Тимәк, парлы мунса була инде был. Рәхәтләнеп парланып кергән мунсанан еңеләйеп, йәшәреп сығаһыңды көт тә тор! Еңеләймәҫкә ни, тир менән организмдағы сир-сор сығып китә лә баһа. Тирләгәндә «эскә ҡасҡан» ағыулы матдәләр, шлактар, ҡурғаш, еҙ, ҡайһы бер металдарҙың ауыр тоҙҙары һәм артыҡ шыйыҡлыҡ бүленеп сыға.
Мунсаның эләүкәһе генә лә үҙе бер дауалау кабинаһына тиң. Ҡыҙған ташҡа һыу һибеп, йәғни эҫе һалып ебәрһәң, температура кинәт алмашына. Был иһә ҡан тамырҙарына бер тигән гимнастика. Сыныҡҡан ҡан тамырҙары һалҡынды ла, эҫене лә еңелерәк кисерә. Тимәк, мунса кергәндә бер уңайҙан сынығабыҙ ҙа икән.
Ауыр эштән һуң мунса айырыуса файҙалы – тәндә ойошҡан ҡан таралып, мускулдар яҙылып китә. Ҡатын-ҡыҙҙар мунсанан һуң матурайып китеүҙәрен үҙҙәре лә һиҙә торғандыр. Парлы мунсала күҙәнәктәр асыла, таҙара. Кәмендә литр ярым шыйыҡлыҡ тир менән сыҡҡанға күрә, бер ни тиклем ябығыу мҡмкинлеге лә бар бит әле. Ҡайын миндеге менән сабынып та ебәрһәң, тир биҙҙәре генә түгел, бәлки, май биҙҙәре лә актив эшләй башлар, ҡан әйләнеше яҡшырыр, тәндәге ҡытыршы урындар шымарып китер.
Ләкин мунсаны белеп керергә кәрәк. Темпе¬ратура күтәрелгән сағында, инфаркт йәиһә инсульт кисергәндән һуң, ҡан баҫымы булғанда, эпилепсия, аҙҡанлылыҡ, гепатит, тире ауырыуҙары, күҙ, ҡолаҡ борсоғанда, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары йөҙәткәндә, ауырлы булғанда, күрем ваҡытында мунсанан тыйылып торорға кәңәш ителә.
Сауна – донъяла иң киң таралған мунсаларҙан. Уны Америкала ла, Европала ла яраталар. Сөнки унда пар ҡоро булғанға күрә әҙерлекһеҙ кешеләр ҙә саунаны еңел кисерә. Сауна кергәндең икенсе көнөндә иртән кеше үҙен яҡшы хис итһә, тимәк, мунса уға килешкән.
Сауна яҡшы йоҡлата, көсөргәнеште, мускулдар арғанлығын бөтөрә, сыныҡтыра. Ҡоро эҫе һауа тын юлдарына яҡшы тәьҫир итә, һулыш тәрәнәйә, еңеләйә. Һалҡын тейеү сирҙәре йышайған осорҙа сауна айырыуса файҙалы. Температура булғанда мунса инергә ярамаһа ла, терелгәс, тын юлдарында ҡалған лайла-ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн тап бына сауна кәрәк. Әгәр ҙә мунса ташына бер ни ҡәһәр хуш еҫле үләндәр – эвкалипт, бөтнөк, ылыҫ төнәтмәләре бөркөп тә ебәрһәң, бына тигән сихәтләнеү чараһы булыр.
Фин мунсаһы – радикулит, остеохондроз, полиартрит, мускуллар, быуындар тартылған, йәрәхәтләнгән сағында рөхсәт ителә торған берҙән-бер мунса. Сөнки ауырыу быуындар, мускулдар артыҡ дым яратмай.
Саунаның бар хикмәте – эҫе менән һалҡынды дөрөҫ сиратлаштырыуҙа. Саунала ҡыҙып сыҡҡандан һуң һалҡын бассейнға һикереү мәжбүри түгел, әммә һалҡын бүлмәлә ултырып ял итеү мөһим. Йөрәк-ҡан тамырҙары һау булмаған кешеләр температураның кинәт үҙгәреүе улар өсөн түгел икәнен онытмаһындар ине.
Белгестәр саунала ун минуттан оҙағыраҡ ултырмаҫҡа кәңәш итә.
Хаммам дип йөрөтөлә торған төрөк мунсаларын яратыусылар торған һайын күбәйә бара. Элгәре төрөк мунсалары йыуыныу урыны ғына түгел, бәлки, ял итеп, аралашып, күңелле һөйләшеп ултырыу урындары ла булған. Йәмле генә әңгәмәләшеп, сәйҙәр эсеп, һыйланып мунча инә торғас, көн үткәне лә һиҙелмәгән.
Хаммам йөрәк-ҡан тамырҙары сәләмәт булмаған кешеләр өсөн айырыуса һәйбәт мунса. Ысын төрөк мунсаһында бер ҙур йыуыныу бүлмәһе тирәһендә эҫелеге әкрен генә арта бара торған бер нисә бүлмә була. Бер бүлмәнән икенсеһенә күсә-күсә, кеше аҙ-аҙлап эҫегә өйрәнә бара. Унан һуң үҙенең хәл-торшона ярашлы бүлмәлә туҡтап та ҡала ала бит.
Хаммам парлыраҡ булһа ла, беҙҙең мунсаларға ҡарағанда, еңелерәк кисерелә. Бейек түбәле, йылытылған иҙәнле йыуыныу бүлмәһендә өҫтән ҡойған һыу бик тиҙ парға әйләнеп бара. Пар өҫкә күтәрелеп тарала, унан һуң һыу тамсылары булып, ауыш диуарҙан ипләп кенә ағып төшә, кешеләр өҫтөнә һыу тамып тормай. Хаммамдағы ҡайнар пар һулышты ҡыҫмай, шуға күрә унда астманы, бронхитты, һалҡын тейеүҙәрҙе дауаларға мөмкин. Мунса иҙәне 60 градусҡа тиклем йылытылғанға күрә ялан аяҡ баҫыу мөмкин түгел. Аяҡҡа кейергә кәрәк, тиҙәр.
Хаммам мускулдарҙы яҙып ебәрә, йоҡоно рәтләй, тыныс йоҡлата. Төрөк мунсаһында һыланып ятыу бик рәхәт. Массаж яһаусылар бик ҡаты ҡыйлана кеүек күренһә лә, кешенең тәнендә ниндәйҙер күгәргән урындар ҡалмай, ауыртыу һиҙелмәй.
Әкренләп кенә ҡайнарлана бара торған һыулы мискәләрҙә йыуыныу, эфир майҙары һеңдерелгән бычҡы сүбе тултырылған тәпәндәрҙә ултырыу – тулы бер дауалау процедураһына оҡшаған япон мунсаһы булыр. Бындай мунса барлыҡ арығандарҙы бөтөрә, ял иттерә, терелтә. «Мунса – иң һәйбәт һый ҙа, иң һәйбәт дарыу ҙа», – тип әйтергә ярата япондар.
Мунса инеү башта сайҡанып алыу менән башланып китә. Унан һуң япондар ҡайнар һыулы мискәләрҙә – тәрәнлеге – 81 см, киңлеге – 1 м, оҙонлоғо 1,4 м булған офуроларҙа оҙаҡлап ебегәнсе ултыралар (офурога беренсе булып ғаилә башлығы – атай кеше керә, ваҡ бала-сағалар ҙа уның менән бергә йыуына), шунан һуң камбуро тигән мискәләрҙә хуш еҫ һеңдерелгән бысҡы сүбенә сумып ултыралар. Ғәҙәттә, йөрәккә ауырлыҡ килтермәҫ өсөн, һыу күкрәккә тиклем генә тултырыла. Һыуға ла, мискәләргә лә үлән-япраҡ төнәт¬мәләре, тәмле еҫле майҙар һалына. Бысҡы сүбе тирҙе үҙенә ала, үлән-япраҡ, тәмле майҙар сихәтен кеше тәненә күсерә. Мунса инеү сәй янында йылы әңгәмәләр рәүешендә дауам итә. Шулай итеп, тән сихәте йән сихәте менән бәйләп алып барыла.
Ысыедан да тән сихәте өсөн япон мунсаһы бик килешә. Ул көсөргәнешлекте бөтөрә, бөйөрҙәр эшсәнлеген яҡшырта, ревматизмды дауалый (бычҡы сүбендә генә ултыраһы), артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итә, йәшәртә. Күп итеп үләндәр, майҙар ҡулланыу сәбәпле, тән тиреһе ҡартаймай.