Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2019, 00:16

Бүлмә гөлдәре

Уңған хужабикәләр хәҙер бүлмә гөлдәренең ниндәй генә төрөн үҫтермәй. Ап-аҡ ҡарлы һалҡын ҡышта матур сәскәләргә ҡарап күңел нескәрә, тормош мәшәҡәттәре лә юҡҡа сыҡҡандай була.

Йорт үҫемлектәренең күпселеген матур сәскәһенә ҡыҙығып тоталар, үҙенсәлекле япраҡлылары ла осрай. Шулай ҙа өйҙә муллыҡ булһын өсөн, төбөнә тинлектәр һалып, аҡса гөлөн үҫтереүселәр йә япрағы ике төҫлө булһа, өйҙә тоторға ярамай, тип ташлаусылар ҙа осрай.

Бындай ырымдар ысынмы икән? Ҡайһы гөлгә ҡарата ниндәй ышаныуҙар йөрөй.

БОРОНДАН КИЛГӘН ЫШАНЫУ

* Абаға (ҡаҙаяҡ) - кәрт һәм ҡомарлы уйындарҙа уңыш килтерә.

* Фикус - эш урынында йыйылған кире энергияны таҙарта.

* Розан (гибискус) - ыңғай энергетика булдыра, һаулыҡты нығыта.

* Сырмауыҡ, үрмәле гөл (плющ) - өйҙә ирҙәр булғанын яратмай, парҙар айырылыша, еткән егеттәр йорттан күсеп китә.

* Яран гөлө - тынғыһыҙ ваҡытта, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә тынысландыра, себендәрҙе "һыйҙырмай", яман көстәрҙе ҡыуа, агрессияны кәметә.

* Толстянка («аҡса гөлө») - муллыҡ килтерә. Әгәр япраҡтары ваҡ икән - тинлек аҡсаға, эре булһа - ҙур суммаға. Уның сәскә атыуы һирәк күренеш. Әгәр һеҙгә был бәхет тәтей икән - тиҙ арала байырһығыҙ.

* Алоэ - бәхетһеҙ осраҡтан һаҡлай.

* Фиалка - төрлө ауырыу-ҙарҙан ҡурсалай. Уны "тәрбиәсе гөл" тип тә йөрөтәләр, сөнки балаларҙы ярата.

* Кактустарҙы телевизор, компьютер янына ултыртып ҡуйыу кәңәш ителә. Сөнки ул электромагнит нурҙарынан һаҡлай. Энәләре ни хәтлем оҙон булһа, шул хәтлем күберәк нурҙарҙы эләктерә, тигән ышаныс йәшәй. Кактусты тәҙрә төбөнә урынлаштыр-һағыҙ, йортоғоҙҙо бурҙарҙан ҡурсалар, тип тә әйтәләр.

* Фикус гөлө - бәхеткә. Уның тылсымлы көсө барлығына ышаналар. Ул кире эмоцияларҙан ҡотолдороп, оҙаҡҡа һуҙылған бәхәсте сисергә ярҙам итә, кешеләрҙе борсолоуҙан, тынғыһыҙлыҡтан һаҡлай. Шундай ышаныу ҙа йәшәй: "Балалары булмаған ғаиләлә фикус гөлө үҫтер-һәләр, сабыйҙары тыуыр". Фи-кусты аш-һыу бүлмәһендә урынлаштырһаң, аҙыҡ тың муллығына, йоҡо бүлмәһендә тотоу - тыныслыҡҡа, тиҙәр. Гөлдәр сәскә атмаһа - хужаларының ярлыланыуына.

Дауалаусы гөлдәр.

Психологтар билдәләүенсә, сәскә атҡан бөтә гөлдәр ҙә кешенең ижади һәләтен үҫтерә. Кеше ҡәләм алып һүрәт төшөрә, йә шиғыр яҙа башлай. Йортто биҙәгәндә лә, ниндәйҙер ижади эшкә тотонғанда уның фантазияһы бай була.

Каланхоэ гөлө - матур ғына түгел, файҙалы ла. Уны "тере ағас" тип тә йөрөтәләр. Тымау тейгәндә танауға япрағының һутын тамыҙалар, температураны төшөрә. Башта сөскөртһә лә, бер нисә минуттан тымау онотолор. Тағы бер файҙалы гөл - хлорофитум. Белгестәр әйтеүенсә, ул бүлмәләге һауаны башҡа үҫемлектәргә ҡарағанда яҡшыраҡ таҙарта. Алоэның да файҙаһы күп. Тымау тейгәндә һутын файҙаланалар. Сүп ингәндә йә эрен йыйылғанда уртаға ярып бәйләнгән япраҡ йәрәхәтте тиҙ дауалай. Файҙалы гөлдәр исемлегенә алтын мыйыҡты ла (золотой ус) индерергә кәрәк. Яраға, шешкә уның япраҡтарын ыуып һалалар. Шәкәр диабеты менән яфалан-ғандарға ла был гөл ярҙамға килә. Гөлдөң бер ваҡланған япрағына 2,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һүрән утта 3-4 минут тоторға. Унан 5-6 сәғәткә йылы итеп урап ултыртып ҡуйырға ла һөҙөргә. Әҙләп көнөнә З тапҡыр ҡабул итергә.

Яран, примула, кардамон — көслө еҫле үҫемлектәр, аллергия менән яфаланған кешеләр өсөн хәүефле. Диффенбахия гөлөн өйҙә бәләкәй балалар булғанда тотоу кәңәш ителмәй, уны күсереп ултыртҡанда бирсәткә менән генә эш итер кәрәк, сөнки ҡулды яндыра. Шуға ла бүлмә гөлдәрен алғанда уның үҙенсәлектәре менән танышырға кәрәк.
Читайте нас: