Кешенең ҡыйыуһыҙлығы, йомшаҡлығы йәки ауыр холоҡло булыуы тормош тәжрибәһе, тәрбиә, юғары маҡсаттарға ынтылыу, хеҙмәт һәм коллектив йоғонтоһонда үҙгәртергә мөмкин. Кеше үҙ характерын яҡшыртыу өҫтөндә даими эшләһә, уның бөтөнләй икенсе – ыңғай сифатлы, ыңғай холоҡло кешегә әүерелеүе лә бар.
Юғарыла әйтелгән фекер айырым кешеләрҙең үҙҙәрен йәмғиәттә, ғаиләлә дөрөҫ тотмауҙарын һис тә аҡламай. Ә бит, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ-үҙҙәрен тота белмәүселәр, кешеләрҙе һанға һуҡмаусылар ҙа осрай. Был – тәрбиәһеҙлек, тотанаҡһыҙлыҡ.
Ҡайһы берәүҙәр яҡындарына тупаҫлыҡ күрһәтәләр ҙә һуңынан, “мин шундай холоҡло” йәки “мин ҡыҙыуыраҡ шул”, тип аҡланмаҡсы булалар. Үҙ-үҙеңде тота белмәүҙең, тиҙ ҡыҙып китеүҙең әҙәпһеҙлек икәнен дә оноторға ярамай.
Ләкин шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: күп кенә нервы-психика ауырыуҙары ваҡытында кешенең характеры үҙгәрә. Мәҫәлән, невроздарҙы ғына алайыҡ: неврастения ваҡытында кеше бик ныҡ ҡыҙыусан булып китә, һүҙ күтәрмәй, юҡтан ғына кәйефе ҡырыла, көтөргә һис тә яратмай, тиҙ арый, бик түҙемһеҙгә әйләнә. Истерияға бирелеүсән кешеләрҙең тәбиғәте аҡыллы фекер йөрөтөүгә түгел, ә тойғоларға ғына буйһонған була. Улар үҙҙәре хаҡында бик юғары фекерҙә булалар, үҙен генә яратып, башҡаларҙың ихтирамын көтөп йәшәйҙәр. Теләктәренә ирешә алмаһалар – үҙҙәрен тота алмайҙар, ҡысҡырыналар, ишетмәй башлайҙар, өйәнәктәре ҡуҙғала.
Психастения хас булған характерлы кеше артыҡ йомшаҡ, оялсан, ҡыйыуһыҙ була, яңы шарттарҙа үҙен уңайһыҙ тота, ҡыҙара, юғалып ҡала, үҙ көсөнә ышанмаусанға, икеләнеүсәнгә әйләнә. Дөрөҫ тәрбиә алмау етешһеҙлектәре шул көйөнсә генә ҡалдырмай, ә шәхес психологияһындағы тайпылыштарҙы көсәйтә. Ундай кешеләр бик холоҡһоҙ, ҡаты бәғерле, рәхимһеҙ, уҫал булалар. Икенселәре – тиҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, төрлө “күңел асыу” сараларына өйрәнеп китәләр.
Әммә психикаһында тайпылыштар булған шәхес тә бөтөнләй төҙәтелмәй торған холоҡло түгел. Ундай кешеләрҙе берҙәм коллективта, ныҡлы хеҙмәт тәртибе талап иткән шарттарҙа тәрбиәләү ныҡлы һөҙөмтәләр бирә. Тәрбиә эше хеҙмәт аша, кешене ихтирам итеү йүнәлешендә алып барылырға тейеш. Бер ваҡытта ла насар кәйефкә юл ҡуйырға ярамай, үҙеңде юғалтыуға ирек биреүҙе тыйырға кәрәк. Тормошта үҙ урыныңды табып, маҡсатыңды аңлап, шуға ынтылып йәшәү зарур. Рухи зауыҡты, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереү өҫтөндә арымай-талмай эшләү мөһим.