Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2019, 17:55

Ҡупшы өшөмәй, ҡалтырай

Ҡышҡы һыуыҡтарға беҙ һәр саҡ әҙербеҙме? Күптәр ҡышҡыһын да еңелсә генә кейенеп йөрөргә ярата, ә бит йоҡа куртка, салбар һәм кизе-мамыҡ ойоҡ организмды һыуыҡтан һаҡлай алмай. Һөҙөмтәлә кеше өшөй, хатта бит-ҡулдарын, аяҡтарын туңдырыусылар ҙа осрай. Алыҫ юлға сыҡҡанда ла төрлө хәл булыу ихтималлығын күҙ уңынан ысҡындырабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының аҙағы аяныслы тамамланған осраҡтар ҙа юҡ түгел: тап шул арҡала ҡарлы-буранлы ҡышта кеше ғүмерҙәре өҙөлә.

Өшөүҙең билдәләре һәм стадиялары

Тирене, тәнде өшөтөү һәм туңдырыу, ҡатмарлыҡтарына ҡарап, төрлө дәрәжәгә бүленә. Тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн уларҙы айыра белеү мөһим.

1-се дәрәжә. Әгәр ҙә еңелсә генә өшөһәгеҙ, уны тиренең еңелсә семетеп-семетеп алыуынан, ҡыҙҙырыуынан һәм ойоуынан белергә мөмкин. Зыян күргән урында тире ағарып сыға, йылытҡас, ҡыҙыл-көрән төҫтәге еңелсә шеш барлыҡҡа килә, һуңынан тире төләй башлай. Был осраҡта, ғәҙәттә, өшөгән урын аҙна эсендә йүнәлеп, бер эҙе лә ҡалмай.

2-се дәрәжә. Тәүгеһенән айырмалы рәүештә, тирелә күперткеләр барлыҡҡа килә. Уларҙың эсендә үтә күренмәле шыйыҡса була. Йылытҡан саҡта кеше ауыртыу, әсетеү һиҙә. Тулыһынса йүнәлеү өсөн ике аҙна ваҡыт китә.

3-сө дәрәжә. Быныһы айырыуса ҡурҡыныс. Уның билдәһе – тәнде ҡанлы күперткеләр баҫыуы. Йыш ҡына ул некроз менән тамамлана. Тире бик оҙаҡ, айҙан ашыу ваҡыт эсендә йүнәлә, урынында йөйҙәр ҡалыуы ихтимал.

4-се дәрәжә. Был осраҡта йомшаҡ туҡымаларҙың бөтә ҡатламы ла зыян күрә. Өшөгән урын ныҡ итеп шешә, һиҙеүсәнлеген юғалта, йыш ҡына некроз, туҡымаларҙың үлеүе менән тамамлана. Һөҙөмтәлә аяҡ-ҡулдарҙың ампутацияһына килтерә.

Сәбәптәре

Һыуыҡта өшөүгә тығыҙ һәм еүеш өҫ һәм аяҡ кейеме, физик арығанлыҡ, аяҡтарҙың тирләүе, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының һәм аяҡ-ҡулдарҙың хроник сире, ниндәйҙер ауырыуҙан һуң организмдың хәлһеҙлеге, мәжбүри рәүештә бер үк торошта ҡуҙғалмай ҡалыу сәбәпсе була. Эскән кешеләрҙең аяҡ-ҡулдарын туңдырыуы – бик йыш осрай торған хәл. Сөнки эскән кеше өшөүҙән һаҡланыу сараһын күреү һәләтен юғалта, ә инде атлай ҙа алмаҫлыҡ хәлгә еткәнсе иҫерһә, хәүеф хаҡында бөтөнләй онотоп, һыуыҡта ятып йоҡлап китеүе лә ихтимал.

Тәүге ярҙам

/ Зыян күргән кешене иң беренсе сиратта йылы бинаға алып инергә кәрәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һыуыҡта күберәк булған һайын, зыяны ла ауырыраҡ һәм тәрәнерәк була.

/ Ағарып торған урынды ипләп кенә ыуығыҙ. Ололар өшөгән тирене ҡар менән ыуырға ҡушһа ла, улай итергә ярамай, бысраҡ ҡар менән инфекция индереү ҡурҡынысы бар.

/ Төрлө май һәм крем менән ыуыу ҙа тыйыла.

/ Иң дөрөҫө – ҡулдарығыҙ һәм тынығыҙ ярҙамында өшөгән урынды йылытыу. Еңелсә генә массаж эшләргә мөмкин. Йөн бейәләй йәиһә күн бирсәткә ҡан әйләнешен яҡшыртыу өсөн бик тә ярап ҡала.

/ Йылы сәй, һөт йәиһә бер ҡалаҡ ҡына тирәһе алкоголь йылынырға һәм көсөргәнештән ҡотолорға ярҙам итер. Әммә спиртлы эсемлектәр артыҡ булырға тейеш түгел, юғиһә ҡан тамырҙарын тарайтып, иммун системаһының ҡаршы тороу көсөн кәметәсәк.

/ Мөмкинлек булһа, аяҡтарҙы йылы һыуға тығырға була. Һыуҙың температураһы ныҡ юғары һәм ныҡ түбән булһа ла, ауырыуҙың хәлен яҡшыртмаясаҡ, киреһенсә, зыян ғына килтереүе мөмкин.

/ Әгәр өшөгән урында күперткеләр һәм яралар барлыҡҡа килһә, уларға тейергә ярамай. Йәрәхәткә тағы ла нығыраҡ зыян килтермәҫ өсөн, марля япма ғына һалырға була.

/ Оҙаҡ ваҡыт һыуыҡта ятып, кеше ныҡ итеп өшөгәндә мотлаҡ дауаханаға алып барырға кәрәк. Оло кеше йәиһә бала зыян күрһә лә, тиҙерәк медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә тырышығыҙ. Сөнки бындай стрестан баланың өлгөрөп етмәгән һәм оло кешенең хәлһеҙ организмы бик оҙаҡ үҙ хәленә ҡайта һәм өҫтәмә терапияға мохтаж.

Ғөмүмән, тәүге ярҙам ул – табиптар килеп өлгөргәнсе генә күрелә торған ашығыс сара. Һәр осраҡта ла профессиональ медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш.
Читайте нас: