Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март 2019, 17:54

“Беҙҙең мәктәптә бала саҡ, тип аталыусы ғәжәйеп мөғжизәүи донъя хөкөм һөрә”

Юбилейҙа йомғаҡ яһау, киләсәккә пландар төҙөү ҡабул ителгән. Бишбүләк 1-се урта мкәтәбенең үҫеш векторҙарына беҙ директор Олеся Витальевна Идрисованы үҙ уй-фекерҙерәе менән уртаҡлашыуын үтендек. Ул мәктәптең коллективы менән өс йыл етәкселек итә. Был йылдар эсендә Олес явитальевна икенсе юғары белем алырға өлгөргән. Быға ҡәҙәр ул 18 йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ Бишбүләк 2-се урта мәктәбендә Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән.

- Һеҙ уҡытыусы һөнәрен һайлағанһығыҙ, ә бала саҡта кем булырға хыяллана инегеҙ?

- Бала саҡта, башланғыс мәктәптә уҡығанда, тирә-яғыма уйынсыҡтарымды ултыртып, мәктәпле уйнарға ярата торғайным. Өлкәнәйгәс, балалар психологы булырға теләнем. Әммә педагог һөнәрен һайланым, ул психолог һөнәре менән айырылғыһыҙ, тип һанайым. Һәм, тамсы ла үкенмәйем!

- Ҡасан да булһа мәктәп директоры булырмын,тип уйланығыҙмы?

- Юҡ, әлбиттә, был яуаплы вазифала эшләрмен, тип уйлағаным булманы.

- Һеҙ педагогтар коллективы менән етәкселек итәһегеҙ, дәрестәр алып бараһығыҙ, ата-әсәләр менән осрашаһығыҙ. Һеҙ барыһына ла нисек өлгәшәһегеҙ?

- Мин һеҙгә барыһына ла өлгөрәм, тиһәм, алдашырмын, моғайын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт етмәй, әммә миңә күп нәмәне алдан планлаштырыу ярҙам итә:бер йылға, сиреккә, бер аҙнаға һәм һәр көнгә.

- Хәҙерге быуын балаларын “ауыр”, тиҙәр. Бының менән кишеһегеҙме?

- Килешмәйем. Һәр быуын уникаль, тип һанайым. Өлкәндәр йыш ҡына үҙҙәре лә ҡасандыр бала булыуын онота. Һәр быуын ул - үҙ осороноң балалары, ә һәр осорҙоң үҙ закондары. Һүҙ ҙә юҡ, принциптар. Йолалар, әхлаҡи позициялар бар, улар фундаменталь – уларҙы һыҙып ташлап булмай, әммә әлеге балаларҙы элгәрегә ҡарағанда. ауырыраҡ йәки ҡатмарлараҡ, тип әйтергә ярамай. Һәр быуындың үҙенсәлектәре, үҙ проблемалары бар, әммә балаларҙы аңлау, уларға был еңел булмаған тормош юлынан ышаныслы барырға ярҙам итеү өсөн өлкәндәр кәрәк бит.

- Ә һеҙҙең быуын ниндәй ине? Мәктәп йылдарынан ниндәй ҡыҙыҡлы ваҡиғалар хәтерегеҙҙә ҡалды?

- Мин шуны әйтә алам, беҙ бер-беребеҙ менән күберәк аралаштыҡ – беҙҙең иҫ киткес “гаджеттар”ыбыҙ булманы. Беҙ мәктәптән һуң осраштыҡ, аралаштыҡ. Хәҙерге заман быуындың, минеңсә, ундай мөмкинлектәре юҡ. Әммә башҡа өҫтөнлөклө йүнәлештәре лә бар.

Сент-Экзюпери былай тигән: “өлкәндәрҙең барыһы ла ҡасандыр бала булған, был хаҡта бик аҙҙар ғына хәтерләй”. Уҡытыусы өсөн был хәтер балаларҙы аңлау һәм белем биреү процессын уңышлы төҙөү өсөн айырыуса мөһим. Мәктәп уҡытыусыларына үҙҙәренең дә балалар булыуын онотмаҫҡа нимә ярҙам итә?

Мин уҡытыусылар ҡасандыр үҙҙәре лә бала булғандарын хәтерләйҙер, тип ышанам. Беҙҙең мәктәп ябай түгел, унда бала саҡ тип аталған ғәжәйеп һәм мөғжизә һәм тылсымлы донъя хөкөм һөрә. Үҙ-үҙеңә ышаныс. Белем биреү шатлығы, уҡырға әҙерлек – педагог тәрбиәләргә тейешле сифаттар. Әгәр уҡытыусылар, үҙ маҡсаттарына ирешкәндә, уҡыуҙы мауыҡтырғыс итеү, ә мәктәпте – ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәр, асыштар иле итә ала икән, тимәк, өлкәндәр үҙҙәре лә балалар булыуын онотмаған һәм уҡыусыларҙы ниндәй юлдар менән алып барыуҙарын яҡшы аңлай. Минеңсә, беҙҙең мәктәптең үҙенсәлеге ул – быуындар бәйләнеше, сығарылыш класс уҡыусылары уҡытыусы булып, мәктәпкә эшкә әйләнеп ҡайта, бында балаларын уҡырға алып килә.

- Һуңғы йылда мәктәп бик ныҡ үҙгәрҙе, ул тағын да замансараҡ булды. Тағы нимә эшләйһегеҙ килә? Киләсәктә мәктәпте ниндәй итеп күрәһегеҙ?

- Бик күпте! Әлбиттә, мәктәп заманса булырға тейеш, юғиһә ул дөйөм мәғариф системаһын үҫтереү тенденцияларында юғаласаҡ. Әммә нимә етмәй тиһәк, миңә ҡалһа, ул юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырыу, мәктәп эскәмйәһенән үк балалар ҡайҙа уҡырға инергә кәрәклеген аңлаһын. Бының өсөн шарттар булдырыу кәрәк. 11-се класс уҡыусыларының дәүләт имтихандарныда тулҡынланыуҙарын теләмәҫ инем, сөнки уларҙың 10-сы һәм 11-се кластарҙан алдан уҡырға керергә теләгән вузға бер нисә аҙым яһау мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Киләсәк мәктәбе, ул, бөгөнгө көн мәктәбе кеүек үк, бала шәхесе үҫешен барыһынан да өҫтөн ҡуйырға тейеш. Әлбиттә, беҙҙең мәктәптең заманса булыуын, юғары позицияла һәм республиканың иң яҡшы мәктәптәре араһында лайыҡлы урын алыуын теләйем.

- Һеҙҙең тормош кредоһы?

- Һәр көн ҡуйылған маҡсаҡа ирешеү өсөн файҙалы үтергә тейеш.

- Юбилей йылында хеҙмәттәштәрегеҙгә һәм уҡыусыларығыҙға нимәләр теләр инегеҙ?

- 150 йыл – иҫ киткес, етди дата. Тәү сиратта, мәктәп уҡыусыларына көн һайын бер генә минуттарын әрәм итмәйенсә, Камиллашыуҙарын теләйем. Мин уларҙың һәр ваҡыт уңыштарға ирешеүҙәрен һәм нимәлер барып сыҡмаһа, бирешмәүҙәрен теләйем. Һис шикһеҙ, икенсе көн буласаҡ – барып сыҡмағанды төҙәтеү һәм башҡарып сығыу өсөн яңы мөмкинлек буласаҡ. Уҡыусылар янында һәр ваҡыт ышаныслы кешелрә, ысын дуҫтар булһын ине, тип теләйем. Мин иһә балларға үҙ таланттарын үҫтерегә, үҙ үҙ һәләттәрен асып, һәр ваҡыт алға барыуҙарын теләйем. Бындай төрлө өлкәлә һәләтле уҡыусыларҙың күп булыуы башҡа мәктәптәрҙә һирәк осрай. Уҡыусыларға, барыһынан да бигерәк, иң яҡшы, иң изге һөнрә һайлағандары өсөн рәхмәт әйткем килә. Уларға ныҡлы һаулыҡ. Ижади уңыштар. Именлек теләйем! Һәр яңы көн, педагог балалар янына килгәс, һәр дәрес уҡыусылар менән аралашыуҙан шатлыҡ килтерһен.

Үҙеңә ышанып баҡҡан күҙҙәрҙән дә яҡшыһы юҡ! Ваҡыт уҙыр – уҡыусылар өлкәндәр сафын тулыландырыр, үҙ урындарын табыр. Мәктәп тормошоноң яҡты миҙгелдәре, ҡыҙыҡлы дәрестәр, яртаҡан уҡытыусылар 1-се мәктәп уҡысылары күңелендә мәңгегә ҡалыр, тип ышанғы килә.

Ирина Михайлова яҙып алды.
Читайте нас: