Сәләмәтлекте һаҡлаған иң ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәйек. Бына нимәләргә “юҡ” тип әйтергә кәрәк:
- таҙартылған (рафинированный) майға;
- микротулҡынлы мейескә;
- бала тапҡанға тиклем маммографияға;
- ҡыҫып торған эске кейемгә;
- алкоголле эсемлектәргә;
- иретелгән аҙыҡ-түлеккә;
- һыуытҡыстағы пластик шешәләрҙәге һыуға;
- ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу дарыуҙарына;
- шәкәргә (белгестәрҙең раҫлауынса, яман шеш күҙәнәктәре, нигеҙҙә, шәкәр менән туҡлана).
Ә бына ғүмерҙе оҙайтҡан түбәндәге аҙыҡ-түлеккә “эйе!” тип яуап ҡайтарыу дөрөҫ булыр:
- үҫемлек аҡһымына (ҡуҙаҡлыларға);
- иртән тороу менән ике стакан һыу эсеүгә;
- йылы аҙыҡ-түлеккә (ҡайнар түгел);
- яман шешкә ҡаршы һутҡа (алоэ-вера+имбир+ петрушка+сельдерей+промалин (ананастың урта өлөшө);
Тағы ла һеҙҙең иғтибарығыҙға бер нисә кәңәш.
Пластик стакандарҙан сәй эсмәгеҙ. Ҡағыҙ йәки полиэтилен пакеттағы ҡайнар аҙыҡты ашауҙан тыйылығыҙ. Аҙыҡты микротулҡынлы мейестә пластмасса һауытта йылытмағыҙ. Пластмасса йылынғанда химик берләшмәләр бүленә, уларҙың илленән ашыу яман шеш сирҙәрен ҡуҙғытыуы мөмкин. Кока-коланы ананас ашағандан һуң эсергә ярамағанлығын да иҫтә тотоғоҙ. Ғөмүмән, кока-кола менән ананас һутын бергә ҡушыу үлемесле, тип иҫәпләй белгестәр.
Телефонығыҙҙың батареяһы “ултырғанын” күрһәгеҙ, шылтыратыуҙарҙы ҡабул итмәҫкә тырышығыҙ, сөнки был саҡта электромагнит нурланышы менән зарарланыу зарядланған аккумулятор менән һөйләшкәндәгегә ҡарағанда мең тапҡырға көслөрәк. Һыуҙы иртән – күберәк, кисен аҙыраҡ эсегеҙ. Ашағандан йәки дарыу эскәндән һуң, диванға һуҙылып төшөп ятмағыҙ. Сәләмәт булығыҙ!
Автор: (“Мир тесен” каналынан)