1. Байкал күле планетабыҙҙың иң таҙа күле дип һанала. Күлдәге һыуҙы алдан эшкәртмәйенсә лә эсеп була.
2. Байкал күле – донъялағы иң тәрән күл. Уның иң тәрән нөктәһе – 1642 км.
3. Байкалға 300-ҙән ашыу йылға ҡушыла, әммә бер Ангара йылғаһы ғына ағып сыға.
4. Байкалға инде 20 миллион йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул күлдәрҙең иң йәштәренән һанала.
5. Байкал бүтән һыулыҡтарҙа осрамаған фаунаның төрҙәренә бик бай. Мәҫәлән, байкал суртаны (исеменән күренеүенсә) был күлдә генә йәшәй.
6. Байкал һыуы бик һалҡын, хатта эҫе йәй айҙарында ла 9-10 градустан ары йылынмай.
7. Әлеге көнгәсә «Байкал» һүҙенең килеп сығышы теүәл билдәле түгел. Күп кенә ғалимдар һүҙҙәренә ҡарағанда, Байкал күленең исеме төрки һүҙҙәренән («бай» һәм «күл») килеп сыҡҡан.
8. Байкалда имеҙеүселәрҙең бер төрө – байкал тюлендәре йәшәй. Уларҙың бында нисек килеп эләккәндәре әлегәсә билдәһеҙ, әммә улар Төньяҡ Боҙ океанынан Енисей һәм Ангара йылғалары аша бында «күсенеп килгәндәр» тигән фараз бар.
9. Байкал күленең үҙенең байрамыла бар икән әле. Элегерәк ул август айының дүртенсе йәкшәмбеһендә байрәм ителһә, хәҙер сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнеп үтелә.
10. Байкал күл булыуына ҡарамаҫтан, унда штормдар йыш күҙәтелә. Ҡайһы бер ваҡытта тулҡындарҙың бейеклеге 45 метрға тиклем етергә мөмкин.