Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ғинуар 2019, 11:01

Ҡайһыһын һайларға?

Балыҡтың кеше организмы өсөн файҙалы икәнен һәр кем белә. Әммә магазинда уларҙың ниндәйен һайларға? Ҡайһыһы файҙалыраҡ? Ошо турала белешмә биреү яҙыҡ булмаҫ.

Балыҡтарҙы өс төркөмгә бүләбеҙ:

Майлы балыҡтар.

Уртаса.

Майһыҙ йәки ябыҡ балыҡтар.

Майлыларға түбәндәгеләрҙе индерергә мөмкин:

* Һаҙан. Ул нервы күҙәнәктәренә ыңғай тәьҫир итә, баш һәм арҡа мейеһе, тире өсөн яҡшы.

* Йәйен. Унда аминокислоталар күп, организмда шәкәрҙе көйләй.

* Скумбрия. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай, гормондарҙың эшмәкәрлеген яҡшырта.

* Бәрҙе, бағры. Күҙ, ҡолаҡ, йөрәк өсөн файҙалы.

* Ҡыҙыл балыҡтар. Улар ҡан баҫымын көйләй, тромбтар барлыҡҡа килеүен иҫкәртә, биологик ҡартайыуҙы яйлата.

Уртаса майлыҡтағы балыҡтар

* Алабуға. Организмда холестерин күләмен кәметә, ҡан баҫымын яйға һалырға ярҙам итә, балалар өсөн айырыуса файҙалы.

* Ҡорман. Шәкәрҙе кәметә, тире ауырыуҙарын бөтөрөү көсөнә эйә.

* Камбала. Йодҡа бай, холестеринды кәметә, иммунитетты күтәрә.

* Сабаҡ. Ололар, ауырлы ҡатындар өсөн айырыуса файҙалы. Ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарын иҫкәртә.

Майһыҙ балыҡтар

* Һыла. Баш мейеһе, нервы күҙәнәктәре өсөн файҙалы. Ябыҡ кешеләргә уны мотлаҡ ашарға кәрәк.

* Суртан. Киҙеүҙе иҫкәртә, бактерияларға ҡаршы көрәшә, нервы күҙәнәктәрен нығыта.

* Тәрәс. Матдәләр алмашыныуын яҡшырта, вирус һәм инфекцияларға ҡаршы көрәшә.

* Минтай. Ауырлы һәм имеҙгән ҡатындар өсөн айырыуса файҙалы, балаларға диетик аҙыҡ. Унда йод күп.
Читайте нас: