскоп аша фотоға төшөрә. Ә туңдырыр алдынан һыуға матур һүҙҙәр әйтәләр. Матур һүҙҙәр әйтелгән һыу иҫ киткес, төрлө биҙәкле ҡар бөртөктәре булып, ә насар һүҙҙәр әйтелгәне уҡмашып туңа. Тимәк, бер-береһе менән әрләшкәндә, насар һүҙҙәр әйткәндә кешеләр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, һаулыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Һүгенеү һүҙҙәренең тәьҫире шул тиклем көслө, хатта организмда генетик кимәлдәге үҙгәрештәр килеп сығыуы ла бар, тип һанай ғалимдар.

Биология фәндәре докторы И.Б.Белявский етәкселегендәге икенсе төркөм ғалимдар 17 йыл буйы һүгенеү һүҙҙәре проблемаһы өҫтөндә эшләй. Һүгенеү һүҙҙәрен күп ҡулланған кешеләрҙең ғүмерҙәре бик ҡыҫҡа икәнлеген иҫбат итәләр.

Үҙең һүгенмәгән хәлдә лә, әленән-әле эргә-тирәләге әхлаҡһыҙ кешеләр ауыҙынан насар һүҙҙәр ишетергә тура килә. Насар һүҙҙәр кешене үлтерә икәнлеген ата-бабалар элек-электән белгән. Юҡҡа ғына кешене насар һүҙҙәр менән ҡарғамайҙар. Матур һүҙҙәр әйтеп, ауырыу кешене аяҡҡа баҫтырырға ла була. «Яҡшы һүҙ – йән аҙығы», тигән бит боронғолар.

Тимәк, тормошобоҙ йәмле, үҙебеҙ һау-сәләмәт булайыҡ тиһәк, бер-беребеҙгә ысын күңелдән әйтелгән йылы һүҙҙәрҙе, доғаларҙы йәлләмәҫәкә кәрәк, дуҫтар! Уларҙы әйткәндә кеше йылмая, үҙеңдең дә кәйефең күтәрелә.
Читайте нас: