Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2019, 18:39

Абрикостың файҙаһы

Абрикос (өрөк) — күптәрҙең яратҡан емеше. Ул һыуһыл, татлы тәме менән генә түгел, организм өсөн кәрәкле микроэлементтарға бай булыуы менән дә файҙалы. Иң тәүҙә Әрмәнстанда үҫтерелеп, хәҙер инде донъяның төрлө тарафтарына таралған был емеш төрлө ауырыуҙарҙан дауа була. Шуларҙың бер нисәүһенә тукталайыҡ.

*Составында калий күп, шуға ла абрикос ҡан тамырҙары өсөн файҙалы.

*Анемия менән яфаланыусыларға ла абрикос ашарға кәрәк. Уның составында 2,1 процентты тимер тәшкил итә. Йөклө ҡатындарға, үҫмерҙәргә, сабыйҙарға сезон ваҡытында абрикосты көн һайын рационға индерергә кәрәк.

*Магний, В витаминына бай был емеш нервыларҙы тынысландыра, баш ауыртыу, арыу, депрессия ваҡытында хәлде еңеләйтә.

*Абрикос составында С витамины да шаҡтай. Вируслы ауырыуҙар осоронда иммунитетты нығытыу маҡсатынан да абрикос ашағыҙ.

*Әфлисун төҫлө был емеш йодҡа бай. Ҡалҡан биҙе (зоб), атеросклероз ауырыуҙарын булдырмау өсөн, холестерин юғары булғанда ла абрикостың файҙаһы бар.

*Уның составындағы макро- һәм микроэлементтар антиоксидант көсөнә эйә. Улар организмдағы ауыр металдарҙы, шлактарҙы сығарырға ярҙам итә.

*Бета-каротин йәиһә А витамины күп булған был емеш күреү һәләтенә лә уңай йоғонто яһай.

*Абрикоста майҙар ҙа, аҡһым да юҡ дәрәжәһендә. Матур кәүҙә тураһында хыялланыусылар өсөн абрикос бер тигән диетик ризыҡ.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: