Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ғинуар 2019, 20:45

Төндә кеше йоҡлай ғынамы?

Статистика буйынса, йөҙ кешенең дүртәүһе – илерек (лунатик). Төн уртаһында, мәғәнәһеҙ ҡарашын бер нөктәгә төбәп, йорт буйлап йөрөгән кешене күрһәң, ҡурҡып та ҡалыуың ихтимал. Әммә бында ҡурҡырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Аттар ҙа, мәҫәлән, аяҡ өҫтө йоҡлай.

оберт Стивенсон, Пушкин кеүек үк, ятҡан килеш ижад итергә яратҡан. Ҡайһы саҡта эш барышында үҙенең тамамланмаған сюжетын ҡарай-ҡарай йоҡлап та киткеләгән һәм йоҡоһонда яҙмаһын дауам иткән. Уянып киткәс, башҡарылған эшенә ҡарап, үҙе ғәжәпләнгән.

XVIII быуатта Италия композиторы Джузеппе Тартини менән булған ваҡиға тағы ла хикмәтлерәк. Бер мәл төндә уның ҡатыны скрипкала уйнағанына уянып китә. Шул уҡ ваҡытта уның тәрән йоҡола булыуын күреп, борсоуға ҡала. Иртән йоҡонан торғас та композитор төшөндәге көйҙө нотаға һала. Ҡатынына төшөндә иблис ҡулынан тотоп скрипка ҡылдары буйлап йөрөтөүе хаҡында һөйләй. Тартини үҙенең әҫәрен «Иблис сыңы» тип атай. Белгестәр был көйҙө композиторҙың иң яҡшы әҫәре, тип атай.

Данте вафат булғас, уның «Ожмах» поэмаһының ун өсөнсө шиғыры тамамланмауы асыҡлана. Бөйөк шағирҙың дуҫтары һәм таныштары уның балалары Якобо менән Пьероға ҡалған шиғыр юлдарын яҙыуҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Ул ваҡытта улар үҙҙәрен шағир булараҡ танытып өлгөрһә лә, ижади эҙләнеүҙәрҙә йылдар үтә. Бер мәл төшөндә Якобо атаһын күрә. Ул улын торғоҙоп, ҡулынан етәкләп, үҙенең элекке бүлмәһенә алып инә һәм, бер стенаға күрһәтеп: «Һеҙ эҙләгән нәмә ошонда», – ти. Йоҡоһонан уянғас, Якобо дуҫы менән атаһы күрһәткән бүлмәгә инеп, стеналағы келәмде ала һәм стена уйымында шиғыр юлдары сыймаҡланған ҡағыҙ биттәрен таба.

Илеректәрҙең ғәҙәттән тыш һәләте тураһында тарихта бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар. Улар күрәҙәлек итә, асыштар яһай, бөйөк әҫәрҙәр ижад итә, ҡоламайынса ҡыйыҡ ситенән йөрөй ала һ.б. Бындай күренештәрҙе элек ай тотолоуының магик йоғонтоһо менән аңлатҡандар һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең көсөнә ҡайтарып ҡал­дыр­ғандар. Илеректең йоҡоһо ул тиклем ҡаты түгел, шунлыҡтан мейенең хәрәкәт өлкәһе тотҡарланмай, кешеләр гипноз аҫ­тында ҡалған һымаҡ була. Ә бындай мәлдә арҡан өҫтөнән йөрөү кеүек феноменға килгәндә, ғалимдар быны ҡурҡыу тойғоһоноң булмауы менән аңлата, ғәҙәти тормошта ҡурҡыу кешене күп кенә хәүефле аҙымдан һаҡлай.

«Лунатизм» йәки «сомнамбулизм» (латин теленән тәржемә иткәндә «somnus» – «йоҡо», «ambulo» «йөрөйөм» тигәнде аңлата) – күп осраҡта быға ауырыу түгел, ә төрлө борсолоу­ҙар, әрләшеү, ҡурҡыу, ҡыуаныу һөҙөмтәһендә нервы системаһының һәм психиканың ҡаҡшауы сәбәпсе булып тора.

Стресс йыш ҡына кешеләрҙең һаташыуына һәм төндә йөрөй башлауына килтерә. Кешенең нервы системаһы нескә булып, нәҫелдә ауырыусылар булһа, тимәк, илереклеккә юл асыҡ тигән һүҙ. Был өлкәлә алдынғы белгестәрҙең береһе, табип-психиатр Михаил Буянов ҡатыны йоҡларға ятыр алдынан детективты уҡып бөтөргә ҡамасаулаған пациентты күҙәткән. Асыуланған ир, бер-ике сәғәт йоҡлап алғандан һуң, ырғып тороп, күрше бүлмәнән китабын алып, ҡарайыҡ әле, артабан нимә яҙылған икән, тип ауыҙ эсенән һөйләнеп, китапты ҡарай башлаған. Бының барыһын да ул күҙҙәре йомоҡ килеш башҡарған (ә күп кенә илеректәрҙең күҙҙәре был ваҡытта киң асылған була, үҙҙәре төш күреүен дауам итә). Ҡатыны, уны уятырға тырышып, һорауҙар биреп ҡараған, әммә ире быға бөтөнләй ҙә иғтибар итмәгән. Шулай ҙа ҡатын ирен көс-хәл менән йоҡо бүлмәһенә алып барып, карауатҡа һала. Иртәнсәк уяныуға иһә иренең төндәге хәл тураһында бер нәмә лә белмәүе асыҡланған.

Әйтергә кәрәк, ҡатынының бәхетенә күрә, ире тыныс холоҡло булған. Юғиһә, ҡыҙыу холоҡло кешене кисен ныҡ ҡына асыуландыр­һаң, төндә ул йоҡо аралаш үҙенең асыуын сығарыуы ла ихтимал.

Илеректе уятырға ярамай

Табиптар фекеренсә, кеше бер-ике тапҡыр ғына төндә тороп йөрөһә, уны дауалау кәрәкмәй. Ә инде был хәл айына бер нисә тапҡыр ҡабатланһа, уға, ысынлап та, медицина ярҙамы кәрәк. Был осраҡта невропатолог дарыуҙар яҙып бирә ала. Әммә ауырыуҙың сәбәбен асыҡлап, уны бөтөрөү өҫтөндә эшләмәһәң, дарыуҙарҙың әллә ни файҙаһы юҡ.


Ҡайһы бер иң ябай кәңәштәр


Илеректәрҙең хәрәкәттәре иҫ киткес дөрөҫ, ә ҡурҡыу тойғоһо бөтөнләй юҡ. Шуға күрә уларҙың асыҡ торған тәҙрәнән тышҡа ла «атлауы», төн уртаһында теләһә ҡайһы йүнәлештә өйҙән сығып китеүе, бысаҡ йә башҡа осло әйбер менән үҙҙәрен йәрәхәтләүе лә ихтимал. Ошонан сығып, төнгөлөккә бысаҡ, ҡай­сы, балта, бысҡы кеүек әйберҙәрҙе йыйыңҡырап, газды, электр приборҙарын һүндереп, аш-һыу бүлмәһенең ишеген бикләп ҡуйырға кәңәш ителә.

Йоҡлар алдынан илеректе 2 – 3 сәғәт урамда йөрөтөп алып килеү хәйерле. Ә ингәс, телевизор ҡарауҙан, компьютер артында ултырыуҙан тыйырға кәрәк. Киреһенсә, нервы системаһын тынысландырыу өсөн көй тыңлаһын, китап уҡыһын.

«Төн ҡунағы»на йоҡонан 1,5 – 2 сәғәт алда киске аш ашатырға кәрәк. Аш майһыҙ булһын, төрлө тәмләткестәр менән ит тә әҙерләмәгеҙ. Ә инде иҫерткес эсемлектәр, кофе, ҡаты сәй биреү бөтөнләй тыйыла. Иң яҡшыһы – еңелсә гарнир менән балыҡ һәм һөтлө сәй. Йоҡларға ятыр алдынан бер ҡалаҡ бал һалынған йылы һөт эсереү айырыуса файҙалы.

Йоҡлар алдынан уны борсорға тырышмағыҙ, әрләмәгеҙ. Ә инде телефондан оҙаҡ итеп һөйләшһә, йә башҡа эш менән мәшғүл булһа, тыймағыҙ, юғиһә был шөғөлөн төнгө йоҡоһонда дауам итеүе бар.

Иң сәләмәт йоҡо – уң яҡ ҡабырғала, шунлыҡтан барлыҡ илеректәр ҙә уң яғына ятып йоҡлап китергә тейеш.

Йоҡоһонан уятмағыҙ! Хатта ул тороп йөрөгән ваҡытта ла уятырға ярамай, юғиһә ҡурҡытып ҡуйыуығыҙ ихтимал. Ә ипләп кенә ятҡырырға тырышығыҙ. Әгәр ҙә ул һеҙҙең әйткәнде ишетмәй икән, 10 – 15 минут көтөп тороғоҙ, улар үҙҙәре тынысланып, урынына барып ята.

Әгәр ауырыу ныҡ ҡына ҡурҡҡан, көйәләнгән булып, быны бик ауыр кисерә икән, төнгөлөккә 12 – 25 тамсы новопасситты 50 миллилитр йылымыс һыуға ҡушып эсерегеҙ, бик тә булмаһа, арыҫлан ҡойроғо (пустырник), валокордин йә корвалол бирергә мөмкин.

Урта быуат табиптары мендәрҙе ҡомалаҡ менән тултырырға, ә төнгөлөккә сығанаҡ бармаҡҡа аметист ҡашлы балдаҡ кейҙерергә тәҡдим итер булған. Америка ғалимдары тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, был таш һәм ҡомалаҡ, ысынлап та, тынысландырыу көсөнә эйә һәм һәйбәт йоҡлата.
Читайте нас: