Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Март 2019, 23:42

Йәшел сәйҙең йәшел шифаһы

Сәйҙе кем генә эсергә яратмаһын инде? Тормоштоң төрлө осраҡтарында ла – өҫтәл артында аралашҡанда ла, йылынып алыу, көс-хәл йыйыу, сарсауҙы ҡандырыу йәки аштан һуң да беҙ сәй эсергә күнеккәнбеҙ. Сәй эсмәүселәр беҙҙең илдә бик һирәк, ундайҙар башҡалар күҙлегенән сәйер ҙә тойола. Сәйҙе үҙенә күрә «наркотик» тип атаусылар ҙа дөрөҫ фекерҙә. Сөнки, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, саҡ ҡына сәй эсмәй торһаҡ, баш ауырта башлай, кәйеф тә юғала.Баҡтиһәң, сәйгә ҡарата һөйөүебеҙ бер нисә көнсығыш иленән һәм Англиянан ғына ҡалыша икән.

СӘЙҘЕҢ ТӨҪТӘРЕ

Быға тиклем рәсәйҙәр бары тик ҡара сәй генә эсте. Әҙерләнгән сәйҙең төҫө ни тиклем ҡарараҡ һәм ҡуйыраҡ, ул шунса тәмлерәк һәм файҙалыраҡ һаналды. Күптәр һинд сәйенә өҫтөнлөк бирҙе, фил һүрәте төшөрөлгәне ҙур популярлыҡ яулағайны. Тик һуңғы 20 йыл эсендә, һатыуға яңы сәй төрҙәре, сорттар сығарыла башлағас, сәй төҫтәре һәм уларҙың тәме хаҡында фекерҙәр киңәйҙе. Баҡтиһәң, киптерелгән сәй япрағының төҫө ҡара ла, ҡыҙыл да, һары ла, йәшел дә булыуы мөмкин икәне асыҡланды. Ләкин быға тиклем эсеп өйрәнелгән ҡара сәйҙе башҡа төҫтәге сәйҙәргә алмаштырыу һәм уларҙың сифаты һәм шифаһы йәһәтенән өҫтөнлөктәрен билдәләү өсөн оҙайлы ваҡыт кәрәк (бигерәк тә беҙҙең халыҡ өсөн).

Бөгөн күптәр йәшел сәйҙең тәмен һәм файҙаһын баһалап өлгөрҙө. Ҡара һәм йәшел сәйҙе әҙерләгәндә сәй ҡыуағының бер үк япраҡтары файҙаланыуы ла хәҙер бик күптәргә мәғлүм. Айырма тик әҙерләү технологияһында. Йәшел сәй, ҡараһынан айырмалы, ферментлау стадияһын үтмәй. Был этапта продукттың төҫө генә түгел, сифаттары ла үҙгәрә. Йәшел сәй ҡара сәй кеүек хуш еҫле булмаһа ла (хуш еҫ тап шул ферментлау мәлендә барлыҡҡа килә), файҙалы матдәләрҙе үҙендә күберәк миҡдарҙа һәм оҙайлы ваҡыт һаҡлай.

КӨСЛӨ ҺӘМ ЙОМШАҠ...

Кара сәй менән сағыштырғанда, йәшел сәйҙә витаминдар күберәк була. Йәшел сәй айырыуса С витаминына бай, шулай уҡ калий, фтор, баҡыр, йод, цинк кеүек ҡиммәтле минераль матдәләр ҙә бар икән. Әммә йәшел сәй менән ҡара сәй араһындағы иң төп айырма – полифенол миҡдарында. Сәй япраҡтарындағы полифенолдар – көслө тәбиғи антиоксиданттар. Улар күҙәнәктәрҙең ҡабығын (тиресәһен) әселәнеүҙән, йәғни азат радикалдарҙан һаҡлай. Ҡартайыуҙың бер теорияһы буйынса, кеше организмының олоғайыуы тап шул тән күҙәнәктәренең кислород радикалдары тарафынан боҙолоуына ҡайтып ҡала. Миҫалға йыш ҡына япондарҙы килтерәләр: улар көнөнә 10 стаканға тиклем йәшел сәй эсә һәм Ер шарында барыһынан да оҙағыраҡ йәшәй. Ҡағиҙә булараҡ, йылдарына ҡарамаҫтан, йәшерәк күренә.

Йәшел сәйҙә полифенолдар 2 – 3 тапҡырға күберәк (киптерелгән йәшел сәйҙә уның миҡдары 40 процентҡа етә). Бындай айырма ҡара сәйҙе ферментлау мәлендә кипкән япраҡтарының бөгәрләп эҫетелеүенә бәйле. Сәй япраҡтарын бөгәрләү үләндең күҙәнәктәренә зыян килтерә. Ә инде йылытыу мәлендә полифенолдарҙың бер өлөшө һәм витаминдар юҡҡа сыға. Бынан тыш, япраҡтарҙы һуңынан тағы ла киптерәләр.

Йәшел сәй, эшкәртеүгә эләкмәү сәбәпле, антиоксидант сифаттарын тулыhынса һаҡлап алып ҡала. Шуға ла ул бактерияларға һәм яман шешкә ҡаршы көрәш алып барыу үҙенсәлектәренә лә эйә. Миҫалға шул уҡ Японияны алайыҡ. Был илдә ирҙәрҙең – ирлек (простата), ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөт биҙҙәре яман шеше менән сирләү осрағы башҡа илдәргә ҡарағанда күпкә түбән. Йәшел сәйҙең яман шешкә ҡаршы йоғонтоһо лаборатория тәжрибәләре ярҙамында ла иҫбатланған.

Йәшел сәй организмда майҙарҙың тарҡалыу тиҙлеген арттыра, тамырҙарҙа холестерин йыйылыуына һәм тамырҙарҙың нәҙегәйеүенә юл ҡуймай. Шуға күрә лә уны йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен, шулай уҡ атеросклерозды, йөрәктең ишемик сирен, гипертонияны иҫкәртеүсе сара тип тә атарға була.

Бынан тыш, был файҙалы эсемлек организмдағы радиоактив матдәләрҙе сығарыуға булышлыҡ итә. Әгәр ҙә йәшел сәйҙе гөлйемеш, миләш йә бал ҡушып эсһәң, шифаһы тағы ла бер нисә тапҡырға арта.

Был сәйҙең кешегә көс-дәрт өҫтәүсе сифаты ла билдәле. Ул артериаль баҫымға ҡара сәйгә ҡарағанда йомшағыраҡ йоғонто яһай һәм уны 1 – 2 сәғәткә һиҙелмәҫлек итеп күтәрә. Шунан һуң баҫым әкренләп кире төшә башлай. Шуға ла гипертония менән яфаланыусыларға бик үк ҡаты булмаған йәшел сәй кәңәш ителә.

ИҢ МӨҺИМЕ – ЗЫЯНҒА БУЛМАҺЫН!

altЯҡшы итеп әҙерләнгән йәшел сәйҙе һәр кем тәмләп эсә ала. Шулай ҙа уның организмға ярамаған билдәләре лә бар. Артерия баҫымы ҡапыл күтәрелеп китһә, гипертониктарға ла, гипотониктарға ла эсеү кәңәш ителмәй. Гастрит менән яфаланыусыларға, ашҡаҙанда сей яра булғанда, хроник сирҙәр ҡуҙғып киткән осорҙа ҡаты итеп әҙерләнгән йәшел сәй менән мауығырға ярамай.

Йәшел сәй тәнгә һәм йәнгә шифа булып ҡына яғылһын өсөн уны дөрөҫ һайлау, һаҡлау һәм әҙерләй белеү зарур:

– Сәйҙең сифатын белдереүсе төп билдә – уның төҫө. Япраҡтың төҫө асығыраҡ булған һайын сәйҙең сорты ла юғарыраҡ тип иҫәпләнә.

– Шыҡһыҙ төҫө, ваҡланған киҫәктәрҙең күп булыуы һәм унан бесән еҫе килеүе сәйҙең бер йыл самаһы элек етештерелеүе хаҡында һөйләй. Бындай сәй эсергә яраҡһыҙ, иҫкергән була.

– Йәшел сәйҙе ҡаты итеп әҙерләргә ярамай. Ул, ҡара сәй кеүек, «ни тиклем ҡарараҡ, шул хәтле тәмлерәк» принцибы буйынса әҙерләнмәй. Ҡаты йәшел сәй тәмен генә түгел, шифаһын да юғалтыуы ихтимал, етмәһә, баш ауырта башлауы, йоҡоhоҙлоҡ йонсотоуы мөмкин.

– Ас ҡарынға йәшел сәй эсеү кәңәш ителмәй. Иң яҡшыһы – уны ашап алғандан һуң 30 минут үткәс эсеү.

– Дарыуҙарҙы сәй менән эсеү ҡәтғи тыйыла. Сәйҙәге танин тигән матдә уларҙы үҙләштерергә ҡамасаулай.

НИСЕК ӘҘЕРЛӘРГӘ?

Әҙерләү өсөн йәшел сәй ҡара сәйгә ҡарағанда әҙерәк кәрәк. Ғәҙәттә, бер стаканға бер балғалаҡ иҫәбенән сығып бешерәләр. Сәйҙе күп һалһағыҙ, ул әсе килеп сығыр. Сәйҙең төҫөнә ҡарап бошонмағыҙ, бынан уның шифаһы һәм тәме һис кәмемәҫ.

Йәшел сәйҙең тәмен һәм файҙаһын тулыһынса татырға теләһәгеҙ, түбәндә өйрәтелгәнсә әҙерләгеҙ.

Башта сәйнүкте йылытырға һәм 3 – 4 тапҡыр ҡайнар һыу менән бешекләп, киптерергә кәрәк. Һуңынан сәйҙе тейешле күләмдә һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ (сәйнүктең 2/3 күләмендәй). Сәйнүкте ҡапҡас менән ябып, хуш еҫле майҙары осоп сыҡмаһын өсөн өҫтөн, моронон салфетка менән ҡаплағыҙ. Сәй 8 минут ултырғас, өҫтөнә тултырғансы ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Сәй дөрөҫ бешерелгән булһа, уның өҫтөндә күбектәр барлыҡҡа килер. Күбектә эфир майҙары бик күп йыйыла, шуға ла уны ҡалаҡ менән болғатып ебәрегеҙ. Йәшел сәйҙе һыуынмаҫ элек эсергә кәңәш ителә. Баллап эсеү шифаһын арттырыр.

БАШ АУЫРТҠАНДА...

Баш сатнап ауыртҡанда, берәүҙәргә составында кофеин булған дарыуҙар ярҙамға килә. Был осраҡта таблеткаларҙы йәшел сәй менән алмаштырыу ҙа ярҙам итер. Башығыҙ ауырта башлаһа, бер стакан эҫе йәшел сәй эсегеҙ ҙә тыныс ҡына 10 – 15 минут ултырып тороғоҙ. Баш ауыртыуы үтһен өсөн, ғәҙәттә, был ваҡыт етә торған.

БӨЙӨР ЯФАЛАҒАНДА...

Бөйөрҙәр сирләгәндә, нервы системаһы ҡаҡшағанда, шулай уҡ иммунитетты нығытыу һәм операциянан һуң көс йыйыу өсөн ҡалмыҡтарса әҙерләнгән сәй файҙалы. Уның өсөн 5 грамм йәшел сәй, бер стакан һыу, бер стакан ҡайнатылған һөт, 10 грамм аҡ май һәм бер аҙ тоҙ кәрәк. Сәйҙе духовкала бер аҙ ҡурып, ҡайнар һыуға һалығыҙ. Һуңынан уны һөҙөп алығыҙ, ҡайнатылған һөт, май һәм тоҙ ҡушығыҙ.

ТЕШ ҺЫҘЛАҒАНДА...

Теш һыҙлағанда, ҡаты итеп әҙерләнгән эҫе йәшел сәйгә иҙелгән 2 бүлкәт һарымһаҡ һалығыҙ ҙа шуның менән 2 – 3 минут буйына ауыҙ ҡыуышлығын сайҡағыҙ.

ТАМАҠ ШЕШКӘНДӘ...

2 ҡалаҡ йәшел сәйҙе бер стакан ҡайнар һыуға һалығыҙ ҙа 20 минут көтөгөҙ. Бер аҙ һыуынғас, тамағығыҙҙы шул сәй менән сайҡағыҙ. Процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ һәм оҙаҡламай еңеллек тойорһоғоҙ.

ИМГӘНГӘНДӘ...

Һуғылып, берәй ерегеҙ имгәнгәндә, йәшел сәйҙе 20 минут ҡайнатығыҙ һәм йылы төпрәһен күгәргән урынға һалып, сепрәк менән бәйләп ҡуйығыҙ. Компресс кипмәһен өсөн уны сәй менән сылатып тороғоҙ. Йәшел сәй күгәргән, шешкән урынды тиҙ үк элекке хәленә ҡайтара һәм элекке хәленә ҡайтара һәм ауыртыуҙы ла кәметә.

Йәшел сәйҙә алколоидтарҙың һәм витаминдарҙың күп булыуы уның алкоголгә ҡаршы йоғонтоһон арттыра. Алкоголизм менән яфаланыусы кеше йәшел сәйҙе күп ҡулланһа, уның ҡан тамырҙарының тарҡалыу процесы туҡтай. Ләкин йәшел сәй менән алкоголле эсемлектәрҙе бергә ҡушып эсеү тыйыла, сөнки бөйөрҙәргә көс төшөүе ихтимал.

Голландия ғалимдары иҫбатлауынса, әгәр ҙә кеше көнөнә 4 стакан йәшел сәй эсеп, бер алма йәки бер баш һуған ашаһа, инфаркт кисереү ихтималлығы ике тапҡырға кәмей.

"Йәшлек" гәзитенән
Читайте нас: