Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Февраль 2019, 12:56

Күҙҙәренә ҡара

Күҙҙәр – күңел көҙгөһө, тибеҙ. Уларҙа кешенең эске хәл-торошо ғына түгел, ә организмдың сәламәтлеге лә сағыла. Күҙ һәм уның тирәһендәге үҙгәрештәр органдарҙағы етешһеҙлектәрҙе, гормональ тайпылыштарҙы, витамин етмәүҙе асыҡларға ярҙам итә.

Күҙ арығанда һәм ялҡынһыныу процестары башланғанда ҡыҙара. Йыш ҡына әлеге тайпылышты конъюнктивит килтереп сығара. Был ваҡытта күҙ яҡтынан ҡурҡһа, ауыртһа, күреү һәләте кәмеһә, бәшмәк ауырыуы, герпес, блефарит булыуы ихтимал. Әгәр күҙ ауыртһа һәм ҡыҙарыуы бер нисә көндә бетмәй икән, офтальмологҡа күренеү зыян итмәҫ.

Күҙҙәге ҡан тамырҙары бик нескә, зәғиф, һиҙгер һәм көс килгәндә, арығанда, хатта йүтәлләгәндә лә шартлай. Был ҡурҡыныс түгел. Ә бына күҙҙәге ҡан тамырҙары сәбәпһеҙ йыш һәм күп булып шартлай икән, бындай тайпылыш ҡан баҫымы күтәрелеүгә ишаралай. Ҡан баҫымын даими үлсәп торорға, кардиологҡа күренергә кәрәк.

Күҙ алмаһында ҡыҙыл таптар иһә шәкәр ауырыуы ваҡытында барлыҡҡа килә.

Ҡалҡанһыман биҙҙә гиперфункция күҙәтелгәндә күҙҙәр аҫҡа төшөп тора башлай. Ауырыуҙың башҡа билдәләре: йөрәк тибеше йышайыу, тирләү, кәүҙә ауырлығы кәмеү. Әлеге сырхауҙы препараттар ярҙамында дауалайҙар. Офтальмологтан тыш, эндокринологта булыу шарт.

Күҙҙәр, ғәҙәттә, иртән йоҡонан торғанда шеше¬нә, күҙ төбөндә “ҡапсыҡ” барлыҡҡа килә. Был хәл бөйөрҙәрендә тайпылыштар булған кешеләрҙә күҙә¬телә. Күҙ шешенеү – организмдан артыҡ шыйыҡлыҡ сығып бөтмәгән тигән һүҙ. Тимәк, бөйөр үҙ функцияһын тейешенсә башҡармай. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙ төбө күрем циклына бәйле рәүештә шешә.

Күҙ алмаһы һарғайыу йәки йәшкелт төҫкә инеү организмда холестерин күләме күтәрелеү тураһында һөйләй. Был ҡан тамырҙары өсөн зыянлы. Кисекмәҫтән табипҡа барырға кәрәк.
Читайте нас: