Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Апрель 2019, 16:52

Бәрәңге үҫтерә беләбеҙме?

Яз җиттеме, нинди бәрәңге утыртыйм, кайсы сорт яхшы икән, аны кайдан табасы, дип борчылып, баш вата башлый кайберәүләр.

Бәрәңге уңышы, иң тәү сиратта, орлоҡтоң сифатына һәм төрөнә бәйле. Ниндәй генә сорт булһа ла, әгәр ул ауырыу икән, уңыш гектарынан 100-150 центнерҙан артмай. Әгәр шул сорт яҡшы икән, гектарҙан 500-600 центнер һәм унан да артыҡ уңыш алырға мөмкин. Хәҙер бәрәңгенең меңдән артыҡ төрлө сорты бар. Улар һәр береһе төрлө сифаттарға эйә булып, төрлө ваҡытта өлгөрә.

“Удача”, “Романтика”, “Задор”, “Невский”, “Луговой”, “Дачный”, “Родриго”, “Брянск”, “Надежный”, “Белоснежка” тигән сорттар яҡшы тип һанала. Үрсеткәндә “Удача” сорты 20 дананан – ике тоҡ, 10 данадан 42,5 кг уңыш бирә ала. “Невский” 10 дананан – 26 кг, “Журвинка” 10 дананан 38,5 кг уңыш бирә. Республикала тиҙ өлөгөрөү буйынса түбәндәге сорттар районлаштырылған: иртә өлгөрөшлө Винета, иртә Жуковский, Лидер, Снегирь, Антонина, уртаса иртә Невский. Оредежский, уртаса өлгөрөүсән Луговской Роксана, Удалец, Скраб, уртаса һуң өлгөрә торған Лорх. Даими рәвештә төрле сортлар алып үҫтереп ҡарап ҡына ҙур уңышҡа, тейешле һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. Үрсеткән сорттарҙы ла бер-береһе менән бутамайса эште дауам итергә кәрәк. Шул осраҡта ғына уның һөҙөмтәһе була. Ҡайһы бер кешеләр айырым һаҡлау өсөн урын юҡ тип зарлана. Һәр бер сортты этикетҡа яҙып сеткаларҙа, өҫтө бәйләнмәгән хәҙерге ашлама йәки шәкәр, ондан бушаған тоҡтарҙа һаҡларға була. Өй баҙында бәрәңге һаҡлау өсөн бер нисә бүлем яһарға, бер нисә урынға термометр ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ ҙур булмаған төрлө тартмаларға урынлаштырырға ла мөмкин.

Бәрәңгене тиҙ арала үҫтереү алымдары
Теләһә ҡайһы яҡшы сортты, ни бары 2-3 бүлбеһе генә булһа ла, тиҙ генә ишәйтергә мөмкин. Үрсетеүҙең ябай ысулдарында бер бүлбенән 8-10 дана бүлбе алалар, ә тиҙләтелгән үрсетеүҙә иһә 100-150 һәм унан да күберәк бүлбе үҫтерергә мөмкин. Бер бәрәңге күҙендә бер нисә бөрө була. Иң башта уның иң көслөһө үҫеп сыға, ҡалғандары йоҡлаған була. Көслөһөн өҙөп алғас, ҡалғандары уяна.
Бәрәңгене тиҙләтелгән үрсетеү ысулдарынан иң уңайлыларына туҡталайыҡ.
1. Шытымдарҙан үрсетеү. Ултыртыуға сама менән 2 ай ҡала бүлбеләрҙе яҡтыла үрсетергә ҡуялар. Йәшел йәки шәмәхә яҡтылыҡта шытымдары барлыҡҡа килә. Был шытымдар 4-6 см оҙонлоҡҡа еткәс, бүлбенән өҙөп алалар ҙа шунда уҡ тартмаға йәки парник тупрағына күсереп ултырталар. Араларын 7-10+7-10 см ҡалдырырға. Оҙонлоғоноң өстән ике өлөшөн тупраҡҡа күмәләр, ә өстән бер өлөшө сығып торорға тейеш. Һәм шунда уҡ яҡшылап һыу һибәләр, ҡояшта күләгә яһайҙар. Шулай итеп, тамыр йәйҙерәләр.
Үрҙерергә ҡалдырылған бүлбеләрҙән ҡабат шытымдар ҡалҡып сыға. Уларҙы ла беренсе осраҡтағы шикелле тамыр ебәртәләр. Сама менән бер аҙнанан һуң әлеге ултыртылған шытымдар йәшелләнә башлай, әле тағын бер аҙнанан һуң уларҙы яҡшы эшкәртелгән, ашланған участокка, туҡланыу майҙаны 60+25 см итеп сығарып ултырталар. Ике тапҡыр шытымдарҙы өҙөп алынған бүлбеләр өсөнсө мәртәбә шытып-үреп сыға. Уларҙы ултыртыр алдынан һәр өлөшкә берәр үрҙерелгән-күҙсә булырлыҡ итеп өлөшләргә киҫәләр һәм түтәлгә сығарып ултырталар.
2. Бөрө ботаҡтар менән үрсетеү. Был осраҡта бүлбеләрҙе киҫмәйҙәр. Бөтөн, яҡшы бүлбеләрҙе күҙҙәрен өҫкә ҡаратып тартмаларға, төрлө сүлмәктәргә йәки 7+7 см ара менән парник грунтына сығарып ултырталар. Бүлбеләрҙе 3-4 см ҡатлам тупраҡ менән күмәләр һәм йылы һыу һибәләр. 15-18 градус температурала бер аҙнанан һуң шытымдар сыға, ә инде сама менән 12-15 көндән бөрө ботаҡтар үҫә. Улар 8-10 см оҙонлоҡҡа еткәс, инә бүлбене тамыры менән бергә һаҡлыҡ менән ҡаҙып алалар һәм унан ян-яҡ бөрө – башаҡтарҙы, әлбиттә, тамырҙары менән әкрен генә айырып алалар. Уларҙы тамыр йәйә башлаған шытымдарҙы ултыртҡан кеүек парникка сығарып ултырталар. Инә бүлбеләрҙе ҡабат үрҙерергә ҡалдыралар. Ултыртыр алдынан өлөштәргә киҫәләр һәм һәр бөрө ботаҡты тамыры менән даими урынга сығарып ултырталар.
3. Ҡыуағын бүлеп үрсетеү. Сәламәт бүлбеләрҙе үрҙерәләр һәм 70+30 см ара ҡалдырып, грунтҡа сығарып ултырталар. Шытымдар 10-15 см бейеклеккә еткәс, ҡыуаҡты бүлергә керешәләр. Бының өсөн һул ҡул менән ҡыуаҡтың һабаҡтары төбөнән тоталар, ә уң ҡулдың баш һәм урта бармаҡтары менән иң ситтәге һабаҡты тотоп алалар ҙа уны ситкә һәм өҫкә тартып, тамырҙары менән бүлбенән айыралар. Был һабаҡтарҙы айырып алғас уҡ, 60+20 см схема буйынса күсереп ултырталар. Унан һуң һыу һибәләр. Һалам йәки бесән менән күмәләр. Ә инә бүлбелә, кәмендә, 3 һабаҡ ҡалдыралар. Уларҙы тигеҙләп-төҙәтеп һыу һибәләр, ә рәт араларын йомшарталар.
4. Бүлбеләрҙе бер күҙле итеп киҫеп ултыртыу. Башта бүлбеләрҙе яҡтыла яровойлаштырырға кәрәк. Ултыртҡанда бүлбеләрҙе бер күҙ ҡалырлыҡ итеп киҫәктәргә бүләләр. 60+25 схемаһы буйынса баҡсаға грунтҡа сығарып ултырталар. Күмелеү тәрәнлеге – 5-6 см.
5. Үренте һабаҡтарын өлөшләп киҫеп ултыртыуу. Башта бүлбеләрҙе ҡараңғы урында оҙон һабаҡтар барлыҡҡа килгәнсе үрҙерәләр. Унан һуң яҡтыға сығарып йәшелләндерәләр. Тартмаларҙа, һауыттарҙа үҫтереп ебәрәбеҙ.йәшел оҙон һабаҡтар хасил булғас, шул һабаҡтарҙы быуынтыҡтарға киҫеп, һәр өлөшөн айырым һауыттарға урынлаштырабыҙ. Ҡырауҙар бөткәс, асыҡ грунтҡа сығарып ултыртабыҙ. 60+25 схемасы белән.
Читайте нас: