Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2019, 16:42

Ҡышын бауырға ярҙам кәрәк

Ҡышын беҙҙең артыҡ калориялы туҡланыуыбыҙ аркаһында, бауырға көс килә. Шуға күрә, рационды бер аҙ төрләндереп, бауырҙы таҙартып алырға ла була.

Укроп, петрушка, кинза, сельдерей, базилик һәм бөтнөк кеүек табиғи антиоксиданттар бауырға организмды таҙартырға ярҙам итә.

Сөгөлдөрҙөң бешкәне лә, сейе лә һәйбәт. Унда клетчатка, фосфор, баҡыр һәм В төркөмө витаминдары бар. Улар барыһы ла токсиндарҙы сығара һәм бауыр эшен еңеләйтә.

Кишерҙе лә шулай уҡ сей килеш тә, бешереп тә ашарға була.

Ҡабаҡты ла ашарға кәрәк. Ул тиҙ үҙләштерелә, аш ҡайнатыу органында артыҡ тотҡарланмай.

Алма, груша ҡан составын яҡшырта.

Күрәгә, инжир, йөҙөм шулай уҡ бауырға файҙалы. Улар һимереүгә ҡаршы көрәшә, ҡандағы холестеринды кәметә.

Әстерхан сәтләүеге составындағы аргинин бауырҙан аммиакты сығара, ә омега-3 бауырҙы һау-сәләмәт хәлдә тота.

Ҡуҙаҡлы культуралар тиҙ үҙләш­терелә торған аҡһымға бай. Улар туҡымаларҙы, шул иҫәптән бауыр туҡымаларын яҡшырта.

Етен, зәйтүн майҙары организмдан токсиндарҙы ҡыуа, шулай итеп бауырға ярҙам итә.
Читайте нас: