Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март 2019, 21:00

Башҡорт түрәләре кейгән кейем ҡыҙыл ҡалпаҡ менән күк елән...

Тарихи мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә борон төрлө һуғыштарҙа, алыҫ походтар ваҡытында башҡорт ғәскәрҙәре менән абруйлы ил азаматтары – тархан, старшиналар, кантон башлыҡтары етәкселек иткән.

Мәҫәлән, 1756-1763 йылдарҙағы Ете йыллыҡ (Рәсәй менән Пруссия араһында) һуғыш ваҡытында башҡорт ғәскәрҙәренә атаҡлы башҡорт тарханы, баш старшина Ҡыҙрас Муллаҡаев командалыҡ итә. 1772 йылда Польшаға походҡа барған өс меңлек башҡорт ғәскәренең башында Ҡыр-Танып улысы башҡорт старшинаһы Ҡолой Балтасов була. Уны һуңынан оҙаҡ ҡына ваҡыт “главный начальник” тип йөрөткәндәр. Әйткәндәй, башҡорттар үҙҙәренең абруйлы етәкселәрен, сардарҙарын түрә тип йөрөтөр булған. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышындағы полк командиры Ҡасим Мырҙашев бөтәбеҙгә лә Ҡаһым түрә булараҡ билдәле.

Бына ошо башҡорт түрәләре (сардарҙары) ниндәй кейем кейгән һуң? Беҙ уларҙы бөгөн нисегерәк итеп күҙ алдына баҫтарыбыҙ? Мәҫәлән, “Ҡаһым түрә” операһында башҡорт сардары Ҡаһым түрә рус армияһы офицеры кейемендә йөрөй. Был тарихи дөрөҫлөккә тап килеп етмәй, сөнки элек башҡорт етәкселәренең үҙенсәлекле кейеме, хәҙергесә әйткәндә, униформаһы булған. Был хаҡта ХIХ быуаттағы картиналар, һүрәттәр асыҡ һөйләй. Әйтәйек, ХIХ быуатта төшөрөлгән һүрәттәге кантон башлығының кейеменә иғтибар итегеҙ (1-се һүрәтте ҡарағыҙ). Бында тәү сиратта башҡорт түрәләре кейгән осло башлы, ситтәре ике яҡҡа айырылып торған ҡыҙыл төҫтәге баш кейеме иғтибарҙы йәлеп итә. Ул ҡалпаҡ тип атала. Әммә беҙ уны ҡаҙаҡ, ҡырғыҙҙарҙың милли баш кейеме тип атап өйрәнгәнбеҙ. Ысынында иһә, ҡалпаҡ – ул башҡорттарҙың боронғо баш кейемдәренең береһе. Башҡорт милли кейемен өйрәнеүсе ғалимә С.Н. Шитова (Башкирская народная одежда. Уфа, 1995) билдәләп үтеүенсә, башҡорттарҙа ҡалпаҡтың төрлө варианттары булған. Уны туланан (йөндән һуғып, кейеҙләп баҫҡан туҡыма) эшләгәндәр, түрәләр кейгәне ҡыҙыл йәки йәшел бәрхәттән тегелгән.

Башҡорт түрәләре кейемдәре араһында күк төҫтәге сәкмән дә үҙенсәлеккә эйә. ХIХ быуатта эшләнгән статуэткала башҡорт түрәһе ҡыҙыл ҡалпаҡ менән күк сәкмәндә һынландырылған (2-се һүрәтте ҡарағыҙ). Ғөмүмән, башҡорттар борон-борондан кейемдең күк төҫтә булыуын хуп күргән. Билдәле булыуынса, ул төрки халыҡтарының яратҡан төҫө һанала. ХIХ быуаттың башында төшөрөлгән сираттағы рәсемдә лә (3-сө һүрәтте ҡарағыҙ) башҡорт түрәһе стандарт кейемдә, йәғни осло ҡалпаҡ менән сәкмән кейгән. Билдәле рәссам Ф. Рубоның “Башҡорттарҙың император Александр II алдындағы ыласындар менән һунар итеүе” тип исемләнгән картинаһында (4-се һүрәт) шулай уҡ ҡалпаҡ менән сәкмән кейгән башҡорт һүрәтләнгән. Өҫтәп тағы шуны әйтергә була: 1829 йылда Башҡорт ғәскәре өсөн индерелгән берҙәм униформала ла ҡалпаҡ бар (5-се һүрәтте ҡарағыҙ). Тимәк, ул башҡорт хәрби кейеменең бер элементы булған.

Шулай итеп, борон башҡорт етәкселәре – кантон башлыҡтары, старшиналар, сардарҙар йәй көндәрендә төлкө бүрек түгел, ә ҡыҙыл йәки йәшел ҡалпаҡ менән күк сәкмән кейгән булып сыға. Ошоноң менән улар ябай халыҡтан айырылып торған. Әлеге фекерҙе дәлилләп, ХIХ быуаттың икенсе яртыһында төшөрөлгән йәнә бер фотоһүрәтте тәҡдим итәм (6-сы һүрәт). Бында арҙаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың бер туған ағаһы, 27-се башҡорт кантонының башлығы Фәхретдин Өмөтбаев һүрәтләнгән. Күреүебеҙсә, ул да башҡорт түрәһенә хас кейемдә тора.

Әйткәндәй, борон башҡорт түрәләре кейгән үҙенсәлекле баш кейеме – осло башлы ҡыҙыл ҡалпаҡтарҙың ҡайһы берҙәре бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. Уларҙың береһе Башҡортостан Республикаһы милли музейы фондында һаҡлана (7-се фотоны ҡарағыҙ). “Они зарегистрированы как шапки башкирских старшин (дөрөҫөрәге кантон башлыҡтары – А.Я.), стоявших в ХVIII – первой трети ХIХ в. во главе небольшой административной единицы – кантона; позже они утвердились в костюме волостных правителей”, – тип яҙа С.Н. Шитова.

Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтергә теләйем: күреүебеҙсә, башҡорт халҡының тарихы кеүек үк, уның милли кейеме лә күп төрлө һәм үҙенсәлекле. Боронғо һүрәттәр тап ошо хаҡта һөйләй. Әммә башҡорт хәрби кейеменең тарихы тейешенсә өйрәнелмәү сәбәпле, сәхнә күренештәрендә һәм һынлы сәнғәттә башҡорт яугирҙарының, сардарҙарҙың бер яҡлы, тарихи дөрөҫлөккә бигүк тап килеп етмәгән образы тыуҙырыла. Сәхнә әҫәрҙәрендә, тарихи фильмдарҙа, милли бейеүҙәрҙә улар тулыһынса яҡтыртылһын, әйтәйек, төлкө бүрек менән бер рәттән ҡалпаҡ та ҡулланылһын ине.

"Шоңҡар' журналынан.
Читайте нас: