Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Февраль 2019, 13:13

Яҙ килә - үрсетмәләр әҙерләргә ваҡыт

Күҙҙәребеҙ ҙә, ашҡаҙаныбыҙ ҙа өйрәнеп бөткән помидор, борос, баклажан, патиссон кеүек йәшелсәләр беҙгә бик алыҫтан һәм бик йылы илдәрҙән килгән. Шуға ла улар һалҡынды яратмай. Ә Башҡортостанда көндәр май урталарына тиклем йылынмай. Тимәк, көҙөн уңыш алыр өсөн яҙҙан үрсетмәләр үҫтереүҙән башҡа сара юҡ.

Тәбиғәт йәшелсәләрҙе асыҡ ерҙә генә үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырмағас, йылы климатты тәҙрә төптәрендә, парниктарҙа, теплицаларҙа булдырырға тура килә.

Күпме орлоҡ алырға?

Орлоҡ алыр өсөн магазинға юлланыр алдынан баҡсағыҙға күпмә йәшелсә-емеш ултыртырға йыйыныуығыҙҙы аныҡ планлаштырығыҙ. Орлоҡто артыҡ алыу бөтөнләй кәрәкмәй – икенсе йыл улар әллә үҫеп сыға, әллә юҡ. Аҙыраҡ та булмаһын – үрсетмә әҙерләү өсөн ҡиммәтле ваҡыттың үтеп китеүе ихтимал. Шуға ла түбәндә бер квадрат метрға нисә грамм орлоҡ кәрәклеген аныҡлаусы таблица тәҡдим итмәксебеҙ.

Баклажан – 0,08

Ташҡабаҡ – 0,4

Аҡ күсәнле кәбеҫтә – 0,04

Сәскәлө кәбеҫтә һәм брокколи – 0,05

ҡыяр – 8

Пастернак – 0,5

Патиссон – 0,4

Петрушка – 0,6

Борос – 0,1

Ирәүән – 0,3

Сельдерей – 0,2

Помидор – 0,5

Орлоҡто 15 процент тирәһенә артығыраҡ алырға кәрәклеген генә билдәләргә була, быны страховка фонды өсөн тип әйтергә кәрәк. Әлбиттә, хаҡтары ҡиммәтерәк булһа ла, орлоҡтарҙы махсус магазиндарҙан алыу яҡшыраҡ – яҙ көндәрендә ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек күбәйгән ваҡ-төйәк кибеттәрҙәге тауарҙың сифаты өсөн яуап биреүсене ҡайҙан табаһың? Тәжрибәле баҡсасылар орлоҡтарҙы үҙҙәре әҙерләй, ғәҙәттә, ә магазинға өр-яңы сорт йәки гибрид алыр өсөн генә бара.

Әйткәндәй, барлыҡ культураларҙың да сортлыларға йәки гибридтарға бүленеүен һәр баҡсасы белә. Тик бына уларҙың айырмаһын ныҡлап аңлап бөтөүселәр генә аҙ. Ә быны белеү һәр кемгә кәрәк.

Орлоҡтар өс категорияға бүленә:

Оригиналдар,

Элиталы орлоҡтар,

Репродукцион орлоҡтар.

Оригинал орлоҡтар саф сортлы тигәнде аңлата, уларҙы оригинаторҙар барлыҡҡа килтергән. Сорттың оригинаторы булып физик йәки юридик шәхес теркәлә ала.

Элиталы орлоҡтар оригинал орлоҡтарҙан сығарыла. Элитаның сифатын белер өсөн орлоҡтоң ҡабында яҙылған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ – элитаның заты S хәрефе һәм һан менән күрһәтелә. “S1” тип яҙылғаны “S2” тип яҙылғандан затлыраҡ. Бындай орлоҡтар ҡиммәт кенә һәм шәхси хужалыҡтарҙа ҡулланылмай тиерлек.

“Репродукцион” тип элитанан һуң килгән быуынға ҡараған орлоҡтарҙы атайҙар. Шәхси хужалыҡтарҙа, башлыса, тап ошондай орлоҡтар сәселә. Гибридтар ҙа репродукцион булып һанала, уларҙы орлоҡтарҙың ҡаптарына “F1” тип билдәләп яҙалар.

Репродукцион орлоҡтар өсөнсө категорияға ҡарай. Шулай ҙа уларҙы сифатһыҙ тип билдәләү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Улар ҙа тейешле контролде үтә. Ләкин был орлоҡтарҙы етештереүселәргә булған талаптар аҙыраҡ. Шуға ла, бәләһенән баш-аяҡ, орлоҡтарҙы аҡсаны йәлләмәй генә махсус фирма магазиндарынан алыуҙан да ҡулайырағы юҡ, тип ҡабат-ҡабат билдәләге килә. Ни тиһәң дә, ғаиләне туйҙырырлыҡ йәшелсә менән тәьмин итеү тураһында һүҙ бара.

Сифаты төҫөнә сыға

Орлоҡтарҙың төҫөнә лә иғтибар итегеҙ – уларҙың яңылары сағыу була, иҫкеләренең төҫө тоноҡлана. Һәйбәт орлоҡтарҙың еҫе ҡырҡыу булыуы менән айырылып тора, бигерәк тә кишер, петрушка һәм әнистеке. Шулай уҡ орлоҡтар­ҙы тотҡолап та ҡарайҙар – улар дымлыраҡ, һалҡынса була. Кибеп бөткәндәрен уйлап та тормай сүп һауытына ырғы­тыр­ға кәрәк. Һәм, әлбиттә, орлоҡтарҙың ҡабына яҙылған яҙыуҙарға ныҡлы иғтибар итегеҙ – теплицағыҙ булмаған осраҡта оҙаҡ өлгөрә торған сорттарҙы алмай тороғоҙ.

Хәҙер төп һорауға яуап бирергә кәрәк: гибридтар яҡшыраҡмы, әллә сорттармы?

Әлбиттә, гибридтарҙың иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ яҡтары бик күп. Ләкин улар­ҙың яҡшы сифаттары йәшелсә культураларын үҫтереү технологияһын тулыһынса үтәгәндә генә күренә. Ә инде бындай сорттар күпкә әрһеҙерәк. Был осраҡта иң мөһиме – орлоҡтарҙың һеҙҙең районға, климат­ҡа тура килгәнен һайлау. Шул саҡта ғына улар һәйбәт уңыш бирәсәк, тәбиғәт көйһөҙлөктәренә лә бирешмәйәсәк. Һорауға яуап итеп шуны әйтке килә − гибридтар яҡшыраҡ, әммә уларҙың файҙаһын күреү өсөн белем һәм тырышлыҡ талап ителә.

Кәңәш

Парник йәки теплица булмаған осраҡта ла тәҙрә төбөндә генә лә һәйбәт үрсетмәләр үҫтерергә мөмкин. ҡояш яҡтыһы күберәк төшһөн өсөн яҡтылығы тәҙрә төптәрендәге үрсетмәләргә тейерлек итеп, ҡояшҡа ҡаратып көҙгө ҡуялар. Аҡ ҡағыҙ йәки ватмандан эшләнгән экрандың яҡтыһы ла артыҡ булмаҫ.

ҡасан сәсергә?

Үрсетмәләрҙе өс этапта сәсәләр.

Иртә сәсеү ваҡыты 10 февралдән 10 март­ҡа тиклем дауам итә. Был ваҡытта теплицалар өсөн борос, баклажан, помидор сәселә, иртә өлгөрөүсән аҡ күсәнле кәбеҫтә, артишок, тамырлы сельдерей орлоҡтары ла ергә төшә. Үрсетмәләрҙе, ҡояш яҡтылығынан тыш, өҫтәмә яҡтылыҡ менән дә тәьмин итергә тура киләсәк. Шулай уҡ өҫтәмә йылылыҡ та талап ителә. Уларҙы тәҙрә төптәрендә, йылытылған балкон һәм верандаларҙа үҫтерергә мөмкин.

Икенсе этап – 15 марттан 10 апрелгә тиклем. Был ваҡытта уртаса өлгөрөүсән аҡ күсәнле кәбеҫтә, помидор, борос, баклажан, ҡыяр, ташҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын, башлы һуған, брокколи, ҡыҙыл күсәнле, сәскәле, Пекин һәм Брюссель кәбеҫтәһе, аш сөгөлдөрө ултыртыла. Ошо осорҙа һауа йылына башлағанлыҡтан, үрсетмәләрҙе парниктар­ҙа, теплицаларҙа сәсергә була. Ундағы ерҙе тиреҫле һалам кеүек органик материалдар менән байытырға тура килә.

Һуңғы этап – 25 апрелдән 20 майға тиклем. Был ваҡытта һуң өлгөрөүсән кәбеҫтә төрҙәре, ҡыяр, ташҡабаҡ, патиссон, ирәүән орлоҡтары йылытылмаған теплицаларға, парниктарға сәселә.

Орлоҡтарҙың ҡаптарына уңыш алғанға тиклем күпме вегетация осоро үтәсәге хаҡында яҙыла-яҙылыуын. Мәҫәлән, помидор гибридтары өсөн был яҡынса 100 көн тәшкил итә. 20 июль тирәһендә помидор ашай башлайым тиһәң, үрсетмәне 110 көн тирәһе алдан сәсергә кәрәк. Сөнки орлоҡ шытҡанға тиклем һәм түтәлгә күсереп ултырт­ҡандан һуң өйрәнеп китеү осоро булғанлығын иҫәпкә алырға тура килә. Тимәк, помидор үрсетмәләрен 20 апрелдән дә ҡалмай сәсәләр.

Үрсетмәләрҙе түтәлгә күсереп ултыртыу ваҡыты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ашыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ – уларҙы түтәлгә 10 июнь тирәһендә генә күсерергә кәрәк.

Кәңәш

Борос, помидор һәм баклажан яҡтылыҡ яратыусан. Шуға ла уларҙың үрсетмәләрен ҡояшҡа ҡараған тәҙрә төптәренә ултыртығыҙ.

Нимә сәсһәң – шуны урырһың

Уңыштың күләме тәбиғәттең йыл дауамындағы торошона, ерҙең сифатына бәйле булһа ла, сәселгән орлоҡтоң сифаты бик ҙур әһәмиәткә эйә. Һатып алған орлоҡтар сәсергә тулыһынса әҙер тип әйтергә була. Шулай ҙа уларҙы дезинфекциялап алыу артыҡ булмаҫ. Әллә ни мәшәҡәтләнмәҫкә теләгәндәр орлоҡтарҙы марганцовка иретмәһенә булһа ла һалып тороп, йәшелсәләр­ҙе төрлө сирҙәргә дусар итеүселәрҙән ҡурсалай ала.


Кәңәш

Билдәле ғалим Джекоб Митлайдер орлоҡтарҙы дезинфекциялау өсөн ябай һәм тиҙ генә башҡарылыусы сара тәҡдим иткән: уларҙы 20 минутҡа 50 градус тирәһенә еткерелгән һыулы термосҡа һалырға. Бынан һуң орлоҡтар үтек менән бер нисә тапҡыр йөрөтөлгән эҫе һәм таҙа ҡағыҙҙа тиҙ генә киптереп алына һәм шундуҡ сәселә.

Шулай уҡ орлоҡтарҙы дезинфекциялау өсөн өс көн һыуытҡыста тотолған алоэ һутын ҡулланырға була. Был һутта уларҙы бер көн самаһы тоталар.

Әммә дезинфекцияланған орлоҡтарҙы таҙартылмағандары эргәһенә ҡуйырға ярамай. Иң яҡшыһы – уларҙы шундуҡ сәсеү.

Үрсетмәләргә һыу һибеү кеүек мөһим мәсьәләгә лә туҡталып үтәйек. Бында ла сама кәрәк. Һыуҙы артыҡ һибеү үрсетмәләр­ҙең буйға үҫеүенә килтерә, шунлыҡтан уларҙы күсереп ултыртыу ауырға төшә. Шулай уҡ тупраҡты гел дымлы тотоу ҙа проблема тыуҙыра. Бигерәк тә үрсетмәләрҙе түтәлгә күсереп ултыртҡандан һуң хәл ҡатмарлаша.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йыш ҡына ҡоролоҡ булыуын онотмайыҡ. Ҙурайған үрсетмәләргә гел генә күпләп һыу һибеү мөмкин түгел, быға ваҡыт та, мөмкинлектәр ҙә юҡ. Тимәк, һыуҙы кәрәгенсә, тупраҡтың ҡорой башлауы һиҙелгәс кенә һибәләр. Тамыры ныҡ булған ҡеүәтле үрсетмәләргә һирәк, әммә күп итеп һыу ҡоялар. Артыҡ дымлы тупраҡта тамырҙарҙың сереүен һәм төрлө сирҙәр аҙыуын онотмайыҡ.

Ә инде һыуҙың иң шәбе – ямғыр йә ҡар һыуы. Сөнки ул йомшаҡ. Әйткәндәй ҡар йәки боҙҙо махсус йылытырға, батарея-фәлән янына ҡуйырға ярамай – ул әкрен генә үҙе ирергә тейеш.

Кәңәш

Үрсетмәләргә дым етерлек булһын өсөн батареяға йәки башҡа йылыт­ҡысҡа еүеш серәк ҡуйыу һәйбәт.

Үрсетмәләр үҫеүсе тупраҡ дымға ғына түгел, төрлө микроэлементтарға ла мохтаж. Тик шуны белһәк ине – микроэлементтар­ҙың етмәүе тупраҡтың артыҡ ашланған булыуына ҡарағанда күпкә һәйбәтерәк. Шуға ла микроэлементтар менән артыҡ мауыҡмағыҙ – улар үҫемлектәргә мотлаҡ кәрәк, ләкин бик-бик аҙ дозала ғына.

Буталмаҫ өсөн үрсетмәләргә ниндәй микроэлемент етешеп, нимә етмәүен тышҡы билдәләренә ҡарап асыҡларға өйрәнәйек.

Тупраҡҡа азот етмәүе япраҡтарҙың аҡ­һыл­ланыуы, вағайыуы менән билдәләнә. Шулай уҡ улар аҡрын үҫә башлай.

Азот артыҡ булһа, япраҡтар ҡуйы йәшел төҫкә инә, артыҡ әүҙем үҫеүенә килтерә.

Калий етмәүе арҡаһында үрсетмәләр­ҙең япраҡтары ситтән һарғая башлай, бөгәрләнә. Тора-бара улар янған кеүек була.

Фосфор етмәһә, япраҡтар ҡыҙғылт-кө­рән төҫкә инә. Улар ҡороған осраҡта һарғаймай, ә ҡарая.

Магний етмәһә, япраҡтарҙа аҡһыл йә­шел таптар барлыҡҡа килә.

Кальций етмәһә, үҫемлектәрҙең та­мырҙа­ры зыян күрә, йомшара, быжый.

Бор етмәүе арҡаһында үҫемлек­тәр­ҙең сәскәләре ҡойола, һабаҡтары ҡорой.

"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: