Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2019, 13:41

Сәс ни өсөн ағара?

Белгестәр иҫбатлауынса, сәскә сал төшөүе йәшкә бәйле түгел. Ҡайһы берәүҙәрҙең сәсе егерме йәштә үк ағара, быны хатта һиҙмәүең дә ихтимал. Аҡ сәстәр иң элек ҡолаҡ һәм маңлай тирәһендә хасил булыусан. Ваҡыт үтеү менән ул тотош башты баҫып ала.

Сәс ағарыу сәбәптәре сәс фолликулдарында меланин эшкәртеү әкренләп түбәнәйеүгә ҡайтып ҡала. Мелонициттар меланинды әҙ бүлеп сығара башлау һөҙөмтәһендә сәстәрҙең төҫө юғала. Икенсенән, сәстең иртә ағарыуы гендарға ла бәйле. Көндәлек тормошта иғтибар итһәгеҙ, ҡайһы бер кешеләрҙең сәстәре нәҫеле менән йәш килеш ағарыуы билдәле. Генетик үҙенсәлектәрҙең сәс ағарыуға булышлығы тураһындағы мәғлүмәттәр әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа был турала, моғайын, яҡын киләсәктә ғалимдар асыш яһар тигән ышаныс бар. Бынан тыш, бөгөн, сәс ағарыуға тирә-яҡ мөхит тә йоғонто яһай, тигән фараздар ышаныслы яңғырай. Тик был өлкәлә тикшеренеүҙәр әлегә юҡ кимәлендә.

Сәс ағарыуына ҡаршы көрәш

Тәүҙә сәбәбен асыҡларға кәрәк. Улар төрлө булырға мөмкин. Алкоголле эсемлектәрҙе, кофены күп ҡулланыу, балыҡ, йәшелсәләрҙе әҙ ашау, арыу, ҡояшта оҙаҡ ҡыҙыныу, витамин, минераль матдәләр етешмәүе, периферик һәм үҙәк нервы системаһы ҡаҡшауы, стресс, нәҫел үҙенсәлектәре, ҡайһы бер вируслы инфекциялар, гормондар боҙолоуы, бөйөр ауырыуҙары, тире сирҙәре, иммунитет боҙолоуы сәс ағарыуына килтерә. Хлорохин, резохин, финилтиомочевина кеүек ҡайһы бер дарыуҙар ҡулланыуҙың да сәскә йоғонтоһо насар. Иҫбатлауҙарҙан сығып фекер йөрөткәндә, сәстең ағарыуы ҡотолғоһоҙ. Шулай ҙа ҡайһы бер профилактик саралар был процесты кисектерә ала. Бының өсөн груша, кәбеҫтә, һуған, ер еләге, ҡурай еләге, абрикос, сейә ашағыҙ. Даими рәүештә А, С, Е витаминдары, рибофлавин, фолий кислотаһы ҡабул итеү ҙә сәс ағарыуын тотҡарлай ала. Баш тиреһенә маскалар эшләү ҙә файҙалы. Мәҫәлән, бер-ике аш ҡалағы петрушка, бүтбүлдек йәки сельдерейҙың һутын көнөнә бер тапҡыр башҡа һөртөргә мөмкин. Аҡ сәсте өҙөргә ярамай. Сөнки бер сәсте йолҡһаң, уның эргәһендә йәнә ике-өс сәс ағарасаҡ. Сөнки тамырынан сыҡҡан бүлендек эргәһендәге сәстәрҙе зарарлай. Шуның өсөн белгестәр аҡ сәсте ҡайсы менән төбөнән ҡырҡып алырға кәңәш итә.

Билдәле, аҡ сәстәрҙе ҡаплар өсөн күптәр иң элек буяуҙарға мөрәжәғәт итә. Тик уларҙың да тирегә ярашлыһын һайлап ала белеү зарур. Шуны иҫтән сығармағыҙ, буяғандан һуң аҡ сәстәр бер төҫкә, ҡаралары икенсе төҫкә инәсәк. Ә бер төҫкә инһен өсөн процедураны бер нисә этапта башҡарырға кәрәк.

Сәсте ромашка, һуған, сәй төнәтмәһе менән дә буяйҙар.

Алты ҡыҙыл боросто ярты литр араҡыға һалып быяла һауытта ҡараңғы урынға төнәтергә ҡуябыҙ. Өс аҙнанан һуң көн һайын бер балғалаҡлап йыуыр алдынан сәс тамырҙарына һөртәбеҙ. Ике аҙнанан сәс ҡарая башлай.

Аҡ сәскә ҡаршы женьшень ярҙамында ла көрәшергә мөмкин. Ярты литр араҡыға тамырҙы һалып, ҡараңғы урынға ҡуябыҙ. Төнәтмәне ай дауамында бер балғалаҡлап ас ҡарынға ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Иҫкәрмә: төнәтмә ҡан баҫымын күтәрә. Халыҡ медицинаһы буйынса ай буйы кесерткән төнәтмәһе (яртышар стаканлап көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан) эсергә мөмкин. Шулай уҡ әлеге төнәтмәне көн һайын бер нисә аҙна дауамында сәс тамырҙарына һөртһәң дә файҙалы. Ул түбәндәгесә әҙерләнә: 50 грамм кесерткәнгә ярты литр һыу, шул сама уҡ һеркә ҡоябыҙ. 30 минут төнәткәндән һуң ярты сәғәт ҡайнатып, һөҙәбеҙ.

Ағарған сәсте ҡасан йәшерергә?

Ҡуңырт йөҙлө кешеләрҙең сәсе аҡ тәнле кешеләргә ҡарағанда тиҙерәк ағара. Ҡағиҙә булараҡ, утыҙ биш-ҡырҡ йәштә сәс ағара башлай. Шуға иғтибар итегеҙ, әгәр бөгөн башығыҙҙа бер нисә йөҙ самаһы аҡ сәс булһа, биш-алты йылдан һуң улар дөйөм сәсегеҙҙең 30 – 35 процентын тәшкил итәсәк. Әгәр ҙә ни бары бер нисә бөртөк аҡ сәс тапһағыҙ, һеҙгә яҡын арала сәс ағарыу янамай.

Сәс ағарыуынан ҡотолоп булмаған кеүек, уны дауалау ҙа мөмкин түгел. Шуның өсөн буяуҙарға, төҫ биреүсе кремдарға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара юҡ. Һатыуҙа тик аҡ сәстәрҙе буяу өсөн генә иҫәпләнгән препараттар бар. Был процедура биш минут ҡына ваҡытты аласаҡ, ә һөҙөмтәһе алты-һигеҙ аҙнаға етәсәк.

Күптәр, аҡ сәсте буяй ҙа, нығыта ла тип, ҡынаға өҫтөнлөк бирә. Был дөрөҫ түгел. Юғары технология буйынса әҙерләнгән хәҙерге заман буяуҙары күпкә зарарһыҙыраҡ. Өҫтәүенә, оҙаҡҡа ла етә. Шулай ҙа белгестәр буяуҙар менән артыҡ мауығыуҙы тыя. Сәсте йыш буяу (бигерәк тә үрҙә телгә алған ҡына менән) баш тиреһе ауырыуҙарына юлыҡтыра. Шуға күрә сәсен йыш буяған кеше ваҡыты-ваҡыты менән табип-трихологҡа күренеп торорға тейеш. Тик был белгестәр әлегә беҙҙә юҡ кимәлендә.

Ағарғанмы, төҫө үҙгәргәнме?

Ҡайһы саҡта себорея, организмға баҡыр етешмәүе, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге боҙолоуы кеүек ауырыуҙарҙан сәстең төҫө үҙгәреүе ихтимал. Быға гигиена процедураларын дөрөҫ үтәмәү, шампунды дөрөҫ һайламау ҙа сәбәпсе була. Сөнки, аллергия барлыҡҡа килеп, сәс һыныусанға әйләнә, тәбиғи төҫөн юғалта.

Мәҫәлән, баҡырға ҡытлыҡ кисергәндә, сәскә өҫтәп тәндең төҫө лә үҙгәрә. Был осраҡта бауырҙы тикшертергә кәрәк. Бәхеткә күрә, был сир менән интегеүселәр арабыҙҙа һирәк күҙәтелә. Ә сәс төҫө үҙгәреүе ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегенә бәйле булһа, ауырыуға L-тироксин, трийод тиронин кеүек дарыуҙар йәки гормондар, А, С, В1 витаминдары билдәләнә. Тик һанап үтелгән дарыуҙар табип-эндокринолог тарафынан ғына билдәләнергә тейеш. Уларҙы үҙ белдегең менән эсеү тыйыла. Тимәк, сәсегеҙ тәбиғи төҫөн һаҡлаһын, һау-сәләмәт, ялтырап торһон тиһәгеҙ, иң элек эске органдар ауырыуҙарын дауаларға, профилактика саралары хаҡында оноторға ярамай. Сөнки баштағы тамырҙар бер-береһенә бик тығыҙ урынлашҡан. Мәҫәлән, кариес тыуҙырыусы бактериялар сәсте туҡландырыусы тамырҙарға эләгә ала. Шуға күрә гастроэнтеролог, стоматолог, отоларингологҡа даими күренеп торорға кәрәк. Бигерәк тә хроник отит, тонзиллит, кариес кеүек ауырыуҙарға, һыуыҡ тейҙереүҙән хасил булған ауырыуҙарға юл ҡуйырға ярамай.

Шулай уҡ сәсте көйҙөрөүҙән, ультрафиолет нурҙарҙан, сифатһыҙ буяуҙарҙан да һаҡларға кәрәк. Сал сәс ирҙәргә олпатлыҡ өҫтәй тиһәләр ҙә, күпселек был фекер менән килешмәй. Утыҙ биш йәштән һуң тәүге аҡ сәстәр күренеп, илле-илле биш йәшкә сәс ағарыу – нормаль күренеш. Ә инде сәс утыҙ биш йәшкә тиклем ағарһа, аптырарға нигеҙ бар. Тик дауалап булмағанға күрә буятыуҙан, үрҙә телгә алып үткән халыҡ медицинаһына таянып, төҫ биреүҙән башҡа сара юҡ. Ни хәл итмәк кәрәк...

"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: